газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
21 Июнь 2021, 14:54

Фонтанды йүнәтеү талап ителә

- 12 июндә паркта Рәсәй көнө уңайынан матур байрам үтте. Әммә фонтандың эшләмәүе генә бер аҙ кәйефте төшөрҙө. Ул ватылғанмы, ҡасан беҙҙе яңынан шатландыра башлар?

Фонтанды йүнәтеү талап ителә
Фонтанды йүнәтеү талап ителә

- 12 июндә паркта Рәсәй көнө уңайынан матур байрам үтте. Әммә фонтандың эшләмәүе генә бер аҙ кәйефте төшөрҙө. Ул ватылғанмы, ҡасан беҙҙе яңынан шатландыра башлар?

Ильяс А.

Был һорау бик күп салауаттарҙы борсой. Ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов социаль селтәрҙә был хәлгә аңлатма бирҙе.
- Файҙаланыуға тапшырылғандан һуң, фонтанды бер кем дә хеҙмәтләндермәгән. Уны тик миҙгел башланыу менән эшләтеп ебәргәндәр ҙә, һуңынан көҙөн һүндергәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фонтан - ул ҡатмарлы һәм ҡиммәтле гидравлик системаһы икәнен онотҡандар. Беҙ был һорау менән шөғөлләнә башлағас, фонтандың сафтан сығыуының сәбәптәрен асыҡлау өсөн махсус ойошманы саҡырҙыҡ. Диагностика күрһәтеүенсә, ҙур масштаблы һәм ҡиммәтле ремонт һәм уның мөһим системаларын алыштырыу талап ителә. Был эш шул тиклем ҡатмарлы булып сыға, шуға күрә лә фонтандарҙы хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнгән ойошмалар уны ремонтлауҙан баш тарта. Шулай ҙа беҙ фонтанды йүнәтерҙәй ойошманы эҙләүҙе туҡтатманыҡ һәм бөгөнгө көнгә беҙҙең яҡтыртыулы һәм музыкаль фонтанды ремонтлауға тотонорға әҙер ойошма менән килешеү төҙөү өҫтөндәбеҙ.

Читайте нас: