газета "Салауат"
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
30 Март 2022, 16:05

Маҡсат - хәүефте иҫкәртеү

Көндәрҙең көндөҙ йылытып, ә кистәрен һыуытып тороуы ҡарҙың иреүенә, ҡыйыҡтарҙа боҙбармаҡтар, ә юлдарҙа боҙлауыҡ барлыҡҡа килеүенә килтерә. Ошоға бәйле Салауаттың административ комиссияһы күп фатирлы йорттарҙың, учреждениеларҙың, предприятиеларҙың, сауҙа нөктәләренең ваҡытында ҡыйыҡтарын, биләмәләрен таҙартыуын тикшереү буйынса рейд уҙғарҙы.

Маҡсат - хәүефте иҫкәртеү
Маҡсат - хәүефте иҫкәртеү

Йорт яны территорияһын ҡарау, шулай уҡ боҙлауыҡтарҙан һәм боҙбармаҡтарҙан таҙартыу идара итеүсе ойошманың бурысы инә. Ә бына сауҙа һәм башҡа төрлө учреждениелар биләмәләрендәге был эште милекселәр һәм бинаны арендаға алыусылар башҡарырға тейеш.
- Кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн, административ комиссия ағзалары тарафынан Салауат ҡалаһын төҙөкләндереү ҡағиҙәләрен боҙоу, ә теүәлерәк әйткәндә, ҡыйыҡтарҙы боҙбармаҡтарҙан, йыйылған ҡарҙан таҙартмау, шулай уҡ биләмәләрҙә боҙлауыҡ барлыҡҡа килмәүен контролгә алмау, тайғаҡ ерҙәрҙе махсус саралар менән эшкәртмәү, квартал эсе юлдарын, бинаға инеү урындарын таҙартмау кеүек административ тәртип боҙоуҙарҙы билдәләү буйынса рейдтар уҙғарыла, - тип асыҡлыҡ индерә административ комиссия ағзаһы Марс Бөхәрмәтов.
Рейд барышында тикшереү өсөн ҡаланың бер нисә урыны һайлап алынды. Админитсратив комиссия йорт яны территорияларын, сауҙа, хеҙмәт күрһәтеү объекттары биләмәләрен ҡараны. Улар араһында юлдарҙы асфальтҡа тиклем таҙартып ҡуйғандар ҙа, бөтөнләй ҡарҙы таҙартмағандар ҙа, инеү урынында боҙлауыҡ барлыҡҡа килеп тә, уны махсус эретмә менән эшкәртмәгәндәр ҙә осраны. Шулай уҡ рейдта ҡатнашыусылар ҡыйыҡтарынан боҙбармаҡтар һәм күпләп ҡар өйөлөп торған күп фатилы йорттарға ла тап булды.
Административ комиссия ҡарҙың, боҙлауыҡты һәм боҙбармаҡты ваҡытында таҙартмаған өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылыу ҡаралыуы хаҡында иҫкәртә.
- Карниздарҙы, ҡыйыҡтарҙы, инеү урындарын, юлдарҙы таҙартыу буйынса ваҡытында саралар күрелмәгән осраҡта, Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексы нигеҙендә вазифалы кешеләргә 5 000 һумдан 10 000 һумға тиклем, юридик шәхестәргә 15 000 һумдан 20 000 һумға тиклем административ штраф һалына, - тип иҫкә төшөрә административ комиссия рәйесе урынбаҫары Екатерина Буланкина.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: