газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
7 Октябрь 2022, 14:00

Ярҙамдан ташламайҙар

Салауатта махсус хәрби операцияла ирекмән һәм мобилизация буйынса ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың туғандарына һәм ғаиләләренә социаль, психологик, көнкүреш һәм башҡа ярҙам күрһәтеү маҡсатында М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы эшләй башланы.

Ярҙамдан ташламайҙар
Ярҙамдан ташламайҙар

Салауатта махсус хәрби операцияла ирекмән һәм мобилизация буйынса ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың туғандарына һәм ғаиләләренә социаль, психологик, көнкүреш һәм башҡа ярҙам күрһәтеү маҡсатында М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы эшләй башланы.

М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы Башҡортостан Башлығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса асылды һәм ул “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм урындарҙағы партия бүлексәләре офистарында эшләй. Маҡсаты - махсус хәрби операцияла ирекмән һәм мобилизация буйынса ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың туғандарына һәм ғаиләләренә социаль, психологик, көнкүреш һәм башҡа ярҙам күрһәтеү. Ирекмәндәр штабы әүҙемселәре адреслы социаль, шул иҫәптә, тәү сиратта кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар алып килеүҙә, өйҙә һәм хужалыҡта ярҙам итә.
Салауат ҡалаһында Ирекмәндәр штабы 27 сентябрҙән эшләй башлаған. “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы башҡарма комитеты етәксеһе Эльвира Маликова билдәләүенсә, штабҡа “Берҙәм Рәсәй” партияһы фракцияһының бөтә 16 депутаты, ҡала хакимиәте эштәре менән идара итеүсе Семен Евграфов, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Олеся Арестова инә.
- Штаб эшенә шулай уҡ “Ғаилә” үҙәге, йәштәр комитеты, бөтә ирекмәндәр йәлеп ителгән. Беҙҙең ҡаланан мобилизацияланған 290 кешенең ғаиләһенә ярҙам итеү ҡаралған. Штабтың маҡсаты - социаль, психологик, кәрәк булһа матди мәсьәләне хәл итешеүҙә ярҙам итеү. Ғаиләләр ир-егетһеҙ тороп ҡалғас, уларҙың күптәренә автоирекмәндәр ярҙамы талап иелә, кемделер дауаханаға алып барып килергә, кемгәлер аҙыҡ-түлек килтерергә кәрәк. Әгәр ҙә кемгәлер өйөндә бала менән ултырып тороу, ниндәйҙер пособие юллау талап ителһә, беҙ ярҙамға киләбеҙ. Штаб составына социаль ярҙам, полиция, психологик-медик-педагогик хеҙмәте инә. Дөйөм алғанда, төрлө ведомстволарҙың бүлексәләре был штабҡа йәлеп ителгән һәм беҙ эште бергәләшеп, кәңәшләшеп алып барабыҙ, - тип һөйләй Эльвира Маликова.
Уның һүҙҙәренсә, штабҡа мөрәжәғәт итеүселәр бар.
- Ошо көнгәсә 15 кеше мөрәжәғәт итте, уларҙың барыһы буйынса ла ярҙам күрһәтелде, Колл-үҙәккә көн һайын шылтыраталар, ул туҡтауһыҙ эшләй. Ниндәй мөрөжәғәт булыуына ҡарап, колл-үҙәк тейешле структураға йүнәлтә, - тип һөйләй партияның урындағы башҡарма комитеты етәксеһе. - Беҙ кесаҙнанан алып йәкшәмбегә тиклем “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәге нигеҙендә мобилизацияланған граждандарға адреслы һәм дөйөм посылкалар йыйыу менән шөғөлләндек. Был эштә ирекмәндәр хеҙмәте ҙур активлыҡ күрһәтте. Йыйылған посылкалар Пензаға ебәрелде.
Республика территорияһында 64 Ирекмәндәр штабы эшләй, берәүһе “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлеге, ҡалғандары урындағы бүлексәләр нигеҙендә. Ирекмәндәр штабына 35-98-01, 35-33-99 телефондары буйынса Салауат ҡалаһындағы колл-үҙәккә йәки 8 800 201 89 03 республика колл-үҙәге телефонына шылтыратырға мөмкин. Улар иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: