газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
15 Март 2022, 11:35

Һәр хәлгә әҙер булырға

Яҙ килеү менән уның хәүефле мәлдәре лә арта. Салауатта яҙғы ташҡынға әҙерлек саралары сиктәрендә күнекмәләр үтте. Унда ҡатнашыусылар Салауат психоневрология интернаты пациенттарын һәм хеҙмәткәрҙәрен эвакуациялау һәм зыян күреүселәрҙе ваҡытлыса йәшәү пунктына урынлаштырыу бурыстарын үтәне.

Һәр хәлгә әҙер булырға
Һәр хәлгә әҙер булырға

Яҙ килеү менән уның хәүефле мәлдәре лә арта. Салауатта яҙғы ташҡынға әҙерлек саралары сиктәрендә күнекмәләр үтте. Унда ҡатнашыусылар Салауат психоневрология интернаты пациенттарын һәм хеҙмәткәрҙәрен эвакуациялау һәм зыян күреүселәрҙе ваҡытлыса йәшәү пунктына урынлаштырыу бурыстарын үтәне.

- Салауат һыу баҫыу биләмәһенә ҡарағанға күрә, бөгөн ҡалала ташҡынға ҡаршы саралар уҙғарыла. Беҙ йыл да бындай сараларҙы планлаштырабыҙ, былтыр ике аҙнаға һуңыраҡ булғайны, быйыл көндәрҙең иртәрәк йылыта башлауы менән бәйле, улар иртәрәк үткәрелә. Ҡала территорияһында яҙғы ташҡынға әҙерлек тулыһынса бара. Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуһа, беҙ тиҙ хәрәкәт итергә бурыслы, ташҡынға ҡаршы комиссия йыйыла, унда ниндәй саралар башҡарырға кәрәклеге ҡарар ителә. Төп бурыстарҙың береһе - ул һыу баҫыу зонаһына эләккән халыҡты эвакуациялау һәм һәм ваҡытлыса йәшәү урынына урынлашырыу, - тип һөйләй Салауат ҡалаһының граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Руслан Грацкий. Уның билдәләүенсә, быйылғы күнекмәләрҙең үҙенсәлеге шунда, быға тиклем бындай саралар торлаҡ йорттарҙа йәшәүселәр менән ойошторолһа, быйыл социаль әһәмиәтле объект - психоневрология интернаты алынған.
Күнекмәләргә ҡала хакимиәте вәкилдәре, ҡотҡарыусылар, медиктар, полицейскиҙар йәлеп ителде, ғөмүмән, интернаттағы кешеләрҙе “ҡотҡарыу” өсөн барлыҡ ашығыс ярҙам хеҙмәттәре килде, кемделер носилкала, кемделер коляскала алып сыҡтылар, ҡалғандарға ярҙам иттеләр. Һуңынан уларҙы Салауат механика-төҙөлөш колледжы нигеҙендәге ваҡытлыса урынлаштырыу пунктына килтерҙеләр. Кешеләр бында иң тәүҙә теркәлеү үтте. Уларға барлыҡ уңайлы шарттар булдырылғайны, туҡланыу өсөн ашхана, психологик һәм медицина ярҙамы өсөн кабинеттар, йәшәү һәм йоҡлау өсөн бүлмәләр, йәғни өс көнгә тиклем ваҡытлыса йәшәп тороу өсөн барыһы ла әҙәрләнгәйне. Һуңынан уларҙы туғандарына, шифаханаларға, профилакторийҙарға күсереү өсөн шарттар тыуҙырыла. Күнекмә планына ингән барлыҡ саралар оператив һәм теүәл башҡарылды.
Руслан Грацкий күнекмәләргә бындай баһа бирҙе:
- Минеңсә, бөгөн беҙ яҡшы тәжрибә алдыҡ, барыбыҙ ҙа күнекмәләрҙе уҙғарыу кәрәклегенә төшөндөк, - тине ул.
Әйткәндәй, Салауат ҡалаһында һәр төрлө ғәҙәттән тыш хәл килеп сығыу осрағына кешеләрҙе ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн 37 пункт булдырылған. Ҡала территорияһында һыу баҫыу зонаһына 1800 кеше эләгеүе ихтимал.
Был көндө Муса ҡасабаһының Йылға буйы урамындағы йорттарҙа йәшәүселәр менән профилактик һөйләшеү уҙғарылды һәм иҫкәрмәләр таратылды.
- Аҙна һайын 36-сы янғын ҡотҡарыу часының шәхси составы тарафынан яҙғы ташҡын осоронда һыу баҫыу ихтималлығы зонаһына ингән шәхси секторҙа профилактик рейдтар үткәрәбеҙ. Уның барышында халыҡ менән иҫкәртеүсе һөйләшеү алып барыла, ташҡын осоронда үҙҙәрен нисек тотоу хаҡында инструкция бирелә, - тип аңлатма бирә 36-сы янғын-ҡотҡарыу часы начальнигы Константин Щетинкин.
Ул шулай уҡ халыҡҡа һыу баҫыу осрағына ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе лә әйтеп үтте.
Әгәр һеҙҙең торлаҡ һыу баҫыу зонаһына эләгә һәм һеҙ өйҙә ҡалаһығыҙ икән:
- һыу аға торған канауҙарҙы, торбаларҙы сүп-сарҙан, ҡарҙан һәм боҙҙан таҙартып ҡуйығыҙ,
- баҙ, мөгәрәптәге йәшелсәләрегеҙҙе, ҡайнатмаларығыҙҙы һәм тоҙланған әйберҙәрегеҙҙе юғарыраҡ урындарға күсерегеҙ,
- шәхси әйберҙәрегеҙҙе, мебелде туғандарығыҙға күсереп торһағыҙ була,
- тейешле аҙыҡ-түлек, һыу өсөн һауыттар, шәм, кәрәсин фонаре, резина итектәр әҙерләгеҙ,
- йорт хайуандары булһа, уларға аҙыҡ әҙерләгеҙ.
Йортоғоҙҙан китһәгеҙ:
- тәҙрәләрегеҙҙе, форточкаларығыҙҙы, газ һәм һыу крандарын ябығыҙ,
- электр приборҙарын, счетчиктан электр энергияһын һүндерегеҙ,
- үҙегеҙ менән документтарығыҙҙы һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙарығыҙҙы алығыҙ,
- йорт хайуандарының ваҡытлыса йәшәү урынын билдәләгеҙ.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: