

- Мин, ысынлап та, һеҙҙең менән осрашырға теләнем.
Беренсеһе, һеҙҙең хәлдәрегеҙҙе белергә теләйем. Барыһы ла яҡшымы? Артыҡ административ сикләүҙәр юҡмы, һеҙгә ҡамасауламайҙармы һәм һеҙҙе нимә борсой.
Икенсеһе, әгәр һеҙ беҙҙең эштә нимәнелер үҙгәртергә кәрәклеген әйтһәгеҙ, рәхмәтле булыр инем. Беҙҙә төрлө ярҙам саралары бар, беҙ ер бүләбеҙ һәм башҡа күп нәмәләр бирәбеҙ. Әммә, бәлки, ҡайҙалыр артыҡ бюрократия ла барҙыр. Мин бюрократияны яратмайым.
Өсөнсөһө, мин һеҙҙең конкрет һорауҙарығыҙҙы хәл итергә әҙермен, сөнки бында бөтә хөкүмәт тиерлек ултыра, бөтә министрҙар профилле. Шуға күрә һорауҙар бирегеҙ, һәм беҙ һеҙҙең аныҡ проблемаларығыҙҙы ентекле тикшерербеҙ, - тип осрашыуҙы башланы Радий Хәбиров.
Был турала тулыраҡ гәзиттең киләһе һандарының береһендә уҡығыҙ.
Фотолар «Выбор» гәзитенән.