газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
6 Июль 2022, 17:45

Мәрхәмәтлек күрһәтер мәл

Башҡортостанға Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан мәжбүри күсенеп килеүселәр килде. Уларҙы 3 июлдә “Өфө” тимер юлы станцияһында ҡаршы алдылар һәм ошо уҡ көндө республиканың бер нисә ҡунаҡхана комплексына урынлаштырҙылар. 90 кешене, улар иҫәбендә 29 баланы, Салауат ҡалаһының “Урал” ҡунаҡханаһында ҡабул иттеләр.

Мәрхәмәтлек күрһәтер мәл
Мәрхәмәтлек күрһәтер мәл

Башҡортостанға Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан мәжбүри күсенеп килеүселәр килде. Уларҙы 3 июлдә “Өфө” тимер юлы станцияһында ҡаршы алдылар һәм ошо уҡ көндө республиканың бер нисә ҡунаҡхана комплексына урынлаштырҙылар. 90 кешене, улар иҫәбендә 29 баланы, Салауат ҡалаһының “Урал” ҡунаҡханаһында ҡабул иттеләр.

Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, төбәккә 331 кеше, шул иҫәптә 105 бала килгән.
Күсенеп килеүселәрҙе баш ҡалала ҡаршы алып, беҙҙең ҡалаға хәүефһеҙ килеп етеүен ваҡытлыса урынлашыу пункты штабы етәксеһе ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Рәжәпов ойошторҙо. Урында уларҙы ирекмәндәр ҡаршы алды. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, ирекмәндәр көн һайын ҡунаҡханала дежур итә.
Күсенеп килеүселәр “Урал” ҡунаҡханаһының уңайлы 45 номерында урынлаштырылды, номерҙар билдәләнгәндә, уларҙың бер яҡтан һәм туғанлыҡ бәйләнештәре булыуы иҫәпкә алынды, йәғни ғаилә ағзаларын һәм ағай-энеләр күрше бүлмәләргә йәшәргә индерелде.
Шул көндө үк ҡунаҡханала ҡала дауаханаһының 23 медицина хеҙмәткәре эшләй башланы, улар килеүселәрҙе ҡарап сыҡты, кәрәк кешеләргә тәүге медицина ярҙамы күрһәтте.
4 июль иртән миграция хеҙмәте, социаль ярҙам һәм пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре тейешле документтарҙы рәсмиләштереүгә тотондо. Бынан тыш, күсенеп килеүселәргә психологик ярҙам да күрһәтелде.
Балалар баҡсаһы һәм мәктәп менән дә мәсьәлә хәл ителгән: мәктәпкәсә йәштәгеләр 27-се балалар баҡсаһына, ә олораҡ балалар 11-се мәктәпкә йөрөйәсәк. Уларҙы төрлө учреждениеларға бүлмәҫкә ҡарар ҡабул ителгән, был уларға адаптацияны бергә үтергә ярҙам итәсәк.
Мәжбүри күскенселәр араһында 9-сы класты тамамлап, артабан һөнәри белем алырға теләүселәр ҙә бар. Әммә уларҙың аттестаттары юҡ. Был һорау ҙа контролгә алынған һәм хәл ителәсәк, теләгәндәрҙең һәр ҡайһыһы Салауат колледждарына уҡырға инеп, үҙенә кәрәкле һөнәр алып сыға аласаҡ.
Яҡын арала ололарҙы эш урындары менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә хәл ителергә тейеш.
- Быйыл эшләмәй торғандан һуң “Бригантина” балалар лагеры тәүге сменаға 100 кешене ҡабул итте. Беҙ хәҙер балалары булған күсенеп килеүселәр менән уларҙың “Бригантина”ла “Әсә һәм бала” заезды барышында ял итеү мөмкинлектәре тураһында һөйләшәсәкбеҙ, балалар өсөн ҡыҙыҡлы программа әҙерләнгән. 7 көнлөк карантиндан һәм адаптация осоронан һуң ҡалаға килеүселәр өсөн мәҙәни-спорт программаһын ойошторабыҙ, ҡаланы күрһәтәбеҙ, - тип бүлеште ҡала хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Олеся Арестова.
Салауатҡа мәжбүри күсенеп килеүселәр ярҙамға мохтаж, уларҙың күптәре документһыҙ һәм кейемһеҙ ҡалған. Киҫкен талап ителгән, шул иҫәптә тәүге кәрәк әйбәрҙәр буйынса һорау битараф булмаған салауаттар ярҙамы менән шунда уҡ хәл ителгән.
Күсенеп килеүселәр менән ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов осрашты.
- Ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә ярҙам итә башлаған битараф түгел кешеләргә рәхмәтлемен. Салауаттарҙың изге күңелле, ярҙамсыл, кәрәк саҡта терәк булырға әҙер икәндәренә тағы бер ҡат инандым. Оператив рәүештә булышлыҡ итеү программаһын әҙерләнек, артабан да ярҙам итәсәкбеҙ, кешеләрҙе ауыр мәлдәрендә үҙҙәрен генә ҡалдырмайбыҙ, - тине ул.
ДНР һәм ЛНР-ҙан мәжбүри күсенеп килеүселәргә ярҙам итергә теләүселәр кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, көнкүреш химияһы һәм шәхси гигиена сараларын киләһе пункттарҙың береһенә килтерә ала: Беренсе май урамы, 1, “Урал” ҡунаҡханаһы (ваҡытлыса урынлашыу пункты), Ленин урамы, 1 (“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының урындағы бүлеге), Ленин урамы, 12 (“Ғаилә” үҙәге). “Урал” ҡунаҡханаһында администратор өҫтәле янында ҡалаға килеүселәрҙең конкрет теләктәренән торған исемлек бар, уның менән танышып, һеҙ конкрет ярҙам күрһәтә алаһығыҙ. Исемлек даими үҙгәреп тора.

Алена Бизикина фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: