газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
26 Сентябрь 2022, 15:40

Башҡортостанда өлөшләтә мобилизация барышында Рәсәй Ҡораллы көстәре сафына саҡырылыусылар оҙатыла

25 сентябрҙә Салауат ҡалаһында өлөшләтә мобилизация барышында Рәсәй Ҡораллы көстәре сафына саҡырылыусы резервсылар оҙатылды.

25 сентябрҙә Салауат ҡалаһында өлөшләтә мобилизация барышында Рәсәй Ҡораллы көстәре сафына саҡырылыусы резервсылар оҙатылды.

21 сентябрҙә дәүләт башлығы Владимир Путин рәсәйҙәргә үҙенең мәрәжәғәтендә Көнбайыштың коллектив хәрби машинаһына ҡаршы көрәш шарттарында Рәсәйҙә өлөшләтә мобилизация тейешле ҡарар булды, “...беҙҙең Тыуған илде, уның суверенлығын һәм территориаль бөтөнлөгөн һаҡлау, беҙҙең халыҡтың һәм азат ителгән территорияларҙағы кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн, Оборона министрлығының һәм Генераль штабтың Рәсәй Федерацияһында өлөшләтә мобилизация уҙғарыу тураһында тәҡдимен хуплау кәрәк тип иҫәпләйем”, тип аңлатты.
25 сентябрҙә “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәге янында кеше күп йыйылғайны, бында резервсылар ҙа, яҡындарын оҙатырға килеүселәр ҙә бар ине.
Өлөшләтә мобилизация ваҡытында Рәсәйҙең Ҡораллы көстәре сафтарына саҡырылған салауаттар хәрби частарға юлланасаҡ, улар унда күнекмәләр үткәндән һуң хәрби хәрәкәт зонаһына ебәрәләсәк. Мобилизацияға арналған кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктең мобилизацияланған кешеләре сифатлы әҙерлек алһын өсөн бөтә тырышлыҡ һалырға вәғәҙә бирҙе, сөнки был хәрби бурыстарҙы һөҙөмтәле башҡарырға ярҙам итәсәк.
Салауат һәм Күмертау епискобы Николай һәм Рәсәй мосолмандары диния назараты рәйесе, юғары мөфтәй ярҙамысыһы, мөфтөй Рәмил хәҙрәт Насиров был көндө “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгенә килде, улар мобилизацияланған салауаттарға өгөт-нәсихәт еткерҙе һәм рухи яҡтан ныҡлыҡ, тиҙерәк өйгә еңеү менән ҡайтыуҙарын теләне.
- Православныйҙар һәм мосолмандар бергә булырға һәм ғәҙеллек, бәхет һәм именлек өсөн көрәшергә тейеш. Беҙҙең Пәйғәмбәребеҙ: “Үҙ Ватаныңды һаҡлау диндең бер шарты булып тора”, тигән. Һеҙгә һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы теләйем! - тигән изге теләктәрен еткерҙе Рәмил хәҙрәт Насиров.
Салауаттар хәрби частарға ни өсөн алыныуҙарын аңлайҙар:
- Дөрөҫөн әйтәм, өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс повестка көттөм. Беҙ, беҙҙең көстәр Тыуған илгә кәрәк.
- Яҡындарымдың күҙ йәштәрен күреү ауыр. Беҙ еңеү менән ҡайтҡас, уларҙың шатлыҡ йәштәрен күрербеҙ, тип ышанам.
Ҡараңғы төшә башлағас, киске сәғәт 8-ҙә өс автобус “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәге янынан ҡуҙғалып китте.
- Бөгөн егеттәрҙең тәүге төркөмө китте. Призыв комиссияһы иртәндән алып эшләне. Егеттәрҙең һорауҙары күп ине, уларҙың һәр береһенә яуап бирҙек, аңлаттыҡ. Барыбыҙ ҙа еңел булмаған осор килеүен аңлай. Әлеге ваҡытта беҙ ҙур бер күп милләтле ғаилә икәнебеҙҙе тоябыҙ. Беҙҙең яҡташтар - ысын патриотттар, ысын геройҙар. Уларҙы һау-сәләмәт көйө ҡайтыуҙарын көтөп ҡалабыҙ! - тине ҡала хаикмиәте башлығы Игорь Миронов.
- Махсус хәрби операция зонаһында уларҙың ярҙамын Башҡортостанд меңәрләгән хәрбиҙәр көтә. Беҙ еңел булмаған осорҙа йәшәйбеҙ, әммә еңел булмаған осорҙар геройҙар тыуҙыра. Хәрби бурысығыҙҙы лайыҡлы үтәгеҙ, ҡәҙерле яҡташтар. Һәм иҫегеҙҙә тотоғоҙ, һеҙ һәм һеҙҙең ғаиләләр хәҙер беҙҙең дә ғаиләләр. Яҡындарығыҙ өсөн тыныс булығыҙ һәм өйгә иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ! - тип теләне үҙенең сәхифәләрендә төбәк Башлығы Радий Хәбиров.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: