газета "Салауат"
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
26 Апрель 2022, 16:46

Соҡорҙарҙы ямау дауам итә

Яҙ етеү менән йыш ҡына ҡар менән бергә асфальт та “ирей”. Белгестәр быны ҡышҡы һауа температураһының ҡапыл үҙгәреүе менән аңлата. Һөҙөмтәлә юлдағы соҡорҙарҙың хәүефле булыуын иҫәпкә алып, юлдар асылыу менән ремонт эштәре башлана.

Соҡорҙарҙы ямау дауам итә
Соҡорҙарҙы ямау дауам итә

19 апрелдә юлсылар Монтажсылар бульварында һәм Нефтселәр проспектында юлдағы соҡорҙарҙы ямай башланы.
– Тәү сиратта тығыҙ юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау өсөн ремонт эштәре һалҡын асфальт менән башҡарыла. Уны минус 30 градустан плюс 40 градус һауа температураһына тиклем һалырға мөмкин. Соҡорҙарҙы алдан эшкәртәләр: «дөрөҫ» формаға тиклем ҡырҡып алалар, горелка менән йылыталар, һуңынан уға асфальт-бетон ҡатнашмаһын тултыралар һәм виброплит менән тығыҙлап сығалар. Уңайлы һауа шарттары етеү менән деформацияларҙы бөтөрөү буйынса ҡайнар асфальт-бетон ҡатнашмалары менән эште дауам итәсәкбеҙ, – тип аңлатты юл хужалығы бүлеге начальнигы Антон Яковлев.
2022 йылда дөйөм майҙаны 4430 метрлыҡ автомобиль юлдарын ремонтлау күҙаллана. Төҙөүселәр, Карл Маркс, Зәки Вәлиди урамдары, Нефтселәр проспекты асфальт түшәүгә әҙер.
Антон Яковлев һүҙҙәренсә, эштәрҙең төп өлөшөн 15 июнгә тиклем тамамлау күҙаллана. Ә бына юл япмаһын мониторинглау был датанан һуң да дауам итәсәк. Авария хәлендәге соҡорҙарҙы асыҡлаған осраҡта хеҙмәткәрҙәр уларҙы бөтөрөү менән шөғөлләнәсәк.

Эльвира Рәхимова һәм Гөлнара Асҡарова фотолары.

Автор:Назгуль Казакбаева
Читайте нас: