Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
26 Декабрь 2021, 15:00

Юл йөрөү ҡиммәтләнә

- Яңы йылдан «Башавтотранс» юл хаҡын арттыра, тиҙәр. Ғ. Мырҙаҡаев.

Юл йөрөү ҡиммәтләнә
Юл йөрөү ҡиммәтләнә

- Салауатта 2022 йылдың 1 ғинуарынан «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы Салауат филиалының ҡала һәм ҡала яны маршруттарында йөрөү хаҡы арта. Ҡала буйлап йөрөгәндә «Алға» транспорт картаһы менән 22 һум, ә ҡулаҡса менән иҫәпләшкәндә 29 һум түләргә кәрәк буласаҡ.
Шулай уҡ ҡала яны бәйләнешендәге ҡайһы бер маршруттарҙа юл йөрөү хаҡы үҙгәрә. «Салауат - Мәләүез» маршрутында «Алға картаһы» менән иҫәпләшһәң, юл хаҡы 100 һум, ҡулаҡса менән 120 һум торасаҡ. «Ишембай - Стәрлетамаҡтың колхоз баҙары» маршрутында «Алға» менән - 57, ҡулаҡса менән 76 һум түләргә кәрәк буласаҡ. «Алға» картаһы менән Салауаттан Стәрлетамаҡтың колхоз баҙарына барып етеү - 59 һумға, ҡулаҡса менән 79 һумға төшәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, Салауатта «Башавтотранс» йәмәғәт транспортында юл хаҡы һуңғы тапҡыр быйыл мартта арттырылғайны.
Хаҡты пассажир ташыусының рәсми сайтында, предприятиеның социаль селтәрҙәге рәсми төркөмөндә йәки «ҡыҙыу бәйләнеш» телефоны буйынса белергә мөмкин – 8 (347) 262 66 62. Тәүлек әйләнәһенә шылтыратырға була.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: