Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
10 Март 2022, 18:00

Хәрби әҙерлек - әһәмиәтле бурыс

Ҡала хакимиәтендә призыв комиссияһы ултырышы үтте. Унда Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рәмил Хәйретдинов, ведомство вәкилдәре, ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов ҡатнашты.  - Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров раҫлаған планға ярашлы, бөгөн комиссия граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү, призывты ойоштороу, хәрби учет хәлен тикшереү өсөн Салауат ҡалаһына килде. Тикшереү комплекслы, маҡсат - ысынбарлыҡтағы хәл менән танышыу һәм килеп тыуған һорауҙарҙы хәл итеү, - тине Рәмил Хәйретдинов һәм Салауат ҡалаһы был өлкәлә күп кенә күрһәткестәр буйынса алдынғылар сафында булыуын билдәләп үтте.

Хәрби әҙерлек - әһәмиәтле бурыс
Хәрби әҙерлек - әһәмиәтле бурыс
Ҡала хакимиәтендә призыв комиссияһы ултырышы үтте. Унда Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рәмил Хәйретдинов, ведомство вәкилдәре, ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов ҡатнашты. 
- Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров раҫлаған планға ярашлы, бөгөн комиссия граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү, призывты ойоштороу, хәрби учет хәлен тикшереү өсөн Салауат ҡалаһына килде. Тикшереү комплекслы, маҡсат - ысынбарлыҡтағы хәл менән танышыу һәм килеп тыуған һорауҙарҙы хәл итеү, - тине Рәмил Хәйретдинов һәм Салауат ҡалаһы был өлкәлә күп кенә күрһәткестәр буйынса алдынғылар сафында булыуын билдәләп үтте.
- Хәрби комиссариат менән булдырылған яҡшы берҙәм эшмәкәрлек хәрби хеҙмәткә әҙерлектә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтергә мөмкинлек бирә. Беҙҙең ҡалала хәрби хеҙмәткә әҙерек өсөн шарттар булдырыуға ҙур иғтибар бирелә, был йәһәттән йәштәр эштәре буйынса комитеттың эшен билдәләр үтергә кәрәк, һәр йыл һайын ҡалала йәш армеецтар сафы күбәйгәндән күбәйә. Шулай уҡ беҙҙең ҡала балаларының физик, хәрби-патриотик әҙерлегенә, призывниктарҙың һаулыҡ мәсьәләһенә яҡшы иғтибар бирелә, - тине ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов. 
Башҡортостан Республикаһы Хәрби комиссариатының Салауат ҡалаһы буйынса бүлегенең хәрби комиссары Фәндәлиф Ниғмәтдинов граждандарҙың хәрби әҙерлеге һәм призыв эшенең учет хәле менән таныштырҙы.   
2021 йылда мотлаҡ хәрби хеҙмәткә әҙерлеккә 652 үҫмер йәлеп ителгән. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар араһынан оборона өлкәһендә  белем алыусылар, хәрби хеҙмәт нигеҙҙәре буйынса әҙерлек үтеүселәр һаны - 287 кеше, был ғәскәрҙәргә оҙатылыусыларҙың 100 проценты. Шулай  уҡ ДОСААФ автомәктәбендә, йәмәғәт берләшмәләрендә һәм башланғыс, урта һөнәри белем биреү учреждениеларында әҙерлек үткәрелә. 
Хәрби-патриотик тәрбиәгә килгәндә, белем биреү учреждениеларында был йүнәлештә маҡсатлы эш алып барыла. Ҡалала “Йәштәш” йәштәр үҙәге нигеҙендә “Ватан” хәрби-патриотик клубы бар. Һәр мәктәптә хәрби һәм хеҙмәт даны музейы булдырылған. “Йәш армия” Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәтендә ағза булып 560 кеше тора.    
Мәктәпте һәм башҡа төрлө уҡыу йорттарын 844 егет тамамлаған, уларҙың физик әҙерлегенең уртаса балы - 4,1. Улар араһында беренсе, икенсе спорт разрядына, спорт мастерына кандидаттар ҙа бар. Ҡаланан 4 кеше хәрби белем биреү учреждениелары курсанттары булып киткән.  
Апрелдән июнгәсә һәм октябрҙән алып декабргәсә Салауат биләмәһендә 1994-2003 йылғы егеттәр хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Призыв комиссияһына 1252 кеше килә, хәрби хеҙмәткә 327 кеше саҡырыла, билдәләнгән бурысҡа арышлы, 287 кеше хәрби ғәскәрҙәргә оҙатыла. 
- 2021 йылда граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм хәрби хеҙмәткә саҡырыу  буйынса хәрби комиссариаттың эше һөҙөмтәле булды. Был маҡсатҡа процеста ҡатнашыусыларҙың яуаплы эшмәкәрлеге менән ирешелде, - ти йомғаҡ яһаны Фәндәли Ниғмәтдинов. 
Мәғариф идаралығы етәксеһе Марина Вишева ҡаланың белем биреү учреждениеларында уҡыусыларҙың хәрби хеҙмәткә әҙерлеге хаҡында һөйләне. 
Салауатта 18 мәктәп, 39 балалар баҡсаһы, 6 өҫтәмә белем биреү ойошмаһы бар. Бөтә  мәктәптәрҙә лә тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусылары-ойоштороусылары эшләй, уларҙың 16-һы юғары, 2-әүһе урта-махсус белемле. 
- Уҡыусыларҙың призывҡа әҙерлек һорауҙары белем биреү ойошмаларының хәрби-патриотик эшмәкәрлеген ойоштороуҙа өҫтөнлөклө булып тора. Был йүнәлештәге эштең мөһим икәнлеген аңлайбыҙ, шуға күрә лә системалы эш алып барыла. Һөҙөмтәлә беҙҙең сығарылыш уҡыусылары ысын патриот, ышаныслы ил һаҡсыһы булырға әҙерлекле булып сыға, - тине Марина Вишева.   
Марина Вишева һүҙҙәренсә, балаларҙа илһөйәрлек “Батырлыҡ дәрестәре”, иҫтәлекле даталарҙы уҙғарыу, төрлө ҡала сараларында ҡатнашыу, күргәҙмәләр, конкурстар, видеофильмдар ҡарау аша тәрбиәлә. Һуғыш, хеҙмәт, көс структуралары ветерандары, хәрби комиссариат вәкилдәре менән осрашыуҙар ойошторола. Мәктәп стеналарына хәрби бурыстарын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташтар ҡуйыла. Хәрби дисциплиналарҙы пропагандалау һәм популярлаштырыу маҡсатында йыл һайын “Газпром нефтехим Салауат” менән берлектә строй һәм йыр смотры, “Тыныслыҡ күгәрсене” акцияһы уҙғарыла. Май айында “Бригантина” һауыҡтырыу лагерында “Авангард” уҡытыу-методика үҙәге методистары ҡатнашлығында күнекмә-ялан сборы уҙғарыу планлаштырыла. Мәктәп уҡыусыларының физик әҙерлеген нығытыу өсөн  йыл һайын спартакиадалар, көрәш, грек-рим алышы, волейбол, баскетбол, еңел атлетика, саңғы, өҫтәл теннисы һәм башҡа төрҙәр буйынса ярыштар ойошторола. Бигерәк тә ГТО нормаларын тапшырыуға айырым иғтибар бирелә, 2021 йылда 1499 уҡыусы отличие билдәһенә ГТО башҡарған. 
Ҡала дауаханаһының баш врачы Илшат Яппаров призывниктар араһында һауыҡтырыу-дауалау эше менән таныштырҙы. 
- Бөтә егеттәр ҙә медицина тикшереүе үтә, уның һөҙөмтәһендә педиатр комплекслы баһа бирә, һаулыҡ төркөмө билдәләнә. 17 йәштән улар хәрби комиссариатҡа иҫәпкә ҡуйыла, йыл һайын октябргә тиклем лаборатор һәм профилактик тикшереүҙәр графигы төҙөлә, - ти Илшат Яппаров. 
Бөтә буласаҡ һалдаттарға лаборатор тикшереүҙәр, флюроография, антропометрия, ЭКГ тәғәйенләнә, һуңынан хәрби комиссариатҡа уларҙың һаулығы тураһында акт тапшырыла. 
2021 йылда 1389 йәш кеше профилактик тикшереү үткән. Ҡаралғандарҙың 149-һы социаль әһәмиәтле ауырыуҙар менән диспансер күҙәтеүгә алынған. Асыҡланға сирҙәр араһында беренсе урында аш һеңдереү органдары ауырыуҙары, икенсе урында һөйәк-мускулдар системаһы. Һаулыҡ һәм физик үҫешендә тайпылыштары булғандарға һауыҡтырыу саралары тәғәйенләнә, хроник сирлеләр врач-белгестәргә беркетелеп ҡуйыла.
Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: