газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
22 Октябрь 2022, 10:00

Беҙҙең заман геройы

Ҡаланың 17-се мәктәбендә Анатолий Бармашов иҫтәлегенә мемориаль таҡта асылды. Ул Украинала махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була, ҡалала уның менән 6 сентябрҙә хушлаштылар.

Беҙҙең заман геройы
Беҙҙең заман геройы

Ҡаланың 17-се мәктәбендә Анатолий Бармашов иҫтәлегенә мемориаль таҡта асылды. Ул Украинала махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була, ҡалала уның менән 6 сентябрҙә хушлаштылар.

Анатолий Бармашов 1970 йылдың 20 авгусында Салауат ҡалаһында тыуа. 17-се мәктәптә 1977 йылдан алып 1985 йылға тиклем уҡый. Мәктәпте бөткәс 36-сы училищела автослесарь һөнәрен үҙләштерә. Күп йәштәр кеүек совет армияһы сафына алына, һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Тәүҙә уның хеҙмәте Венгрияла үтә, ә ғәскәрҙәр унан сығарылғандан һуң, уны Белоруссияға күсерәләр. 1991 йылдың июнендә тыуған ҡалаһына ҡайтҡас, үҙенең һөнәре буйынса эшләй башлай. 90-сы йылдарҙа Чечен республикаһында хәрби хәрәкәт башланғас, Анатолий Бармашов ситтә ҡала алмай, ул Ватанды һаҡлау буйынса үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәп, хәрби хеҙмәтте контракт нигеҙҙә башҡара. Ливияла террорсылар ҡулына эләгеп 18 ай буйына әсирлектә булған Рәсәй ғалимы Максим Шугалейҙы һәм уның тәржемәсеһе Самер Хәсән Әль Суэйфанды азат итеүҙә ҡатнаша һәм бының өсөн ике миҙал, рәхмәт хаты менән бүләкләнә.
- Беҙҙең мәктәптә уҡып сыҡҡан Анатолий Бармашов - беҙҙең заман геройы. Белем алған осоронда ул үҙен изгелекле, ярҙамсыл, яуаплы, хеҙмәт һөйөүсән, маҡсатлы уҡыусы итеп таныта. Анатолий спорт менән шөғөлләнергә ярата, кикбоксинг, ҡул көрәше, спорттың көс төрҙәре күңеленә яҡын була, шулай уҡ бик матур итеп гитарала уйнай. Ул 25 йыл ғүмерен Тыуған илде һаҡлауға арнай, ул үҙ иленең ысын патриоты. Сержант Анатолий Бармашовтың батырлығы бөтәһе өсөн дә рух ныҡлығы һәм хәрби бурыс өлгөһө булып тора. Беҙҙең мәктәп сығарылыш уҡыусыһы тураһында иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡланыр, - тине үҙенең сығышында 17-се мәктәп директоры Эльвира Фәхретдинова.
Анатолий Бармашов 2001 йылда I дәрәжә “Хәрби ҡаһарманлыҡ”, 2002 йылда, 2018 йылда, 2020 йылда, 2022 йылда “Ҡыйыулыҡ өсөн” һәм 2022 йылдың 28 майында, үлгәндән һуң, “Ҡан һәм батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә.
- Ҡасандыр кинола “Был геройҙар тураһында гәзиттә яҙмайҙар”, тигән фразаны ишеткәйнем. Ысынлап та, беҙҙең илдең генә түгел, үҙенең интернациональ бурысын үтәгән башҡа дәүләттәрҙең дә наградалар менән бүләкләнә. Ул кешеләрҙе йәберләүҙәренә бер ваҡытта ла битараф ҡала алмай, шуға күрә Украинаға ла күңел ҡушыуы буйынса юллана һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк була. Анатолий Бармашов кеүек батырҙарҙы беҙ һәр ваҡыт хөрмәт менән иҫкә аласаҡбыҙ. Уның батырлығы бер ҡасан да онотолмаясаҡ, - тине ҡала хакимиәте башлығының иҡтисади һорауҙар буйынса урынбаҫары Артур Рундау һәм иҫтәлекле таҡтаны әҙерләүҙә ярҙам иткәндәргә, киләсәк быуынды тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәндәргә рәхмәт белдерҙе.
- Анатолий Николаевич - беҙҙең тыныс тормош өсөн үҙ ғүмерен биргән батыр. Уға - мәңгелек дан, - тине ҡала Советы депутаты Сергей Данилов һәм сарала ҡатнашыусы йәштәргә мөрәжәғәт итте. - Уҡыусылар, һеҙ мемориаль таҡта янынан үткәндә туҡтап, мин шулай эшләй алыр инеммме икән, тип уйлап алығыҙ. Илегеҙҙең патриотттары булығыҙ. Һәм иң мөһиме, барыбыҙға ла аяҙ күк йөҙө теләйем.
Анатолий Бармашов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаны асыу хоҡуғы ҡала хакимиәте башлығы уранбаҫары Артур Рундауға һәм Совет депутаты Сергей Даниловҡа бирелде. Һуңынан митингта ҡатнашыусылар мемориаль таҡтаға сәскә һалды.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: