газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
2 Апрель 2022, 10:15

Апрелдә кемдең пенсиялары арта?

1 апрелдән республикала 100 мең пенсионерҙың пенсияһы арттырыла

Апрелдә кемдең пенсиялары арта?
Апрелдә кемдең пенсиялары арта?

1 апрелдән республикала 100 мең пенсионерҙың пенсияһы арттырыла

2022 йылдың 1 апреленән дәүләт пенсия тәьминәте буйынса пенсия (шул иҫәптән социаль) 8,6 процентҡа арта. Пенсионерҙың уҙған йылдағы йәшәү минимумы үҫешен иҫәпкә алып, йыл һайын 1 апрелдә пенсия күләме арттырыла, тип белдерҙеләр Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә.
«Республиканың 99 947 пенсионерына арттырылған пенсия түләнергә тейеш», - тине Рәсәй Пенсия фондының республика бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров. Быйыл индексация 7,7 процент кимәлендә планлаштырылғайны. Әммә, Рәсәй президенты Владимир Путиндың йәшәү минимумын һәм страховка пенсияларын 8,6 процентҡа индексациялау тураһындағы ҡарарҙарын иҫәпкә алып, 2022 йылдың 1 апреленән социаль пенсиялар ҙа 8,6 процентҡа арта. Бынан тыш, хәрбиҙәрҙең инвалидлыҡ буйынса дәүләт пенсиялары, ҡараусыһын юғалтыу осрағы буйынса пенсиялар (һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә, тол ҡатындарына), Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарының һәм яугирҙәренең инвалидлыҡ буйынса пенсиялары, радиация йәки техноген һәләкәттәр һөҙөмтәһендә зыян күргән граждандарҙың һәм уларҙың ғаилә ағзаларының ҡартлыҡ буйынса пенсиялары арттырыла. Шулай уҡ Рәсәй Федера­цияһы Геройҙарына, Социалистик Хеҙмәт Геройҙарына, Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройҙарына, Дан ордены, I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләнгән граждандарға өҫтәмә айлыҡ матди тәьминәт күләме индексациялана.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: