газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
21 Апрель 2022, 11:54

Эт аҫрайым тиһәң

Уҙған аҙна ҡаланың административ комиссияһы полиция хеҙмәткәрҙәре менән берлектә эттәрҙе тышта йөрөтөү ҡағиҙәләрен үтәү буйынса рейд уҙғарҙы. Комиссияға Йәмәғәт палатаһы ағзалары ла ҡушылды.

Эт аҫрайым тиһәң
Эт аҫрайым тиһәң

Уҙған аҙна ҡаланың административ комиссияһы полиция хеҙмәткәрҙәре менән берлектә эттәрҙе тышта йөрөтөү ҡағиҙәләрен үтәү буйынса рейд уҙғарҙы. Комиссияға Йәмәғәт палатаһы ағзалары ла ҡушылды.
Ысынлап та, фатирҙа эт аҫрайһың икән, улар өсөн яуаплылыҡ тойорға, билдәләнгән ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк. Һүҙ юҡ, бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалып булмай, талаптарҙы намыҫлы үтәгәндәр ҙә байтаҡ, әммә тышҡа хужалары менән йөрөгән эттәрҙең күбеһе морондороҡһоҙ. Ә ҡапыл ташланып, кеше зыян күрһә? Ул осраҡта икеләтә проблемаларға юлығыуың ихтимал. Иң яҡшыһы - ҡағиҙәләрҙе инҡар итмәү.
Был көндө рейд хеҙмәткәрҙәре, башлыса, халыҡтан күп ялыуҙар килгән участкаларҙа булды. Шуларҙың береһе - ҡала дауаханаһы биләмәһе. Балиғ булмаған ҡыҙ хәүефле эттәр тоҡомона ҡараған «дуҫы» менән йөрөй, морондоғо юҡ. Бала балиғ булмағанға күрә, уға протокол төҙөп, штраф һала алманылар. Әммә уның менән йәмәғәт урындарында эттәрҙе морондоҡһоҙ йөрөтөргә ярамағанлығы тураһында профилактик әңгәмә үткәрелде. Был ҡыҙҙың ата-әсәһе хәүеф төркөмөнә ҡараған тоҡомло эттәрҙе балиғ йәшенә етмәгәндәргә йөрөтөү тыйылыуын мотлаҡ белергә тейеш.
Цвергшнауцер тоҡомло эттең морондоғо ғына түгел, хатта муйынсаҡлы бауы ла юҡ. Уның хужаһы быны былай тип аңлатты: йәнәһе, уның эте бер кемгә лә теймәй, уҫал түгел, яҡын ғына йәшәйҙәр, был уларҙың саф һауала йөрөй торған ғәҙәти урыны. Уға ҡарата административ протокол төҙөлдө.
4-се мәктәп территорияһында ла «тоғро дуҫтары» менән саф һауа һуларға сығыусылар байтаҡ ине. Эттәрҙең күптәре декоратив төркөмгә ҡарай. Уларға морондоҡ кейҙерергә кәрәкмәһә лә, белем биреү учреждениеһы биләмәһендә теләһә ниндәй эттәрҙе йөрөтөү ҡәтғи тыйыла. Был турала уларҙың хужаларына әйтелде. Араларында ротвейлер морондоҡһоҙ, муйынсаҡлы бауһыҙ йөрөй ине. Хужаһына ҡарата протокол төҙөлдө. Тик эт хужалары ла үҙ дәғүәләрен белдерергә ашыҡты. Уларҙың барыһы ла эттәрҙе саф һауала йөрөтөү өсөн махсус урындарҙың юҡлығына зарлана. Бер ҡайҙа ла йөрөргә ярамай, беҙгә ни эшләргә, тип саң ҡаға улар. Ысынлап та, уйланырға урын бар. Ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгән намыҫлы граждандар ҙа осраны ул көндө.
- Административ комиссия бындай рейдтарға йыш сыға. Йорт хайуандарын аҫрау ҡағиҙәләренә ярашлы, эттең хужаһы тирә-йүндәгеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итерҙәй тейешле саралар күрергә тейеш, этен урамға морондоҡта һәм муйынсаҡлы бауҙа йөрөтөргә бурыслы. Әммә, бөтә ҡағиҙәләрҙе инҡар итеп, күптәр эттәрен иректә йөрөтә. Бөгөнгө рейд та быны раҫлай. Улар менән профилактик әңгәмәләр үткәрелде, протоколдар төҙөлдө, штраф һалынды, - тип һөйләй административ комиссия ағзаһы Марс Бохармәтов.
Шулай итеп, эттәрҙе муйынсаҡлы бауһыҙ һәм морондоҡһоҙ йөрөткән өсөн Башҡортостан Республикаһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 13.7 статьяһы буйынса 500 һумдан 5 мең һумғаса штраф янай. Эттәре йәмәғәт урындарын бысратҡан өсөн эт хужаһына 6.3 статья буйынса 2 меңдән 3 мең һумға тиклем административ штраф түләргә тура киләсәк.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: