газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
8 Октябрь 2022, 10:00

Офицерҙар ҙа юл тотто

Салауат ҡалаһының хәрби комиссариатында вуз янындағы хәрби кафедраларҙа белем алған, тейешле һөнәргә эйә булған һәм өлөшләтә мобилизациялау сиктәрендә саҡырылған офицерҙарҙың икенсе төркөмөн оҙатыу сараһы уҙҙы.

Офицерҙар ҙа юл тотто
Офицерҙар ҙа юл тотто

Салауат ҡалаһының хәрби комиссариатында вуз янындағы хәрби кафедраларҙа белем алған, тейешле һөнәргә эйә булған һәм өлөшләтә мобилизациялау сиктәрендә саҡырылған офицерҙарҙың икенсе төркөмөн оҙатыу сараһы уҙҙы.

Салауатта мобилизацияланған граждандар бер нисә төркөм менән ебәрелде.
- Бер аҙна элек призыв комиссияһы эше башланды, беҙ өлөшләтә мобилизация сиктәрендә күп Салауат егеттәрен оҙаттыҡ. Бынан тыш, һуңғы бер нисә көн эсендә бер нисә офицерҙар составы ебәрелде, - тип һөйләне ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов.
Офицерҙарҙың китергә тейешле төркөмө хәрби комиссариаттың конференц-залында йыйылды.
- Офицерҙар, әлеге ваҡытта мобилизация резервы һеҙгә мохтаж икәнен яҡшы аңлайһығыҙ. Һеҙҙең етәкселек итеү, бурыстар ҡуйыу һәм уларҙы контролләү тәжрибәгеҙ, ойоштороу һәләтегеҙ бар. Һеҙҙең барыһы ла килеп сығыр, тип ышанабыҙ, - тип мөрәжәғәт итте офицерҙарға Игорь Миронов. - Ватаныбыҙ, яҡындарыбыҙ хаҡына намыҫлы хеҙмәт итегеҙ. Был призыв йәшендәге ир-егеттең һәр ҡайһыһының бурысы. Изге юлға! Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ.
Сығышы ваҡытында ҡала хакимиәте башлығы мобилизацияланғандарҙың, шул иҫәптә офицерҙарҙың яҡындарына һәм туғандарына мөмкин булғанса һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк тип вәғәҙәләне.
- Һәр ҡайһыһығыҙҙың һорауҙары, проблемалары, бурыстары бар. Һеҙ ул хаҡта уйламаһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ, уларҙың хәл итешергә тырышасаҡбыҙ, - тине Игорь Миронов. - Һәр хәрби часта республика башлығының кәңәшселәре бар. Уларҙың бурысы - ғаилә һәм социаль характерҙағы һорауҙарҙы хәл итеү. Бәйләнештә булырбыҙ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, өлөшләтә мобилизация сиктәрендә Рәсәй Ҡораллы көстәре сафтарына саҡырылыусы Башҡортостан ир-егеттәренә махсус шеврондар тегелде. Уларҙы Салауат һәм Нефтекама резервсылары алды.
- Был шеврондарҙы тағып, беҙҙең төбәктән булыуығыҙҙы таныясаҡһығыҙ. Һеҙ яҡташ ҡына түгел, ысын туғандар булырһығыҙ, - тип билдәләне ҡала мэры һәр офицерға шеврондарҙы тапшырғанда.
- Хөрмәтле офицерҙар, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! Һеҙ хәрби эштә профессоналдар һәм әлеге ваҡытта Рәсәй армияһына һеҙҙең ярҙам кәрәк. Һеҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашып хәрби бурысты үтәү тураһында дөрөҫ ҡарар ҡабул иткәнһегеҙ, - тип мөрәжәғәт итте офицераҙрға Салауат ҡалаһының хәрби комиссары Фәндәлиф Ниғмәтдинов. - Беҙҙең эш хаҡ, беҙ еңәсәкбеҙ. Офицерҙар, һеҙгә хәрби уңыш теләйем.
Офицерҙарға изге теләк һүҙҙәре менән ике дини конфессия вәкилдәре сығыш яһаны.
- Иң ауыр мәлдәрҙә Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылырға кәрәк. Өмөтһөҙлөккә бирелмәгеҙ, мосолмандар һәм православие динендәгеләр өсөн төп ҡорал Калашников автоматы түгел, доға икәнен онотмағыҙ. Аллаһы Тәғәлә һеҙҙе һаҡлаһын, - тип теләне Фәнил хәҙрәт Кинйәбулатов.
- Хөрмәтле офицерҙар, һеҙҙең йәш һәм яуаплылыҡ хәрби хеҙмәтегеҙҙә уңышҡа алып барырға тейеш. Владыка Николай һәм диндарҙар исеменән Тыуған илде яҡлауға баҫыуығыҙ өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәм. Һеҙҙең сыҙамлылыҡҡа һәм батырлыҡҡа һоҡланабыҙ. Тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы теләп доғалар уҡырбыҙ, - тине рухани Олег Кабуков.
Тантаналы өлөш тамамланғандан һуң офицерҙар урамға сыҡты, унда уларҙы яҡындары көтә ине. Ғаиләләре, туғандары менән хушлашҡандан һуң, ир-егеттәр автобустарға ултырып, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре оҙатыуында Өфөгә юлланды, унда уларҙы хәрби частарға бүлеп оҙатасаҡтар.

Алена Гончарова фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: