газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
10 Сентябрь 2022, 09:45

Сентябрь аҙағына әҙер булыр

Салауатта республика программаһы буйынса һигеҙ йорттоң 20 подъезында комплекслы ремонт эштәре башҡарыла. Ошо көндәрҙә ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов етәкселегендә төбәк операторы вәкилдәре, депутаттар, йәмәғәтселәр подряд ойошмалары үҙ бурыстарын яҡшы үтәйме, объекттарҙы ваҡытында тапшырырға әҙерме икәнен тикшерергә сыҡты. 

Сентябрь аҙағына әҙер булыр
Сентябрь аҙағына әҙер булыр

Салауатта республика программаһы буйынса һигеҙ йорттоң 20 подъезында комплекслы ремонт эштәре башҡарыла. Ошо көндәрҙә ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов етәкселегендә төбәк операторы вәкилдәре, депутаттар, йәмәғәтселәр подряд ойошмалары үҙ бурыстарын яҡшы үтәйме, объекттарҙы ваҡытында тапшырырға әҙерме икәнен тикшерергә сыҡты. 

Әлеге ваҡытҡа һигеҙ йорттоң өсәүһендә подъездар яңы төҫ алған, улар Горький урамындағы 17-се, Ғафури урамындағы 2-се һәм 14-се йорттар. 
В настоящее время новый облик получили подъезды трех домов из восьми: № 17 на улице Горького, № 2 и № 14 на улице Гафури.
- Дөйөм алғанда, эштәр һәйбәт башҡарылған, тик ҡайһы бер подъездарҙа косметик етешһеҙлектәр бар: кабелдәр ҡапланмаған, баҫҡыстарҙа буяу эҙҙәре бөтөрөлмәгән, электр щиттары буялмаған, ремонттан һуң ҡалған сүп-сар йыйыштырылмаған, - тип һөйләне ҡала хакимиәте башлығы тикшереү барышында. - Милекселәргә ошо булған тешһеҙлектәр бөтөрөлмәй тороп башҡарылған эш акттарына ҡултамға ҡуймай тороуҙы һораныҡ, улар төҙөкләндереү эшендә әһәмиәтле роль уйнамаһа ла, дөйөм тәьҫораттарҙы боҙа.  
Подъездарҙы ремонтлау үҙ эсенә инеү урынын, козыректы төҙөкләндереүҙе, ишекте, почта йәшниктәрен алыштырыуҙы, штукатурлауҙы, буяуҙы, иҙәнде алыштырыуҙы һәм башҡа эш төрҙәрен ала. Улар милекселәр менән кәңәшләшеп башҡарылырға тейеш. Шуға күрә эш һөҙөмтәһе лә йортта йәшәүселәр ҡатнашлығындағы комиссия тарафынан ҡабул ителә. Ремонт өсөн аҡса эштәр ҡабул ителеп, тейешле документтарға ҡултамғалар ҡуйылғас ҡына түләнә. Бөтә төр эштәргә лә биш йыллыҡ гарантия ғәмәлдә була. 
- Ҡалған подъездарҙағы ремонт таммаланыу стадияһында. Сентябрь аҙағына тиклем подъездар әҙер булырға тейеш, - тип белдерҙе Игорь Миронов. 
Фото Игорь Мироновтың “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһенән.
Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: