газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
22 Март 2022, 10:40

Ағиҙел яры буйында - “Ҡарлы өмә”

Көндөҙ яҙғы ҡояш нурҙарын нығыраҡ һипһә лә, ҡышын мул яуған ҡар күп әле. Уҙған йома “Ҡарлы өмә” лә ҡатнашыуға саҡырыуҙы ҡабул итеп, Ағиҙел ярына “Һыу каналы”, “Флора” ойошмалары, Трамвай идаралығы, ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре йыйылды. Улар төҙөкләндереүҙән һуң матур ял итеү урынына әйләнгән Ағиҙел яры буйын ҡарҙан, боҙҙан таҙартыуҙа ҡатнашты. Көндөң ҡояшлы булыуы уларҙы эшкә дәртләндерҙе.

Акцияла ҡатнашыусылар төрлө тренажер ҡоролмалары урынлашҡан спорт майҙансығында йөрөү уңайлыраҡ булһын өсөн шарттар тыуҙырҙы.
- Бөгөнгө сара бик кәрәкле, ҡыш, йәй, ғөмүмән, ниндәй миҙгел булыуға ҡарамаҫтан, актив спорт менән шөғөлләнгән кешеләрҙең һорауҙары буйынса спорт майҙансығын таҙартабыҙ. Эш аҙнаһы аҙағы, шулай ҙа саф һауалағы физик эш көндәлек мәшәҡәттәрҙән арындыра. Һауа торошо ла көс-ҡеүәт өҫтәп тора, кәйефте лә күтәрә, - ти “Флора” учреждениеһының участок начальнигы Андрей Милякин.
Әйткәндәй, дөйөм өмәләр һәр кемгә йәшәгән ҡалаһының, ихатаһының ҡәҙерле булыуын, уның матурланыуына, төҙөкләнеүенә һин дә көс һалырға әҙер булыуыңды иҫбатлау мөмкинлеге.
- Кешеләр ошолай өмөләргә, дөйөм эштәргә сығып, ҡаланы таҙартыуға үҙ өлөшөн индерә икән, был бик яҡшы. Спорт менән шөғөлләнеүсе кешеләргә хәҙер бына бөтәһе лә уңайлы буласаҡ, - ти финанс идаралыҡ хеҙмәткәре Павел Ильичев.
Дөйөм тырышлыҡ менән билдәләнгән майҙансыҡ ялт итеп ҡалды. Ҡалабыҙҙың әүҙем тормош рәүеше алып барған халҡы өсөн саф һауала атлап йөрөү һәм физик активлыҡ, спорт ҡоролмаларында шөғөлләнеү өсөн уңайлыҡтар барлыҡҡа килде.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: