газета "Салауат"
+14 °С
Облачно
Эшҡыуарлыҡ
15 Октября 2025, 18:18

Эшҡыуарҙар эшенә ярҙам

Ҡалала республика властары вәкилдәре эшҡыуарҙар менән «ЦУР Бизнесы. Аралашыу биләмәһе» исемле асыҡ диалог ойошторҙо. Сара барышында ҡатнашыусылар эшҡыуарҙарҙың эш шарттарын яҡшыртыу тураһында һөйләште һәм дәүләт ярҙамы сараларын барланы.

Эшҡыуарҙар эшенә ярҙамЭшҡыуарҙар эшенә ярҙам
Эшҡыуарҙар эшенә ярҙам

Бындай формат алынған мөрәжәғәттәрҙе ҡарауҙы тиҙләтә, шулай уҡ бизнес вәкилдәренә ҡануниәттәге яңылыҡтарҙы ваҡытында белергә мөмкинлек бирә. Бынан тыш, бәләкәй, урта бизнес һәм үҙмәшғүл субъекттарҙан кире бәйләнеш республикала эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең артабанғы стратегияһын формалаштырырға булышлыҡ итә.
Осрашыу наградалар тапшырыуҙан башланды. Туғыҙ кеше республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде: Алексей Мариньков, Юрий Кирилов, Елена Гузина, Юрий Батманов, Юлия Кондратьева, Ильмира Бәҙретдинова, Савелия Сергеева, Рәил Йәнгиров.
Башҡортостан Хөкүмәте бәләкәй һәм урта бизнесҡа төрлө ярҙам сараларын күрһәтә. Улар араһында - финанс ярҙамы (гранттар, субсидиялар һәм льготалы кредиттар), шулай уҡ финанс булмаған ярҙам (уҡытыу һәм консультациялар). Бынан тыш, төбәк властары эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлай.
Мәҫәлән, республиканың эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкиле Ирина Абрамова һөйләүенсә, 2025 йылда уға дәүләт власы, урындағы үҙидара органдары йәки вазифалы кешеләр тарафынан бизнесмендарҙың хоҡуҡтарын боҙоу тураһында бихисап мөрәжәғәт килгән.
- Эшҡыуарҙар шундай һорауҙар менән мөрәжәғәт итә: ерҙе ҡуртымға алыу килешеүен оҙайтмайҙар, ер участкаларын кадастр иҫәбенә ҡуйыуҙан баш тарталар, хоҡуҡ һаҡлау органдары эштәрҙе ҡараған саҡта ығы-зығы, нигеҙһеҙ енәйәт эҙәрлекләүҙәре, суд приставтары-башҡарыусыларының ғәмәлдәренә ялыуҙар, ғариза биреүсенең иҫәбенән аҡсаны нигеҙһеҙ һәм башҡалар. Хәҙер эшҡыуарҙар рекреация өсөн файҙаланған урман ерҙәре өсөн ҡуртым хаҡының ныҡ артыуына зарлана. Ошондай һорауҙар менән һеҙгә ярҙам итә алам, - тине Ирина Абрамова.
Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрының беренсе урынбаҫары Дмитрий Суслин салауаттарға ер-мөлкәт өлкәһендә ярҙам саралары хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, дәүләт милкен ҡуртымға алғанда эшҡыуарҙарға дүрт йылға льгота бирелә. Беренсе йылда түләү 40 процент тәшкил итә, артабан йыл һайын 20 процентҡа арта.
2021 йылдан Башҡортостан «Төҙөлөш өсөн ер» федераль программаһының пилот проектында, ә 2022 йылдан - «Туризм өсөн ер» проектында ҡатнашыусылар иҫәбенә индерелгән, уның сиктәрендә байтаҡ буш участкалар асыҡланған. Сервистар граждандарға, инвесторҙарға һәм төҙөүселәргә бизнес алып барыу өсөн кәрәкле участкаларҙы еңел һайларға мөмкинлек бирә. Улар тураһында мәғлүмәт Росреестрҙа бар. Әйткәндәй, 2025 йылдың 1 октябренә республика биләмәһендә торлаҡ төҙөлөшө өсөн - 5090 гектар майҙанда 2952 ер участкаһы, туристик объекттар төҙөү өсөн 678 гектар майҙанда 67 объект асыҡланған.
Башҡортостандың Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү фондының генераль директоры Элиана Сәйетова әйтеүенсә, 2023 йылдан фонд «Бизнес өсөн кластер экосистемаһы» тип аталған яңы концепция нигеҙендә эшләй.
- Беҙ әле Башҡортостан Республикаһында ла, Рәсәй Федерацияһында ла бизнес өсөн консультациялар биреү буйынса тәүгеләрҙән булып торабыҙ. Беҙҙең 14 төп эшмәкәрлек йүнәлеше бар - 14 эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү үҙәге, 6 бизнес үҙәге. Үҙ эшен асырға ниәтләгәндәргә лә, тәжрибәле эшҡыуарҙарға ла ярҙам итәбеҙ, - тине Элиана Сәйетова.
«Башҡортостан микрокредит компанияһы» эшҡыуарҙарға микрозаймдар һәм башҡа формалар биреү рәүешендә финанс ярҙамы күрһәтә ала. Уның етәксеһе Олег Могильников ойошманың кредит займдары менән шөғөлләнмәүе хаҡында һөйләне. Һүҙ проектты берлектә финанслау тураһында бара.
- Әгәр эшҡыуарҙың производствоны үҫтереүгә, уны яңыртыуға ихтыяжы булһа, документтар йыйыла. Бизнес-план, финанс моделе булыу мотлаҡ, 20 процентҡа тиклем үҙеңдең аҡсаңды индереү мөһим, 80 проценты махсус иҫәпкә күсә, 5 процент өҫтәмә иғәнә индерергә кәрәк. Был ҡорамалдар һатып алыуға китә, - тип аңлатты Олег Могильников.
Осрашыуҙа аграр секторға ярҙам саралары тураһында ла һөйләнеләр. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы бизнесҡа субсидиялар, гранттар, льготалы кредитлау һәм сығымдарҙы ҡаплау аша ярҙам күрһәтә. Төп йүнәлештәр малсылыҡҡа һәм үҫемлекселеккә ярҙам итеүҙе, шулай уҡ техника һәм ҡорамалдар һатып алыуға субсидияларҙы үҙ эсенә ала.
Бизнес асыу өсөн адреслы социаль ярҙамды социаль контракт төҙөп алырға мөмкин. Һүҙ аҙ тәьмин ителгән граждандар (йәки ғаилә) һәм дәүләт араһындағы килешеү тураһында бара, һөҙөмтәлә, ул ауыр тормош хәленән сығыу өсөн 350 000 һумға тиклем сумма ала. Әйткәндәй, социаль контракт средстволарын ярҙамсы хужалыҡ алып барыуға, шулай уҡ эш эҙләүгә лә тотонорға мөмкин.

Фотолар «Выбор» гәзитенән.

Эшҡыуарҙар эшенә ярҙам
Эшҡыуарҙар эшенә ярҙам
Эшҡыуарҙар эшенә ярҙам
Эшҡыуарҙар эшенә ярҙам
Эшҡыуарҙар эшенә ярҙам
Эшҡыуарҙар эшенә ярҙам
Эшҡыуарҙар эшенә ярҙам
Эшҡыуарҙар эшенә ярҙам
Автор:Дина Галеева
Читайте нас