

Ойоштороусылар бай программа: «Оҫталар иле» фестивале, презентациялар, кәсепселәрҙән оҫталыҡ дәрестәре, музыкаль сығыштар һәм башҡа бик күп нимәләр әҙерләгәйне. Сарала бөтә республика етештереүселәренең тауарҙары менән танышырға мөмкин ине.
Ҡала хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса урынбаҫары, бизнес-шериф Урал Мәғизов Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған фестивалдең беренсе тапҡыр яңы - «Һатып ал ФЕСТ» атамаһы менән уҙғарылыуы тураһында һөйләне. Өҫтәүенә, быйыл тантананы үткәреү урыны ла алмаштырылды - ул тәүгә «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге янындағы майҙансыҡта ойошторолдо.
- Быйыл фестивалдә ҡатнашырға теләүселәр бик күп булды - 100 эшҡыуар, кәсепселәр һәм үҙмәшғүлдәр. Ситтән килгән ҡатнашыусыларҙың һаны беренсегә салауаттыҡыларҙан артып китте. Сауҙа байрамының үҫешеүе һәм уның йылдан-йыл популярлыҡ яулауы шатландыра, - тине Урал Мәғизов.
ТЫРЫШЛЫҠ - УҢЫШ НИГЕҘЕ
Йәрминкә бөтә республика етештереүселәрен үҙендә йыйҙы.
Гөлсәсәк Рамазанова - Миәкә районының үҙмәшғүле. Салауатҡа быға тиклем килгәне булмаған. Ул кәзә һөтөнән сыр, шулай уҡ экологик яҡтан таҙа урындарҙа йыйылған үләндәр алып килгән.
- Минең үҙ хужалығым бар - тоҡомло кәзәләр аҫрайым. Сыр эшләү менән һигеҙ йыл шөғөлләнәм, төрлө конкурстарҙа, фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнашам. Салауатта ҡунаҡта беренсегә, килеүемә бер ҙә үкенмәнем - ҡала халҡы асыҡ, ихлас, киләләр, тауар менән ҡыҙыҡһыналар.
Салауат үҙмәшғүле Әнүәр Шәрифов элек үҙ тауарын ҡала халҡына йәрминкә һәм фестивалдәрҙә генә тәҡдим иткән. Быйыл ул эшен йәйелдерергә иҫәп тота - үҙенең беренсе һатыу нөктәһен асырға йыйына.
- Бөгөн йәрминкәгә Краснодар крайынан сәйҙәр, Үзбәкстандан тәмләткестәр тәҡдим итәбеҙ. Салауаттарҙы хәләл шешлек һәм үзбәк былауы менән һыйлайбыҙ, - ти йәш кеше.
ОҪТА ҠУЛДАР МАТУРЛЫҠ ТЫУҘЫРА
Фестивалдә традицион «Оҫталар иле» конкурсы уҙҙы. Унда Салауат, Ишембай ҡалаларынан һәм Федоровка районынан 13 кәсепсе ҡатнашты. Икекөн ҡунаҡтар оҫталарҙың эштәре менән һоҡланды.
Светлана Романюк менән Вера Шаригина конкурста Гран-при яулай.
- Образдарҙы үҙем тыуҙырам. Һәр уйынсыҡҡа бөтә күңемде һалам. - ти Светлана Романюк.
Ишембайҙан Вера Шаригина фестиваль барышында уҡ кейеҙҙән панно эшләне. Сараға ул коллегаһы - яҡтыртҡыстар әҙерләгән һәм иҫ киткес картиналар төшөргән Ирина Окружнова менән килгән.
- Яҡытртҡыстар - минең хобби, уларҙы күргәҙмәләр һәм фестивалдәр өсөн эшләйем, - ти конкурста беренсе урын алған Ирина Окружнова. - Картиналарға килгәндә, әле минең шәхси күргәҙмәм бөтә Башҡортостан буйлап йөрөй һәм 70-кә яҡын эште үҙ эсенә ала. Уларҙың күптәре «Урал батыр» анимацион йәнһүрәт төшөрөүгә нигеҙ итеп алынған.
«Оҫталар иле» конкурсының тағы бер ҡатнашыусыһы - Федоровка районынан Айрат Моратшин. Отҫта ҡуллы ир-егеттең ағастан эшләнгән һауыт-һабаһы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Ул да беренсе урынға лайыҡ, тип танылды.
- Әйберҙәрҙе эшләгәндә ҡарағай, ҡайын, ҡарама ағастарын ҡулланам. Уларҙың барыһы ла оҙаҡ хеҙмәт итә. Бында иң мөһиме - дөрөҫ ҡулланыу. Һәр изделиены етен майы менән эшкәртергә кәрәк. Шулай уҡ уларҙы һыуҙа ҡалдырмаҫҡа, - тип аңлата Айрат Моратшин. - Мин Салауатта йыш ҡунаҡмын. Ғөмүмән, бөтә Башҡортостан буйлап төрлө тантаналарға сығырға яратам. Әйтергә кәрәк, ҡул менән башҡарылған эштәрҙе бик һирәк күрәм, башлыса, станоктарҙа ярҙамында. Ә мин бөтә нимәне ҡулдан яһайым.
«ЕҢЕҮ БЕҘҘЕҢ ЯҠТА БУЛАСАҠ!»
2025 Ватанды һаҡлаусы һәм Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы тип иғлан ителде. Шуға фестивалдә был темаға айырым иғтибар бүленеүе бер ҙә ғәжәпләндермәне.
Фестиваль сиктәрендә ҡаланың көмөш ирекмәндәре ойошторған хәйриә йәрминкәһе эшләне. Улар теләктәре булғандарҙың барыһына ла маскировка селтәрҙәрен үрергә тәҡдим итте. Ошонда уҡ ҡул эштәре оҫталары әҙерләгән әйберҙәрҙе һатып алырға йәки махсус һауытҡа аҡса һалырға мөмкин ине - бөтә йыйылған аҡса йыһаз һәм селтәрҙәр үреү өсөн туҡыма һатып алыуға йүнәлтеләсәк.
- Бындай майҙансыҡтарҙы һәр сарала ойошторабыҙ. Теге ваҡыт, Рәсәй көнөндә, 14 мең һум йыйҙыҡ, - ти көмөш ирекмәндәр кураторы Ильвира Анпилогова. - Ғаиләләр менән килеүҙәре шатландыра. Үҙҙәренең өлгөһөндә балаларҙы кәрәкле эшкә ылыҡтыралар.
Ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин байрамға килеү менән иң тәүҙә ошо майҙансыҡҡа юл тотто. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға аҡса йыйыуға үҙ өлөшөн индерҙе.Ә «Ышаныс» үҙәгенең көмөш ирекмәндәре уға Тыуған ил һаҡсылары өсөн бәйләнгән Чебурашканың берәүһен бүләк итте.
Мэр һуңынан картиналар галереяһы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән майҙансыҡҡа туҡталды. Бында ҡала рәссамдары тарафынан төшөрөлгән яугирҙарҙың порттеры ҡуйылғайны. Һуңынан ул Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары тураһындағы майҙансыҡты етәкләгән «Мираҫ» учреждениеһы директоры Руслан Сафиканов менән аралашты.
Артабан Марат Зәһиҙуллин үҙ продукцияһын тәҡдим иткән эшҡыуарҙар янына йүнәлде. Мэрҙың иғтибарын Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» башҡорт нәшриәте биләмәһе йәлеп итте. Марат Ғәйнулла улы Мостай Кәримдең китабын
ҡулға алып, шағирҙың «Өн аралаш ете төш» трагедияһын эҙләне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡалалағы үҙәк майҙан тап ошо әҫәрҙең концепцияһына нигеҙләнеп эшләнгән проект буйынса төҙөкләндерелә.
Сәхнәгә сыҡҡас, ҡала хакимиәте башлығы ҡала халҡын байрам менән ҡотланы.
- Бөгөн сауҙа өлкәһе - тауарҙар менән алмашыу ғына түгел, ә ысын аралашыу сәнғәте, эшкә ижади ҡараш һәм һатып алыусыларҙы ғәжәпләндерә белеү. Һеҙ һәр көн ҡала иҡтисадына үҙ өлөшөгөҙҙө индерәһегеҙ, кешеләр өсөн ҡабатланмаҫ мөхит һәм уңайлыҡ тыуҙы- раһығыҙ. Беҙҙең ҡала ваҡлап сауҙа итеү һәм йәмәғәт туҡланыуы үҫешендә алдынғы урындарҙы биләй. Яратҡан ҡалабыҙҙа 1330-ҙан ашыу сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы объекттары булыуы менән ғорурланабыҙ, яңы магазиндар, кафе һәм сервистар асылып, был инфраструктура үҫешеүен дауам итә.
Ул көндө сауҙа тармағы вәкилдәре үҙҙәренең лайыҡлы наградаларын алды.
РОБОЭТ ДЮК
Фестиваль ваҡытында «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге артындағы скверҙа йөрөгәндә робоэтте күреп ҡалдыҡ һәм уның менән яҡынданыраҡ танышырға ҡарар иттек. Дюк Светлана Ғибәҙуллина етәкләгән «Тор» компьютер академияһы студенттарының яратҡан йән эйәһе икән.
- Дюкты байрамға сығармай булдыра алманыҡ. Ул өлкәндәрҙең дә, бәләкәстәрҙең дә иғтибарын йәлеп итте, ә ҡала мэрына хатта ҡулын бирҙе. Дюк иғтибар һәм саф һауала йөрөргә ярата, - тип ҡылыҡһырланы этте Светлана
Ғибәҙуллина.
Компьютер академияһы - балалар һәм өлкәндәр өсөн өҫтәмә һөнәри белем биреү коммерция ойошмаһы. Федераль белем биреү ойошмаһының бөтә Рәсәй буйлап 400-ҙән ашыу филиалы бар. Беҙҙә ул былтыр апрелдә рәсми асыла.
- Салауатта бәләкәй компьютер академияһы 7 йәштән 15 йәшкә тиклемге балаларға иҫәпләнгән. Бөгөнгө көндә беҙҙә 126 студент белем ала, - тип аңлатты етәксе.
- Академияға бер йыл элек килдем. Ул ваҡытта ниндәй өлкәлә үҫешеүемде белмәй инем. Бында килгәс һөнәр һайлау еңелләште, - тип уртаҡлаша 17-се мәктәптең 8-се класс уҡыусыһы Соня Тарасова. - Хәҙер мин биналар йәки йәмәғәт киңлектәрен проектлау менән шөғөлләнергә хыялланам, сәйәхәт итеү һәм яңы урындар асыу оҡшай.
«ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВТАРЫ»
Көн дауамында сауҙа хеҙмәткәрҙәрен бүләкләнеләр. Тап улар салауаттарҙы «Чек Дэнс» бейеүе менән һоҡландырҙы, ә һуңынан «Олимпия резервтары» ярыштары ваҡытында иң яҡшы спорт командаһы исемен яулау өсөн көс һынашты. Бәйгелә «Чижик» супермаркеты хеҙмәткәрҙәре еңеп сыҡты. Икенсе урында - йәмәғәт туҡланыуы командаһы. Өсөнсөлә - «Квинта» командаһы.
БАРЫҺЫ ӨСӨН ДӘ БАЙРАМ
Фестивалдә өлкәндәр генә түгел, балалар ҙа теләп ҡатнашты. Улар өсөн төрлө майҙансыҡтар эшләне. Хатта Салауат янғын һүндереүселәре һәм ҡотҡарыусылары улар өсөн йәйге душ та әҙерләгәйне.
Беҙ йәш бизнес-леди Ева Решетникова менән таныштыҡ. Ул фестивалгә Стәрлетамаҡтан әсәһе Евгения менән килгән. Ҡыҙсыҡ йәрминкәгә үҙе эшләгән биҙәүестәр һәм декоратив әйберҙәр алып килгән.
- Салауатта тәүгә булмаһаҡ та, фестивалдә беренсегә ҡатнашабыҙ, - ти ҡыҙҙың әсәһе.
- Ошондай сарала ҡатнашыу - күптәнге хыялым, - тип һүҙгә ҡушыла Ева. - Бөтә эштәремде алып килдем тиерлек. Бының менән ике йыл тирәһе шөғөлләнәм. Башланғыстарымды ата-әсәйем хупланы. Атайым менән 3D-принтерҙа пластиктан төрлө йәнлектәр эшләйбеҙ, әсәйем дә беҙгә ярҙам итә.
- Балаға ҡыҙыҡлы булһын өсөн, эш процесына бөтәбеҙ ҙә ҡушылабыҙ. Уның ҙур фестивалдәрҙә ҡатнашыу тәжрибәһе бәләкәйҙән булыуын теләйбеҙ, - ти Евгения. - Байрам оҡшай, ә салауаттар - асыҡ халыҡ, ихлас аралашалар. Ваҡытыбыҙҙы
рәхәтләнеп үткәрҙек: күп майҙансыҡтарҙа булдыҡ, кәсепселәр менән таныштыҡ.
САРА ҠУНАҠТАРЫ - СИТ ИЛ СТУДЕНТТАРЫ
25 июлдә фестивалгә Индиянан Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға килгән 17 сит ил студенты килде. Буласаҡ медиктар ҡаладауаханаһында практика үтә. Буш ваҡыттарында ҡаланың иҫтәлекле урындарына йөрөй. Улар тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында һәм картиналар галереяһында булған.
- Улар практиканы терапия, кардиология һәм башҡа бүлексәләрҙә үтә. Йәштәр Салауат белгестәренән тәжрибә туплап ҡына ҡалмай, ә белемдәрен практикала ҡуллана һәм ҡала халҡына медицина ярҙамын күрһәтә, - тип һөйләне университеттың сит ил студенттары менән эшләү буйынса деканат кураторы Илфат Әлмөхәмәтов.
Төрлө курс студенттарының дүртәүһе генә русса һөйләшә, ҡалғандары әлегә өйрәнә. Кураторҙары билдәләүенсә, уҡыуҙарын тамамлағандан һуң улар Башҡортостанда эшкә ҡалырҙармы-юҡмы - барыһы ла үҙҙәренең теләгенән тора.
- Һәр ваҡыт медицина өлкәһендә эшләргә, кешеләргә ярҙам итергә теләнем. Атайым да теш врачы. Үҙемде офтальмологияла ғына күрәм. Салауатҡа килеүемә шатмын. Был бик мәҙәни ҡала. Индияға ҡайтырмынмы, бында ҡалырмынмы - әлегә белмәйем. Башҡортостанда төпләнеп, кешеләргә ярҙам итергә теләр инем. Был ғәжәйеп республика, - ти Сакиб.
- Мин бишенсе курста «Дауалау эше» белгеслеге буйынса белем алам. Алтынсы курста йә неврологҡа, йә дерматологҡа профилле уҡыясаҡмын - әлегә хәл итмәнем. Бөтәһе лә йомғаҡлау имтихандарында нисә балл йыйыуымдан тора, - тип
билдәләй Шарманкүл. - Дуҫым да университетта уҡый, уның элек Салауатҡа килгәне булған һәм миңә лә был турала һөйләне. Үҙемдең дә һеҙҙең ҡалаға килә алыуыма шатмын. Уңайлы, матур, йәшел ҡала.
- Ә мин ғаиләбеҙҙә тәүге врач буласаҡмын. Ата-әсәйем - инженерҙар. Неврологҡа уҡыйым, - тине Кумар, ә һуңынан фестивалдән алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты. - Сара бик шәп уҙа, төрлө майҙансыҡтар эшләй. Ә барыһынан да
нығыраҡ сағыу кейемдәрҙәге Салауат ҡалаһы халҡы оҡшаны - изге күңеллеләр, асыҡтар, ихластар.