Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
22 Апрель 2022, 12:23

Бөтәбеҙ ҙә - өмәгә

Иртәгә, 23 апрелдә, Салауат ҡалаһы "Йәшел Башҡортостан" акцияһы сиктәрендә дөйөм республика экологик өмәгә ҡушыла.

Бөтәбеҙ ҙә - өмәгә
Бөтәбеҙ ҙә - өмәгә

Иртәгә, 23 апрелдә, Салауат ҡалаһы "Йәшел Башҡортостан" акцияһы сиктәрендә дөйөм республика экологик өмәгә ҡушыла.

Йыйылыу урыны ике ерҙә: беренсеһе - Калинин һәм Урман паркы урамдары киҫелеше, икенсеһе - Ағиҙел йылғаһы буйындағы биләмәләге туҡталҡа. «Янғын һағы» учреждениеһы янында сәғәт 11-ҙә ялан кухняһы эшләй башлай, өмәселәрҙе мауыҡтырғыс программа (6+) көтә. Ҡала етәкселеге салауаттарҙы һәм ҡала ҡунаҡтарын сарала әүҙем ҡатнашырға саҡыра. Үҙегеҙ менән яҡшы кәйеф алырға онотмағыҙ. Сүп-сар йыйыу өсөн ҡапсыҡтар таратыласаҡ. Ҡала таҙалығына битараф булмайыҡ, уны матурлайыҡ, күркәмерәк итәйек.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: