Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
16 Сентябрь 2022, 16:10

Юлдар сифатлы ремонтланған

Салауат ҡалаһында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә ремонтланған юлдар ҡабул ителде.

Юлдар сифатлы ремонтланған
Юлдар сифатлы ремонтланған

Салауат ҡалаһында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә ремонтланған юлдар ҡабул ителде.

Беҙҙең ҡаланың Б.Хмельницкий урамындағы Өфө урамынан алып Колхоз урамы киҫелешенә тиклем һәм Горький урамындағы ике участкала Беренсе май урамынан алып Ғафури урамына тиклем һәм Ғафури урамынан алып Чапаев урамына тиклемге юлдарҙа ремонт тамамланды. Подряд ойошмалар ундағы иҫке япмаларҙы алған, ҡойоларҙың ҡапҡастарын тейешле кимәлгә күтәргән, юлды тигеҙләп өҫкө ҡатламға асфальт һалған, шулай уҡ йәйәүлеләр юлын һәм юл биләмәһен тәртипкә килтергән. Белгестәр раҫлауынса, ремонт эштәре ваҡытында башҡарылған.
Юлдарҙы ҡабул итеүҙә ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Рәжәпов, ҡала хужалығы идаралығы, подряд ойошмалары вәкилдәре, депутаттар, Йәмәғәт палатаһы ағзалары ҡатнашты.
Комиссия тәүҙә Б.Хмельницкий, һуңынан Горький урамдарын ҡараны. Беренсе участкала ремонт эштәрен “УралБашТөҙөлөш”, икенсеһендә “Махсус автохужалыҡ плюс” ойошмалары башҡарған.
- Бөгөн ике участкала юлдарҙы ҡабул итеү бара. Дөйөм алғанда, һөҙөмтәләр яҡшы, юлдар бөтә талаптарға яуап бирә. Технадзор асфальттың бер өлөшөн алып тикшереп ҡараны, ул да бар талаптарға тап килә, - тип белдерҙе юл хужалығы бүлеге начальнигы Антон Яковлев. – Етешһеҙлектәрҙән бордюрҙар буйлап ҡара ер һалып сығыу, ҡапҡастарҙы таҙартыу кеүек ваҡ косметик етешһеҙлектәрҙе генә билдәләп үтергә була.
- Беҙҙе, Йәмәғәт палатаһы вәкилдәрен, аҙ мобилле кешеләргә, коляскалы әсәйҙәрге йөрөүе уңайлы булһын өсөн бордюр таштарының түбән төшөрөлеүе, юл билдәләренең һыҙылып сығыуы ҡыҙыҡһындырҙы. Шулай уҡ юл япмаһының сифатын ҡараныҡ, кешеләрҙең дәғүәләрен тыңланыҡ, - ти ҡала Йәмәғәт палатаһыһының хәүефһеҙлек, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт һәм юл хужалығы буйынса комиссияһы рәйесе Андрей Поляев.
Подряд ойошмалары яҡын арала бәләкәй етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә вәғәҙәләне.

Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, ҡалала юл ремонты эштәре Колхоз урамындағы Дзержинский урамынна алып б.Хмельницкий урамына тиклемге өлөшөндә һәм Өфө урамының Калинин урамы киҫелешенән алып К.Марс урамына тиклемге участкаһында дауам итә.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: