газета "Салауат"
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
26 Октябрь 2022, 16:40

Ул башҡаса эшләй алмай ине...

24 октябрҙә тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы алдында Украинала махсус операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған контракт хеҙмәте сержанты Алексей Умняковты һуңғы юлға оҙаттылар.

Ул башҡаса эшләй алмай ине...
Ул башҡаса эшләй алмай ине...

24 октябрҙә тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы алдында Украинала махсус операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған контракт хеҙмәте сержанты Алексей Умняковты һуңғы юлға оҙаттылар.

Алексей 1976 йылдың 12 сентябрендә Салауатта тыуа. 2001 йылда юридик колледжды тамамлай. Уҡыу йылдарында Алексей үҙен тырыш һәм һәләтле студент итеп таныта, колледждың спорт һәм ижади эшмәкәрлегендә актив ҡатнаша. Алексей изге күңелле була, тиҫтерҙәре менән яҡшы итеп аралаша.
1993 йылдан алып Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы көстәрендә хәрби хеҙмәтен үтәй. 2016 йылда контракт буйынса танк батольоны танк ротаһы танк взводы командиры вазифаһында 89547-се хәрби часында хеҙмәт итә башлай.
Ошо йылдар эсендә Алексей тормошҡа ыңғай ҡарашта булыуы, тик яҡшыға ышаныуы, намыҫ һәм хәрби бурыс һорауҙарына яуаплы ҡарауы менән айырлып тора. Үҙенә бик талапсан, ойоштороу һәләтенә эйә һәм кәрәкле ваҡытта тейешле ҡарарҙар ҡабул итерлек ир-егет була.
2022 йылдың 22 сентябрендә Украина территорияһында махсус хәрби операция уҙғарыу биләмәһендә һәләк була. Үҙенең хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән Алексей йәш быуын өсөн ысын батырлыҡ өлгөһө булып тора.
Герой менән хушлашырға уның ғаилә ағзалары, туғандары, дуҫтары, элекке хеҙмәттәштәре, шулай уҡ геройҙың батырлығын юғары баһалаған салауаттар йыйылды.
- Алексей Иванович оҙаҡ йылдар хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләй, хәрби булараҡ Тыуған илгә хеҙмәт итә. Оло ҡайғыларҙы баҫырҙай һүҙҙәрҙе табыуы ауыр. Алексей Иванович кеүек ир-егеттәрҙең иңдәрендә беҙҙең, илебеҙҙең, республикабыҙҙың һәм Салауат ҡалаһының киләсәге. Уның ғаиләһе һәм балалары тураһында хәстәрлек күрергә тейешбеҙ. Беҙҙең бурыс - герой тураһындағы иҫтәлекте мәңгеләштереү. Уның кеүек кешеләрҙе, уларҙың батырлыҡтарын онотмау мөһим. Зоя Ивановна, шундай ул тәрбиәләүегеҙ өсөн рәхмәт, һеҙҙең алда баш эйәбеҙ, - тип мөрәжәғәт итте Башҡортостан Республикаһы башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиев митингта ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп.
Ҡаһарманлығы өсөн хәрби исеменә рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов та килде.
- Ҡыйыулыҡ, намыҫ, батырлыҡ һәм Ватанға һөйөү өсөн рәхмәт. Алексей милләтселәр ҡулынан һәләк булып, яҡты донъя менән хушлашты. Беҙҙең ил, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге замандың ҡурҡыныс чумаһы менән осрашты. Беҙ улдарыбыҙҙы, ағай-ҡустыларыбыҙҙы, дуҫтарыбыҙҙы юғалтабыҙ. Алексей һуңғаса үҙенең антына тоғро ҡала. Ул, ата-бабалары кеүек үк, беҙҙең киләсәкте һаҡлау өсөн хеҙмәткә китте. Алексейҙы бик күп салауаттар белә, ихтирам итә. Бөгөн беҙ уның туғандары, коллегалары һәм таныштары менән бергә ҡайғырабыҙ. Зоя Ивановна, ысын кеше һәм патриот, Ватаныбыҙҙың ысын улын тәрбиәләүегеҙ өсөн рәхмәт. Алексейҙың батырлығы тураһында иҫтәлекте мәңгеләштереү өсөн барыһында эшләрбеҙ, - тине ул.
- Бөгөн беҙҙең менән булғандарҙың барыһына ла рәхмәт. Беҙ Алексейҙы һуңғы юлға оҙатабыҙ. Ул һәр ваҡыт күкте ярата ине, ә ерҙә башын һалды. Кире ҡайтыу еңел бирелмәһә лә, яраланғас әҙгә генә өйгә ҡайтып китте. Ул әсәһенә унан хәрби кеше үҫтереүен һәм яҙмышын башҡа юҫыҡта күҙ алдына килтерә алмауын, ә миңә уның менән улдары ғорурланһындар, тегендә яҡларға кәрәкле хәрби иптәштәре ҡалыуы тураһында әйтте. Яуҙа башын һалған ҡыйыу егеттәребеҙгә һәм беҙҙең Алексейға мәңгелек дан, - тине Алексейҙың апаһы Светлана.

Эльвира Рәхимова фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: