газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
2 Июль 2022, 10:10

Тармаҡ күҙәтеү аҫтында

Салауатта ҡала хакимиәте, республиканың Төҙөлөш һәм торлаҡ надзоры буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре, идара итеү компаниялары һәм ресурс менән тәьмин итеү ойошмалары етәкселәре ҡатнашлығында кәңәшмә уҙҙы. Унда йылылыҡ биреү миҙгеленә әҙерлек, 1 сентәбрҙән ғәмәлгә инәсәк ҡанун үҙәрештәре һорауҙары ҡаралды.

Тармаҡ күҙәтеү аҫтында
Тармаҡ күҙәтеү аҫтында

Салауатта ҡала хакимиәте, республиканың Төҙөлөш һәм торлаҡ надзоры буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре, идара итеү компаниялары һәм ресурс менән тәьмин итеү ойошмалары етәкселәре ҡатнашлығында кәңәшмә уҙҙы. Унда йылылыҡ биреү миҙгеленә әҙерлек, 1 сентәбрҙән ғәмәлгә инәсәк ҡанун үҙәрештәре һорауҙары ҡаралды.

- Бөгөн беҙҙә Төҙөлөш һәм торлаҡ надзоры буйынса дәүләт комитеты ултырыш уҙғара һәм уның контролләүсе орган булараҡ түгел, ә идара итеүсе компаниялар менән кәңәшләшеү, булған проблемаларҙы хәл итеү маҡсатында килеүе шатлыҡлы. Әлеге ваҡытта беҙҙең ҡалала 32 идара итеүсе компания эшләй. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағындағы барлыҡ предприятиелар ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, үҙ хеҙмәтен тотороҡло алып бара. Кәңәшмәлә көнүҙәк темалар ҡараласаҡ. Иң мөһиме беҙгә торлаҡ фондты көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә әҙерлеүгә етди яуаплылыҡ менән ҡарау һәм 1 сентябрҙән инәсәк үҙгәрештәрҙе халыҡҡа дөрөҫ итеп еткереү талап ителә, - тине кәңәшмәнең башында ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов.
Төҙөлөш һәм торлаҡ надзоры буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Артур Дәүләтшин үҙенең сығышында бындай эшлекле сәфәрҙәр республиканың дүрт районында һәм ике ҡалаһында планлаштырылыуын билдәләп китте.
- Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡала һәм район башлыҡтарына йылылыҡ биреү миҙгеленә әҙерлекте тикшереү комиссияһына Төҙөлөш һәм торлаҡ надзоры буйынса дәүләт комитеты белгестәрен индерергә ҡушты. Был беҙҙең өсөн яңы, күләмле һәм яуаплы йүнәлеш. Тикшереү комплекслы буласаҡ, шуға күрә идара итеүсе компанияларға булған проблемаларҙы йәшермәҫкә, ә бергәләп хәл итергә кәңәш итәм, - тине Артур Рәмил улы.
Ҡаланың торлаҡ фондының көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек барышы менән ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Рәжәпов таныштырҙы.
- Салауат ҡалаһында дүрт ресурс менән тәьмин итеү ойошмаһы хеҙмәт күрһәтә: “АСТ” (элекке “Электр селтәрҙәре”), “Һыу каналы”, “Салауат ҡалаһы буйынса Газпром газ таратыу” йәмғиәте, “БашРТС Стәрлетамаҡ”тың Салауат ҡалаһындағы филиалы. Бынан тыш, 32 идара итеүсе компания хеҙмәтләндерә. Тотороҡло һәм сифатлы торлаҡ-коммуналь хеҙмәте күрһәтеү өсөн көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлек саралары планына ярашлы 2022 йылда 1022 күп фатирлы йорт тәртипкә килтереләсәк, 7 км электр үткәргестең һауа линияһы, 2 км 340 метр электр үткәргестең кабель линияһы 218 км 735 метр йылылыҡ селтәре ҡышҡы осорҙағы эшкә әҙерләнәсәк. 3 км һыу үткәргес, 500 метр канализация селтәрҙәрендә эштәр алып барыла, 6 трансфарматорҙа, 5 насос станцияһында ремонт планлаштырылған, - тип эш күләме хаҡында һөйләне башлыҡ урынбаҫары. Шулай уҡ ул газ ҡорамалдары менән йыһазландырылған йорттарҙың төтөн һәм вентиляция каналдарын ваҡытында тикшереү мәсьәләһен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Вентиляция каналдарын тикшереү йылына өс тапҡырҙан да кәм үткәрелмәй, йылылыҡ бирелә башлағанға тиклем ете көн алдан, йылы бирелгән миҙгелдең уртаһында һәм йылылыҡ биреү миҙгеле тамамланғандан һуң ете көн эсендә, - тине “Янғын һағы” йәмғиәте директоры Андрей Невайкин.
2022 йылда 303 күп фатирлы йортто газ тәьмин ителеше ентекле тикшереләсәк, уларҙың икәүһендә газ торбалары алыштырыласаҡ.
- Газға бәйле аварияларҙы иҫкәртеү өсөн йылылыҡ биреү миҙгеле башланға тиклем төтөн һәм вентиляция каналдарының торошо тураһында акт бирелергә тейеш, әгәр улар булмаһа, йылытыу миҙгеленә әҙерлек паспортына ҡултамға ҡуйылмай, - тип аңлатма бирҙе “Газпром газ таратыу” ойошмаһының баш инженеры Алексей Корченко. Шул уҡ ваҡытта торлаҡтарға инеү мөмкинлеге булмаған осраҡта, судҡа мөрәжәғәт итеү, әгәр техник хеҙмәтләндереү һәм ремонт ваҡытында вентиляцияла тартыу көсө булмаһа, бөтә йортҡа газ биреү туҡтатылыуы ла мөмкин икәнлеген иҫкәртте.
Ултырышта күп фатирлы йортта дөйөм милекте ҡулланыу һәм ҡарау өсөн файҙаланылған коммуналь ресурстар өсөн түләү күләмен билдәләү тәртибенә ҡағылышлы ҡануниәттәге үҙгәрештәр ҙә ҡаралды. Әгәр быға тиклем милекселәр уны билдәләнгән норматив буйынса түләп, унан артҡан сығымды ҡаплау идара итеүсе компаниялар өҫтөнә төшә ине, 1 сентябрҙән был хаҡты ҡулланыусылар түләйәсәк.
- Коммуналь ресурстарға норманан артыҡ сығымдарҙың барлыҡҡа килеүе һыуҙы, электр энергеяһын, йылылыҡты дөрөҫ ҡулланмауға бәйле. Әгәр дөйөм йорт иҫәп приборы юҡ икән, түләү норматив буйынса алынасаҡ, ә иҫәп приборы булған хәлдә факт буйынса түләү ҡаралған. Милекселәрҙең дөйөм йыйылышы ҡарары нигеҙендә түләү уртаса күләмдән, йәки факт буйынса иҫәпләнергә мөмкин. Иҫәп приборы һәм милекселәр йыйылышының ҡарары булмаған осраҡтахаҡ норматив буйынса билдәләнә. Был осраҡта йыл тамамланғас, икенсе йылдың тәүге кварталында ҡабаттан иҫәпләү ҡаралған. 1 сентябргә тиклем ҡануниәткә индерелгән үҙгәрештәрҙе халыҡҡа еткерергә, аңлатырға бурыслыбыҙ, - тип һөйләне Артур Рәжәпов.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: