

“Купец 2.0” сауҙагәрҙәр фестивале башланырға бер айҙан саҡ ҡына күберәк ваҡыт ҡалды. Халыҡ-ара фестивалгә әйләнгән был сара быйыл бишенсе тапҡыр уҙғарыла. Әле уға дәррәү әҙерлек бара. Фестиваль 2021 йылдан бирле уҙғарылып килә һәм ошо йылдар эсендә ул күптәрҙең яратҡан байрамына әйләнде.
2023 йылда Сауҙагәрҙәр байрамында 70 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡайны. Әйткәндәй, “Купец 2.0” ике тапҡыр Russian Event Awards еңеүсеһе булды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фестивалдең төп концепцияһы – “Таланттар хазинаһы” һәм ул фестиваль тарихында иң бай программа булмаҡсы. Фестивалдең төп идеяһы – халыҡтар дуҫлығы һәм Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе халыҡтарҙың милли йолаларына ихтирам күрһәтеү.
Беренсе көн “Сауҙагәрҙәрҙең исемдәре” тип аталасаҡ, икенсе көн – “Дуҫлыҡ әйрән-бәйлән”е, өсөнсө көн “Яңы быуын” тип атала.
8 августа Башҡортостанда беренсе тапҡыр креатив индустриялар көнө уҙғарыласаҡ. Стәрлетамаҡҡа республиканан ғына түгел, ә Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә ижади һөнәрҙәр вәкилдәре киләсәк.
Сараны асыу тантанаһы, рәсми делегацияларҙың килеүе көтөлә. Фестиваль, һәр йылдағыса, ҙур исемле хороводтан башланасаҡ.
Фестивалдең төп сәхнәһе Салауат Юлаев исемендәге тарихи скверҙа урынлашҡан. Сәхнәлә Стәрлетамаҡтың ижади коллективтары, DJ этно-сет менән Марат Татурас, Санкт-Петербургтан “ТолОка” фольклор ансамбле сығыш яһаясаҡ.
Төп фестиваль майҙанында башҡорт дизайнерҙарының һәм саҡырылған модельерҙарҙың эштәренән мода күрһәтеү ойоштороласаҡ, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыласаҡ .
Балалар өсөн спектаклдәр күрһәтеләсәк, уйындар ойоштороласаҡ, студенттар коллективтары концерт менән сығыш яһаясаҡ.
Автор: Роза САФИНА.
Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте фотолары.