Эшҡыуарлыҡ
25 Июля 2025, 09:42

«Креатив индустриялар сәғәте»

«Минең бизнес» үҙәгендә «Креатив индустриялар сәғәте» түңәрәк өҫтәле уҙҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Креатив индустриялар сәғәте»«Креатив индустриялар сәғәте»
«Креатив индустриялар сәғәте»

Ҡаланың ижади лидерҙары үҙҙәренең яңы идеялары һәм проекттары менән уртаҡлашты. Осрашыуҙа креатив иҡтисадтың төрлө йүнәлештәрен билдәләнеләр: арт-индустрия һәм мәҙәни мираҫ, мода һәм дизайн, медиа һәм заманса киң мәғлүмәт саралары, музыкаль ижад, китап эше, мауығыу һәм ял.
- Айырым иғтибарҙы урындағы таланттарҙы һәм һөнәрселәрҙе үҫтереүгә йүнәлттек. Тап улар ҡалабыҙҙың мәҙәни мираҫын һаҡлай һәм үҫтерә. Эшҡыуарҙар һәм ҡаланың әүҙем кешеләре осрашыуҙа тап ошо турала һөйләште, - тип уртаҡлашты ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары - бизнес-шериф Урал Мәғизов.

Фото ҡала хакимиәтенән.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас