газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
17 Сентябрь 2022, 10:00

Асыҡтан һөйләшеү майҙансығы

Ҡышҡылыҡҡа әҙерлек - әлеге ваҡытта иң көнүҙәк бурыстарҙың береһе. 9 сентябрҙә «Башҡортостан көньяғы» бизнес үҙәгендә ҡала хакимиәте, идара итеүсе компаниялар вәкилдәре, йорт советы рәйестәре, күҙәтеү ведомстволары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында уҙған йорт менән идара итеү форумында тап ошо мәсьәлә ҡаралды.

Асыҡтан һөйләшеү майҙансығы
Асыҡтан һөйләшеү майҙансығы

Ҡышҡылыҡҡа әҙерлек - әлеге ваҡытта иң көнүҙәк бурыстарҙың береһе. 9 сентябрҙә «Башҡортостан көньяғы» бизнес үҙәгендә ҡала хакимиәте, идара итеүсе компаниялар вәкилдәре, йорт советы рәйестәре, күҙәтеү ведомстволары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында уҙған йорт менән идара итеү форумында тап ошо мәсьәлә ҡаралды.

Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Рәжәпов сараны асып, Салауаттың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағындағы йылытыу миҙгеленә әҙерлек эше менән таныштырҙы. Ул капиталь ремонт, биләмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса төрлө программаларға актив ҡушылыу мөһимлеген билдәләп үтте.
Күп фатирлы йорттар милекселәренең ҡала советы рәйесе, Йәмәғәт палатаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һорауҙары буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары Наталья Опятюк йорттарҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләү йүнәлешендәге мөһим һорауҙарҙы күтәрҙе.
- Был форумға мин йорт советы рәйестәрен йылытыу миҙгеле әҙерлек сиктәрендә нимә планлаштырылыуы һәм ысынбарлыҡҡа нимәләр башҡарылыуы, йәки үтәлмәүе хаҡында хәбәр итеүҙәрен һораным, - тине Наталья Опятюк һәм ҡайһы йорттарҙа ниндәй проблемалар булыуын бәйән итте. - Беҙҙең ҡалала йылдың-йылы күп йылылыҡ тотоноусы йорттар бар, ҡалала бер төрлө түләү системаһы булдырылған кеүек, әммә беҙ төрлөсә түләйбеҙ.
Шулай уҡ ул электр энергияһы һәм йылылыҡ өсөн түләү документтарында дөйөм йорт иҫәп приборҙары күрһәткестәре яҙылмауын, БашРТС менән иҫәп биреү приборҙары күрһәткестәрен тапшырыуҙа ҡатмарлыҡтар барлығын әйтеп үтте.
Көньяҡ округ буйынса торлаҡ һәм төҙөлөш надзоры, лицензион контроль бүлеге начальнигы - республиканың торлаҡ һәм төҙөлөш надзоры буйынса дәүләт комитетының дәүләт торлаҡ инспекторы Роман Әхәтов күп фатирлы йорт менән идара итеү эшмәкәрлегенә контроль-күҙәтеүгә ҡағылышлы ҡануниәттәге үҙгәрештәр тураһында һөйләне.
- Быйыл беҙ республика буйынса 920 йортто тикшерҙек, 790 ҡанун боҙоу осрағы асыҡланды. Төп етешһеҙлектәр: конструкцияларҙың төҙөк түгеллеге, йылылыҡ изоляцияһының булмауы, ер аҫты коммуникацияларын ремонтлағандан һуң территорияны төҙөкләндермәү һ.б., - тине Роман Әхәтов.
Төбәк операторының көньяҡ зона буйынса капиталь ремонт бүлеге начальнигы Артур Мирхазов йорттарға капиталь ремонт яһау программаһы республикала 2014 йылдан алып эшләүе һәм төбәктә 17 мең йортта, Салауатта 996 йортта ремонт планлаштырылыуы хаҡында һөйләне.
- Салауатта 24 йортта йортта ремонт башҡарыу планлаштырылған, 10-8ында тамамланған, 13 йортта эштәр бара, бер өйҙә башланмаған. Салауат ҡалаһында капиталь ремонт буйынса ҙур күләмдәге бурыс түләттерелде, - тип һөйләне Артур Мирхазов һәм капиталь ремонт уҙғарыласаҡ йорттар исемлегенә инеү шарттары менән таныштырҙы.
Шулай уҡ форумда төтөн сығыу һәм вентиляция каналдарын тикшереү, ремонтлау эштәренең мөһимлеге хаҡында әйтелде.
- Бөтә докладтарҙан күренеүенсә, идара итеүсе компаниялар һәм йорт советтарының берҙәмлектәге эшмәкәрлеге һорауҙарына ҙур иғтибар бүленә. Беҙҙең ҡалала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт контроленең һәм күп фатирлы йорттарының ҡала советының актив эшләүе ҡыуаныслы. Улар тармаҡҡа бәйле бөтә көнүҙәк һорауҙарҙы хәл итеүҙә мөһим роль уйнай, - тине Артур Рәжәпов.
Һуңынан йыйылыш һорау-яуап форматында дауам итте.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: