газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
29 Март 2022, 15:35

Йорттоң ҡыйығынан һыу аҡһа, нимә эшләргә?

Йорттоң һуңғы ҡатында йәшәүселәр бинаның ҡыйығынан һыу ағыу тураһында ишетеп кенә белмәй. Ҡыйыҡтан һыу көслө ямғыр һәм яҙ миҙгелендә ҡар ирегән осорҙа ағыуы ихтимал. Шулай итеп, түбәнән һыу аға - нимә эшләргә? Был һәм башҡа һорауҙарға Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенән яуап бирәләр.

Һуңғы өс көн эсендә Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең системаһы йорт түбәләренән һыу ағыуы тураһында 12 мөрәжәғәт ҡабул иткән. Улар Дәүләкән, Краснокама райондарынан, Салауат ҡалаһы һәм Өфө ҡалаһының Совет районынан килгән.
Салауат ҡалаһының 16-сы һанлы йортоноң түбәһенән һыу ағыуы һәм уның электр щитына әләгеү ихтималлығы тураһында социаль селтәрҙә яҙғандар. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, өй ҡыйығы таҙартылған, ваҡытлыса полиэтилен түшәлгән. Подъезда электр щиты тикшерелгән, хәҙер унда һыу эләкмәй. Идара итеүсе компания, йортта планлаштырған ағымдағы ремонт 2022 йылдың 1 июленә тиклем башҡарыласаҡ, ти вәғәҙәләй. Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәге был мәсьәләне контролдә тотасаҡ.
Ә хәҙер инструкция тураһында. Йорт ҡыйығына капиталь ремонт үткәрелеп тә ямғырҙар ваҡытында фатирҙы һыу баҫһа, ул саҡта нимә белеү зарур?
* Фотоға йәки видеоға төшөрөгөҙ. Тик бының алдынан электр утын һүндерергә онотмағыҙ;
* Коммуналь хеҙмәт диспетчерына мөрәжәғәт итегеҙ. Ғаризаны телдән йәки яҙма рәүештә ҡалдырырға мөмкин;
* Түбәнән һыу ағыуы тураһында подряд ойошмаһы йәки Башҡортостан Республикаһының капиталь ремонт фондына хәбәр итегеҙ. Бушлай ҡыҙыу линия телефоны: 8-800-775-69-77.
* Түбәнән һыу ағыуы тураһында акт төҙөгөҙ;
* Капиталь ремонт фондына kapremont02.ru, vk.com/bash.kapremont яҙма рәүештә мөрәжәғәт итегеҙ. Капиталь ремонт фонды хәҙер телеграмда ла бар: https://t.me/bash_kapremont
Статистика тураһында. Башҡортостан халҡын һуңғы тәүлек эсендә юлдар темаһы күберәк борсоған (118 мөрәжәғәт). Икенсе урында - иҡтисад һәм бизнес һорауҙары (70). Социаль яҡлау һорауҙары (55 мөрәжәғәт) өсөнсө урында.
Фото: БЮТ телеканалының тура эфирынан скриншот

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: