газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
17 Февраль 2022, 09:30

Зауыҡлыҡҡа табан

Быйыл Салауат ҡалаһында 8 йортта 20 подъезды ремонтлау планлаштырыла.

Зауыҡлыҡҡа табан
Зауыҡлыҡҡа табан

Быйыл Салауат ҡалаһында 8 йортта 20 подъезды ремонтлау планлаштырыла.

Төбәктә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән тормошҡа ашырыла башлаған “Күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы комплекслы ремонтлау” программаһы сиктәрендә, 2019 йылдан алып 2021 йылға тиклем 2 184 йортта 6 493 подъезд тәртипкә килтерелгән. 2022 йылда ла был йүнәлештә эш дауам итәсәк, 23 муниципалитетта республика программаһы буйынса 320 йорттоң 958 подъезында комплекслы ремонт уҙғарыу билдәләнгән. Бының өсөн республика һәм муниципаль бюджеттан 555 млн һум бүленә.
Салауат ҡалаһына килгәндә, 2021 йылда эпидемиологик хәлгә бәйле, ҡалала подъездар ремонтланманы. Унан алдағы йылда ла бөтә планлаштырылған подъездарҙа ремонт башҡарылманы. Улар быйыл палнға тәү сиратта индерелгән.
- Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 13 млн һумдан ашыуыраҡ аҡса бүленгән. Әлеге ваҡытта Төбәк операторы подряд ойошмаларын һайлау өсөн конкурс процедуралары уҙғара. Ремонт эштәре 1 октябргә тиклем тамамланырға тейеш. Барлығы 8 йортта 20 подъезды ремонтлаясаҡбыҙ, - тип хәбәр итте ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов.
Ниндәй йорттарҙа подъездар рәткә килтереләсәк һуң?
Ғафури урамындағы 14-се йортта - бер, ошо урамдағы 2-се йортта - ике, Горький урамындағы 1-се һәм 17-се йорттарҙа - икешәр подъезд ремонтланасаҡ. Карл Маркс урамындағы өс йорттоң подъездары төҙөкләндереләсәк: 20-се йортта - дүрт, 3-сө йортта - өс һәм 7-се йортта подъезд. Шулай уҡ Октябрь урамындағы 64-се йорттоң 4 подъезын ремонт көтә.
Подъездарҙа подряд ойошмаһы инеү урынын рәткә килтерә, беренсе ҡатта керамик плитка һала, яңы тамбур ишеген, пластик тәҙрәләр, почта йәшниктәре, энергия һаҡлаусы яҡтыртҡыстар ҡуя һәм штукатурлау-биҙәү эштәрен башҡара. Стеналарҙы ниндәй төҫкә буяу һәм биҙәкләүҙе милекселәр үҙҙәре хәл итә.
Республика программаһы сиктәрендә комплекслы ремонттың барлыҡ эштәре милекселәр ҡатнашлығында комиссия тарафынн ҡабул ителә. Иҫкәрмәләр булған хәлдә, улар бөтөрөлмәйенсә, ҡабул итеү актына ҡултамға ҡуйылмай. Аҡса ла тик эш ҡабул ителгәс кенә түләнә. Бөтә эштәргә биш йыллыҡ гарантия ҡаралған.

 

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: