газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
15 Апрель 2022, 15:39

*15 апрель – Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнө

Яратҡан шөғөл дауалай, күңелде үҫтерә Усаҡты һүндермәй көлдәге ҡуҙҙары, шул ҡуҙҙай, йәнһаҡсы милләтем ҡыҙҙары, тип яҙған шағирә Гөлнара Хәлфетдинова. Эйе, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары элек-электән тырыш, уңған, бар нәмәгә оҫта булған. Мәҡәлә геройы Гөлсинә Ниғмәтуллина ла тап шундайҙарҙан.

*15 апрель – Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнө
*15 апрель – Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнө

Гөлсинә Солтан ҡыҙы энә тотоп тыуған тиһәк тә, хата булмаҫ, сөнки тегеү һәләте уға ҡандан күскән. Алты йәштә әсәһенә эйәреп тегә башлаған Гөлсинә Ниғмәтуллина бар ғүмерен шуға бағышлай. Мәктәпте тамамлағас уҡ, ательеға эшкә урынлаша. Мөмкинлек килеп сығыу менән, уҡытыусы һөнәре булмауына ҡарамаҫтан, Салауат ҡалаһының 25-се башҡорт гимназияһында хеҙмәт уҡытыусыһы булып эш башлай. Биш йылдан Өфө ҡалаһының педагогик колледжына уҡырға инеп, ситтән тороп уҡытыусы һөнәрен үҙләштерә. Бала саҡтан уҡытыусы булырға теләгән ҡатындың хыялы тормошҡа аша. Эшкә Гөлсинә Солтан ҡыҙы байрамға барған кеүек йөрөй. Шулдыр инде үҙ эшеңде, шөғөлөңдө табыу...
20 йыл ваҡыт, балаларға белем биреү менән, һиҙелмәй үтеп китә һәм Гөлсинә Ниғмәтуллина хаҡлы ялға сыға. Уҡытҡан осорҙа дәрте, илһамы ташып торған ханым, пенсияла ваҡытын бушҡа үткәрмәҫ өсөн, “Көмөш тәңкә” фольклор-шиғриәт коллективына йөрөй башлай.
– Ансамблдең ҡыҙҙары менән үҙебеҙгә башҡорт милли кейемдәрен тегеп алырға булдыҡ. Бала саҡтан энә менән дуҫ булғас, был эште мин үҙ өҫтөмә алдым. Һәм өс аҙна эсендә ансамблдең 13 ағзаһына милли күлдәктәр тегеп бирҙем, – тип һөйләй Гөлсинә Солтан ҡыҙы. – Әлбиттә, быға тиклем дә милли күлдәктәр теккәнем булды, әммә улар тик ҡурсаҡтар өсөн ине. Һәм был үҙенсә бер эксперимент булды, уңышлы килеп сыҡты, тип уйлайым.
Гөлсинә Ниғмәтуллинаның фантазияһы милли кейемдәрҙә генә туҡталып ҡалмай. Уның эштәре араһында ҡорамалар тегеү техникаһында ла күп әйберҙәр күреп була. Ул этно стилдәге жилеттар, түшәктәр, балаҫтар тегә, бынан тыш төрлө ҡашмауҙар, түшелдеректәр яһай, ғөмүмән, ниндәй генә эштәре юҡ. Ҡурсаҡтарға тегелгән милли кейемдәрҙең төрлөлөгө... Ә иҫ китерлек “Ете ҡыҙ” тип аталған күлдәк ни тора. Башҡорт орнаменттары, сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән күлдәктең үҙенсәлеге – итәгенә тегелгән бейеп тороусы ете ҡыҙҙың һыны.
Ҡорама тегеү техникаһындағы эштәрендә лә ниндәй генә орнамент осратмаҫһың. Хатта төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының милли кейемдәренә хас тамбурлы сигеүҙе лә күреп була. Гөлсинә Солтан ҡыҙының фантазияһы киң. Быны уның төрлө ҡала, республика кимәлендәге еңеүҙәре дәлилләй.
– Барлыҡ эштәремде һанап бөтөрлөк түгелдер ул, – тип йылмая ул.
Тегеү оҫталығы, әйтеп үтеүебеҙсә, уға ҡандан күскән. Әсәһенең шөғөлө менән бәләкәй Гөлсинә алты йәштә шөғөлләнә башлаһа, үҙенең ҡыҙы Әлиә лә был шөғөлгә тап алты йәшендә килгән һәм бөгөнгө көнгәсә буш ваҡыттарын тегеүгә арнай. Гөлсинә Солтан ҡыҙының Фәрит исемле улы ла булған. Тик һуғыш аямай, 2001 йылда контракт буйынса Чечняға хеҙмәт итергә киткән улы әсәһе янына әйләнеп ҡайтмай. Әсә кешегә баланы юғалтыуҙан да ҡурҡынысыраҡ бәлә бармы икән ул? Гөлсинә Солтан ҡыҙына был ҡайғыны еңергә һәм артабан йәшәргә ҡыҙы һәм яратҡан шөғөлө ярҙам итә.
– Һәр кешенең – үҙ яҙмышы. Беҙ нисек булырын белмәйбеҙ һәм булғандарҙы үҙгәртә алмайбыҙ. Беҙҙең бер бурыс – бер нимәгә ҡарамай, артабан йәшәргә. Ысынлап та, ҡайғы йәки ниндәйҙер проблемалар баҫҡанда, мин тегергә ултырам. Һәм бөтә тәнем, йәнем менән шөғөлөмә биреләм. Был миңә бар насарлыҡтарҙы оноторға ярҙам итә. Йәштәргә иң мөһиме үҙ шөғөлдәрен табыуҙарын теләйем. Күңел тартҡан, яратҡан эш булыу – ул ҙур бәхет! - ти оҫта ҡуллы Гөлсинә Ниғмәтуллина.

Фотолар Гөлсинә Ниғмәтуллинаның шәхси архивынан алынды.

Автор:Назгуль Казакбаева
Читайте нас: