

Һәр ҡаланың үҙ геройҙары бар.
Уларҙың тормошо ябай һәм күҙгә салынмаған булыуы мөмкин. Бөгөн беҙ Салауат ҡалаһында йәшәүсе Гүзәл Ситдиҡова тураһында һөйләмәксәкбеҙ. Уның тарихы ябай - эш һөйөүсе ата-әсәһе - Минира Аҫылбай ҡыҙы һәм Тәүхетдин Ғилметдин улы тәрбиәләгән ғаиләлә башлана.
- Гүзәл Тәүхетдин ҡыҙы, үҙегеҙ тураһында һөйләп үтһәгеҙсе.
- Мин Салауатта ябай эшсе ғаиләһендә тыуғанмын. 8-се класҡа тиклем 15-се мәктәптә уҡыным, һуңынан 133-сө училищела белем алдым. Аҙаҡ Стәрлетамаҡ Технологиялар колледжында бухгалтер-иҡтисадсы һөнәрен үҙләштерҙем. Шулай уҡ фармацевт белемем дә бар. Атайым ғүмер буйы водитель һәм ДОСААФ
инструкторы булып эшләне, ул хөрмәтле кеше булды. Әсәйем - хеҙмәт ветераны, төҙөлөштә, һуңынан Ишембай мебель фабрикаһында эшләне.
- Үҙ эшегеҙҙе нисек башланығыҙ?
- Оҙаҡ ваҡыт ялланып, икмәкханала эшләнем. Һәр ваҡыт үҙемдең ижади мөмкинлектәремде тормошҡа ашырырға теләгем ҙур ине. Миңә икмәк еҫе, уны әҙерләү һәм бешеү процесы бик оҡшай. Әсәйем дә оҫта ҡуллы булды, өҫтәлдә һәр ваҡыт өйҙә бешерелгән икмәк торҙо. Өләсәйемдең кефирҙағы түңәрәк печеньеларын әле булһа хәтерләйем. Әсәйемдең бәлештәре иҫ киткес була торайны. 2018 йылда үҙемдең икмәкхананы асыу идеяһы килде, был ваҡытҡа мин тәжрибә һәм белем туплаған инем. 2023 йылда ирем һәм ҡыҙҙарым булышлығы менән хыялым тормошҡа ашты - «Ысын икмәкхана» барлыҡҡа килде.
- Һеҙ ниндәй етәксе, ойошмағыҙ ҙурмы?
- Хәҙер минең ике нөктәм бар. Коллектив ҙур түгел - 8 кеше. Коллективымды, хеҙмәткәрҙәремде бик ҡәҙерләйем, уларҙың һәр береһенең хеҙмәтен хөрмәт итәм. Икмәкхана ассортименты үҙенең төрлөлөгө менән ҡыуандыра: яңы икмәктән алып татлы һәм туҡлыҡлы ҡамыр ризыҡтары, традицион бәлештәр. Әммә иң мөһиме - ундағы йылы мөхит.
Гүзәл Тәүхетдин ҡыҙы уңышлы эшҡыуар ғына түгел, ике табип-ҡыҙына - әсәй һәм тормош иптәшенә яратҡан ҡатын. Уның өсөн иң мөһиме - ғаилә. Тормош иптәше отставкалағы майор, үҙ теләге менән махсус хәрби операцияһында ҡатнаша. Гүзәл, патриот ҡатыны булараҡ, уның өсөн һәр ваҡыт борсола, хәлен белешеп тора. улай уҡ эшҡыуар ирекмәндәр менән бергә гуманитар ярҙам ебәреүҙә ҡатнаша.
- Буш ваҡытығыҙҙы нисек үткәреүегеҙ хаҡында һөйләгеҙ әле?
- Беҙ бөтә ғаилә менән сәйәхәт итергә, Рәсәй буйлап, сит илдәрҙә, тауҙарҙа йөрөргә яратабыҙ. Башҡортостанда ла, Силәбе өлкәһендә лә. Беҙ Айғырҙа ла, Ирәмәлдә
лә, ғөмүмән, ниндәйҙер мөмкинлек килеп сыҡһа һәр ерҙә йөрөргә тырышабыҙ. Хайуандарҙы бик яратам, ваҡыты-ваҡыты менән хайуандар йәшәгән приюттарға финанс ярҙам күрһәтәм.
Киләсәккә пландар тураһында һорауға Гүзәл ябай ғына итеп: «Бөгөнгө көн менән йәшәйбеҙ. Иң мөһиме - үҫешергә һәм эшләгәндәреңдән ҡәнәғәтлек алырға. Бәлки, тағы бер нисә нөктә асырмын, минең иң мөһиме - табыш түгел, ә кешеләргә шатлыҡ һәм йылылыҡ бүләк итеү мөмкинлеге».
Гүзәл бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға үҙҙәрен яратырға, сәләмәт булырға һәм бер нимәнән дә ҡурҡмаҫҡа өндәй. Маҡсатҡа ынтылырға кәрәк, һәм ул мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ, ти ул.
Гүзәл Ситдиҡованың тарихы - үҙенең тырышлығы арҡаһында үҙенең бәләкәй донъяһын булдыра алған ябай ҡатын-ҡыҙ тураһында.