газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
22 Ғинуар 2022, 13:30

Яуаплылыҡ тойоп эшләйҙәр

Ҡышҡы миҙгелдә коммуналь хеҙмәттәр өсөн ҡар таҙартыу көндәлек һәм етди бурысҡа әйләнә. Ҡар күп яуған осраҡта йорт яны территорияларын комплекслы таҙартыу алып барыла. “8-се торлаҡ идаралығы” идарасы компанияһы Еңеүҙең 30 йыллығы урамындағы 18а һәм 24-се йорттар янында ошондай күләмле эште башҡарҙы.

Яуаплылыҡ тойоп эшләйҙәр
Яуаплылыҡ тойоп эшләйҙәр

Ҡышҡы миҙгелдә коммуналь хеҙмәттәр өсөн ҡар таҙартыу көндәлек һәм етди бурысҡа әйләнә. Ҡар күп яуған осраҡта йорт яны территорияларын комплекслы таҙартыу алып барыла. “8-се торлаҡ идаралығы” идарасы компанияһы Еңеүҙең 30 йыллығы урамындағы 18а һәм 24-се йорттар янында ошондай күләмле эште башҡарҙы.

- Бөгөнгө беҙҙең эш комплекслы тип атала. Ни өсөн комплекслы? Сөнки тротуарҙар, юлдар ҙа таҙартыла, эштәр ҡыйыҡта ла бара, йәғни йорт тирәһе тулыһынса ҡарҙан таҙартыла. Ҡыйыҡтан боҙбармаҡтар, йыйылған ҡар алына, салауаттарға йөрөү уңайлы һәм хәүефһеҙ булһын өсөн юлдарҙы ҡомло-тоҙло иретмә менән эшкәртәбеҙ. Ҡомдан,эйе бысраҡ булыуы мөмкин, әммә ваҡытлы уңайһыҙлыҡтарға түҙергә була, сөнки был сара кешеләрҙе боҙлауыҡта йығылып йәрәхәтләнеүҙән һаҡлай. Йыйылған ҡар һуңынан ҡала хужалығы идаралығы тәғәйенләгән полигондағы урынға сығарыла, - тип һөйләй “8-се торлаҡ идаралығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең баш инженеры Альберт Бикмаев. -
“8-се торлаҡ идаралығы” ҡарамағында 50 йорт. Ихаталарҙы 16 урам йыйыштырыусы тәртиптә тота. Баш инженер әйтеүенсә, ҡышын яуым-төшөм күп булғанда ҡар менән көрәшкә бөтә коллектив - иретеп йәбештереүселәр ҙә, слесарҙар ҙа, буяусылар ҙа, балта оҫталары ла сыға. Шулай уҡ махсус техника ла эшләй. Яңы йыл каникулдары ваҡытында “8-се торлаҡ идаралығы” хеҙмәткәрҙәре дежурлыҡта булған.
Йорт яны территорияһын комплекслы таҙартыуға парковка урындарын тәртипкә килтереү ҙә инә.
- Йорт яны биләмәһен таҙартҡанда бер генә ҡаршылыҡ бар, ул да булһа, халыҡ телендә “умырзая” тип аталып йөрөтөлгән автомобилдәр. Ҡар таҙартыуға ҙур техника сығарыла һәм улар ошо машиналар арҡаһында юлдарҙы, парковка урындарын тулыһынса таҙартып бөтә алмай, - тип ризаһыҙлыҡ белдерә Альберт Бикмаев.
Был көндө эш ҡайнап торҙо: урам йыйыштырыусылар тротуарҙарҙы таҙартты, техника юлдарҙы һәм парковка урындарын тәртипкә килтерҙе, альпинистар ҡыйыҡтарҙа эшләне. Иң мөһиме - йортта йәшәүселәр үҙҙәренең идарасы компанияһы эше менән бик ҡәнәғәт ҡалды.
Тамара Юдина, Еңеүҙең 30 йыллығы урамындағы 18а күп фатирлы йорт рәйесе:
- Ҡала буйлап ҡарап йөрөһәң, беҙҙәге кеүек тәртипте бер ерҙә күрмәҫһең. Быйылғы ҡыш ҡарлы, әлбиттә, шуға ҡарамаҫтан, беҙҙең идарасы компания ҡатмарлыҡтарҙы еңеп сыға. Урам йыйыштырыусыларға рәхмәт, бар юлдар таҙартылған, ҡом һибелгән һәм тышҡа сыҡҡас, тайып йығылырбыҙ тип ҡурҡмайбыҙ. Беҙ үҙебеҙҙең идарасы компания эше менән бик ҡәнәғәтбеҙ. Эшселәре етешмәһә лә, бурыстарын яҡшы үтәйҙәр. Һәр төрлө ваҡытта һорау, үтенес менән шылтыратһаң, уны хәл итергә тырышалар. Барлыҡ идарасы компаниялар ҙа шулай эшләһә, ҡалала тәртип булыр ине Шулай уҡ ҡала хакимиәте башлығына ла идара итеүсе компанияларҙың эшен, ҡалала тәртип булыуын контролдә тотҡаны өсөн рәхмәт.

“8-се торлаҡ идаралығы”ның баш инженеры Альберт Бикмаев:
- Ҡыш башланыу менән беҙ ҡар таҙартыусы махсус техника: 2 фронталь йөк тейәгес һәм 2 минитрактор яллайбыҙ, үҙебеҙҙең бер тракторыбыҙ бар. 5 берәмек техника ҡыш буйына ҡар таҙартыуҙа ярҙам итә. Ҡар күп яуғанда беҙ иң беренсе кешеләр сыға алһын өсөн йорт янына инеү юлдарын асабыҙ. Беҙ хеҙмәтләндергән территорияла машина батып ултырыу осрағы булғаны юҡ әле. Ҡайһы бер кешеләр эштәргә иртүк тотоноуыбыҙға, тауышҡа зарлана, әммә был ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтар уларҙың үҙҙәре өсөн мөһим икәнен аңлатабыҙ. Ҡыйыҡтағы ҡарҙы таҙартыу өсөн шулай уҡ килешеү буйынса ике бригада альпинистарҙы яллайбыҙ, уларҙың һәр береһенең бейеклекте эшләүгә хоҡуҡ биреүсе танытмалары бар.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: