газета "Салауат"
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
8 Июль 2022, 11:30

Тәртиптә тотоуға ярҙам итә

Коммуналь хужалыҡ өсөн техника һатып алыуға быйыл республика бюджетынан миллиард ярым һум аҡса бүленгән. Ошо көндәрҙә лә яңы транспорт саралары Башҡортостан төбәктәренә, шул иҫәптә бер экскаватор Салауатҡа юлланды. Техникаларҙың асҡыстарын республика Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

Үҙ сәхифәһендә шатлығы менән Республика Башлығы Радий Хәбиров уртаҡлашты.
- Фотола күргән тракторҙар, экскаваторҙар һәм бәләкәй тейәү техникаһы республика ҡала һәм райондарына юлланды. 2022 йылда коммуналь хужалыҡтар өсөн техника һатып алыуға миллиард ярым һум аҡса бүленде, шуның 239 берәмек техника Беларуссия һәм Рәсәйҙә етештерелгән,- тип яҙған Радий Фәрит улы.
Салауат ҡалаһының махсуслаштырылған коммуналь техника автопаркының “Амкодор” йәмғиәте етештергән экскаватор менән тулыланыуы хаҡында ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов та бүлеште.
- Беҙ йыл һайын яңы йәмәғәт территорияларын төҙөкләндерәбеҙ, ә уларҙы тейешле кимәлдә ҡарау ҙа кәрәк. Һис һүҙһеҙ, яңы техника был бурысты һөҙөмтәле үтәргә ярҙам итәсәк. Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенә ярҙам өсөн рәхмәтлебеҙ, - тип белдерҙе ул.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: