газета "Салауат"
+13 °С
Облачно
Эшҡыуарлыҡ
5 Июня , 08:52

Белем биреү һәм эшҡыуарлыҡ: бәйләнеш һәм киләсәк

Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжында эшҡыуарҙарҙың, студенттарҙың һәм уҡытыусыларҙың осрашыуы үтте. Салауатта 3400 эшҡыуар һәм 12000самаһы үҙмәшғүл теркәлгән. Бизнес ҡала халҡы өсөн яңы эш урындары булдырыуҙан тыш, тауарҙар һәм хеҙмәттәр баҙарын тәьмин итә. Шуға күрә был өлкәгә күберәк кешене йәлеп итеү мөһим бурыс булып тора.

Белем биреү һәм эшҡыуарлыҡ: бәйләнеш һәм киләсәкБелем биреү һәм эшҡыуарлыҡ: бәйләнеш һәм киләсәк
Белем биреү һәм эшҡыуарлыҡ: бәйләнеш һәм киләсәк

Колледж директоры Зөлфиә Ишембәтова белдереүенсә, уҡыу йортонда 15 йүнәлеш буйынса белгестәр әҙерләнә. Студенттарҙың профессиональ тәжрибә туплауына айырым
иғтибар бүленә. 2025 йылда колледжға грант бүленеүе практик күнекмәләр өсөн 13 махсус зона булдырыуға булышлыҡ иткән. Директор  билдәләүенсә, колледж студенттарҙы үҙ эшен асыуға ла өйрәтә, һәм был эштә ғәмәлдәге эшҡыуарҙар менән тығыҙ хеҙмәттәшлекте даими ойошторорға тәҡдим итте.
- Беҙҙә матди база һәм ҡорамалдар бар, эште дөрөҫ ойошторорға ғына ҡалды. Беҙ эшҡыуарҙар ихтыяждары өсөн ресурстарыбыҙҙы тәҡдим итәбеҙ. Мәҫәлән, беҙҙең
 конференц-зал һөйләшеүҙәр өсөн асыҡ, кофе-брейктар ойоштора алабыҙ. Шулай уҡ беҙҙә уҡыу-сауҙа һәм ҡунаҡхана эше шарттарына яҡын залдар бар. Был ресурстар
студенттарҙы практик уҡытыу өсөн булдырылған, әммә һеҙгә лә файҙалы була ала. Ә эшҡыуарҙар беҙҙең студенттарҙы бөтә йүнәлештәр буйынса практикаға ала ала. Бының өсөн тейешле килешеүҙәр төҙөргә кәрәк. Һеҙҙә стажировка үткәндән һуң студенттарҙы үҙегеҙҙә эшкә ҡалдыра алаһығыҙ, - тине Зөлфиә Ишембәтова.
Салауат хакимиәте башлығы урынбаҫары, Бизнес-шериф Урал Мәғизов ҡунаҡтарҙы ҡалала яңы барлыҡҡа килгән Эшҡыуарҙар союзына ҡушылырға саҡырҙы. Ул шулай уҡ Салауат эшҡыуарҙарын юғары профессионализмы, ҡала үҫешенә индергән өлөшө һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам иткәне өсөн бүләкләне.
Эшҡыуарҙар профсоюзы етәксеһе Радик Батыров йыйылыусыларҙы Рәсәй эшҡыуарлығы көнө менән ҡотланы. Ул эшҡыуарҙарҙың ҡыйыулығы, тәүәккәллеге һәм төрлө ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, үҙ эштәрен уңышлы алып барыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Һеҙ - ысын лидерҙар, хәүеф-хәтәрҙән ҡурҡмай, алға бараһығыҙ һәм ныҡышмалылыҡ менән киләһе быуынды рухландыраһығыҙ. Һеҙгә яңы ҡаҙаныштар, идеяларығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйем, - тине ул.
Шәхси эшҡыуар Евгений Харитонов үҙенең уңышлы бизнесын булдырыу тарихы тураһында һөйләне. Ул индустриаль колледжды тамамлап, комбинатта эшләй башлай, шул уҡ ваҡытта нефть институтында белем ала. Мәскәүҙә йәшәгән осоро уға тыуған ҡалаһында нимә етмәүен аңларға ярҙам итә. Тыуған яғына ҡайтҡас, 2014 йылда ул үҙенең беренсе кофе эсеү урынын аса. Хәҙер Евгений дүрт кофейня селтәрен, Салауатта һәм Ишембайҙа берәр ресторанды етәкләй.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар ҙа үҙҙәренең бизнестарын үҫтереү тәжрибәләре менән уртаҡлашты, шунан һуң сараның практик өлөшө башланды.
Студенттар бизнесидеяларҙы тикшереү һәм уларға бизнес-пландар төҙөү өсөн командаларға бүленде. Ҡайһы берәүҙәр ғәҙәти булмаған менюлы бәләкәй кафе асыу идеяһын уйлаһа, икенселәре IT-проекттар, ҡушымталар һәм онлайнсервистар өсөн идеялар эшләне.
Эш барышында студенттар һәр эшҡыуар өсөн мөһим булған бик күп нимәләр өйрәнде: ниндәй хәүефхәтәрҙәр булыуы мөмкин, уларҙы нисек кәметергә, кәрәкле ресурстарҙы (аҡса, ҡорамалдар, ярҙамсылар) нисек табырға, үҙҙәренең идеялары кешеләргә файҙалы буласаҡмы, клиенттар ни өсөн тап уларҙың продуктын йәки хеҙмәтен һайлаясаҡ, рекламаны нисек планлаштырырға һәм тәүге һатып алыусыларҙы нисек йәлеп итергә икәнен аңланылар.

Сара тамамланғас, бөтә ҡатнашыусыларҙы колледж буйлап экскурсияға саҡырҙылар. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар колледж менән эшҡыуарҙар берләшмәһенең хеҙмәттәшлеген киңәйтергә ҡарар итте: киләсәктә остаздар менән осрашыуҙар, стажировкалар һәм берлектәге проекттар планлаштырыла. Быларҙың барыһы ла студенттарға үҙ идеяларын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас