газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
6 Сентябрь 2022, 09:30

“Бөтәһе лә күңел һалып башҡарылған”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, Салауатҡа эшлекле сәфәр менән ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү министры Ленара Иванова, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институтын үҫтереү буйынса совет рәйесе Зөлфиә Ғайсина килде. Маҡсат - Донбастан һәм Украина территорияһынан мәжбүри күсенеп килеүселәрҙе ваҡытлыса урынлаштырыу пункттарын мониторинглау.

“Бөтәһе лә күңел һалып башҡарылған”
“Бөтәһе лә күңел һалып башҡарылған”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, Салауатҡа эшлекле сәфәр менән ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү министры Ленара Иванова, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институтын үҫтереү буйынса совет рәйесе Зөлфиә Ғайсина килде. Маҡсат - Донбастан һәм Украина территорияһынан мәжбүри күсенеп килеүселәрҙе ваҡытлыса урынлаштырыу пункттарын мониторинглау.

Салауат мәжбүри күскенселәрҙе 3 июлдә ҡабул итте. Ике айға яҡын ваҡыт улар өсөн “Урал” ҡунаҡханаһы ваҡытлыса йәшәү урыны булып тора. Ленара Иванова менән Зөлфиә Ғайсина тап ошо ҡунаҡханала булды.
Ҡунаҡтар ашау, уйнау урындарын ҡараны, урында даими дежур итеүсе психологтар һәм медиктар менән һөйләште, волонтерҙарҙың һәм күскенселәрҙең уңайлы йәшәү һәм туҡланыу шарттарын тәьмин итеүҙә, эшкә урынлашыу һорауҙарын хәл итеүҙә, Рәсәй гражданлығы алыуҙа ярҙам итеүсе башҡа хеҙмәттәрҙең эшен баһаланы, балаларҙы белем биреү учреждениеларына әҙерләү нисек барыуын белеште.
Нисек ҡаршы алыуҙары һәм әлеге ваҡытта ярҙам итеүҙәре хаҡында Ленара Ивановаға һәм Зөлфиә Ғайсинаға мәжбүри күсенеп килеүселәр үҙҙәре һөйләне.
Донецкиҙан пенсионер Валентина Краченко бындай тыныслыҡ һәм аңлау тантана иткән мөхитткә эләгеүенә бик ҡәнәғәт.
- Беҙҙе 20-нән ашыу медицина хеҙмәткәре ҡаршы алды. Бик тәмле итеп ашаталар, ҡарайҙар. Күп йылдар уҡымаған китаптарҙы уҡыйым. Салауатта кешеләр шул тиклем изге күңелле, беҙгә ярҙам итергә тырышалар. Мин ике ай эсендә бер тапҡыр ҙа әрләшеү һәм насар һүҙ ишетмәнем. Бик ҙур рәхмәт! - тип ихлас һөйләне ул.
Валентина Опаиц бер бүлмәлә улы Богдан менән йәшәй, оло улы тыуған ҡалаһы Макеевкала ҡалған.
- Өлкән улым хәрби хеҙмәткә саҡырылыу йәшендә, шуның өсөн уны сығарып булманы. Шулай ҙа беҙ уның менән һәр ваҡыт бәйләнештә. Мин хәрби хәрәкәт ветераны. Элек кешеләрҙе сығарыша инем, ә хәҙер үҙемә китергә тура килде. Һеҙҙең врачтарға рәхмәт, улар миңә ныҡ ярҙам итте, сөнки климатҡа яраҡлашыу бик ҡатмарлы барҙы, ҡан баҫымы күтәрелде. Медиктар тейешле дарыу биргәс, бөтәһе лә яйға һалынды. Беҙ бында нисек ҡабул итерҙәр, тип бер аҙ ҡурҡыу менән килдек. Шуны әйтергә кәрәк, беҙҙе салауаттар яҡындары кеүек ҡаршы алды, кешеләр бик һәйбәт. Мин хеҙмәт килешеүе буйынса “Урал” ҡунаҡханаһына йыйыштырыусы булып эшкә урынлаштым. Улыма 18 йәш тулды. Ҡала хакимиәте, ҡунаҡхана етәкселегенә ҙур рәхмәт, улыма тыуған көн ойошторҙолар, ҡотланылар һәм уның күптәнге хыялын тормошҡа ашырҙылар, ул парапланда осто. Улым да эшләп йөрөй, ҡаланан киткеһе килмәй. Иң мөһиме танауҙы төшөрмәҫкә һәм барыһы ла көйгә һалыныр, - тип белдерә ул.
Өфө делегацияһы Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан Салауатҡа килгән балалар менән дә танышты. Улар менән аралашҡанда, ҡыҙ һәм малайҙарҙың ҡайһыһылыр Хажы мәмерйәһенә, ҡайһыһылыр “Бригантина” лагерына барыуы, ә хәҙер барыһы ла яңы уҡыу йылын түҙемһеҙләнеп көтөүе хаҡында һөйләне.
Салауат - Башҡортостандағы ваҡытлыса урынлашыу пункттарын тикшереүҙең өсөнсө объекты. Алдараҡ инспекция Өфөлә һәм Стәрлетаҡта булған. Һуңынан Туймазыға юллана.
- Муниципалитеттар алдына ҡуйылған техник бурыстар үтәлгән. Социаль һорауҙарға ҡағылышлы ҡайһы бер етешһеҙлектәр бар, улар ҙа хәл ителерлек. Беҙҙең республика территорияһына күсенеп килеүселәрҙе урынлаштырыу проблемаһы өҫтөндә бик һөҙөмтәле һәм килешеп эш алып барылыуын билдәләп үтергә кәрәк. Был төбәк тураһында дөйөм ыңғай фекер булдырырға ярҙам итер. Салауат ҡалаһына күсенеп килеүселәрҙе ҡабул итеүҙе яҡшы ойошторғандары өсөн рәхмәт. Үҙенсәлектәр турыһанда әйтһәк, Салауатта әлегә иң яҡшы пункт. Беҙ булған башҡа пункттар менән сағыштырһаң, берҙән-бер кәмселек, ул бүлмәләрҙә санузелдарҙың булмауы. Башҡаһы барыһы ла бик һәйбәт ойошторолған, - тип баһаланы Зөлфиә Ғайсина.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү министры шулай уҡ сифатлы башҡарылған эш өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
- Бөгөн күргәндән сығып, бөтөһе лә грамоталы һәм күңел менән ойошторолған тип әйтәргә була. Ҙур рәхмәт һеҙгә, - тип йомғаҡ яһаны Ленара Иванова.

Эльвира Рәхимова фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: