Салауатта 3 354 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән. Шуларҙың 2 362-һе шәхси эшҡыуар, 919-ы микропредприятие, 67-һе бәләкәй һәм алты урта предприятие. Үҙмәшғүлдәр һаны 9 196 кеше. Бер нисә йыл Салауатта бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү буйынса муниципаль программа эшләй, уның сиктәрендә эшҡыуарлыҡ субъекттарына һәм үҙмәшғүлдәргә финанс, милек, мәғлүмәт һәм консультация ярҙамы күрһәтелә.
- Эшҡыуарлыҡ баҙарын анализлау Салауатта теркәлгән яңы эш башлаған эшҡыуарҙарҙың сауҙа һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә әүҙем эшмәкәрлек алып барыуын күрһәтә. Муниципаль программаны тормошҡа ашырыуға бюджет средстволары һалына. 2024 йылда 10,73 миллион һум файҙаланылған: 4,70 миллионы - ҡала бюджетынан, ә 6,03 миллионы - республика бюджетынан. Киләсәктә был сумманы арттырырға теләр инек, - тип билдәләне Салауат хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса урынбаҫары - бизнес-шериф Урал Мәғизов.
2024 йылда ете ойошма субсидия менән файҙаланған. Был маҡсатҡа 600 миллион һум йүнәлтелгән, ҡалала 128 яңы эш урыны асылған. Салауатта «Башҡортостан көньяғы» бизнес-инкубаторы эшләй, уның бурысы - яңы эш башлаусыларға ярҙам күрһәтеү.
- Бизнес-инкубаторҙа йүнселлеккә яңы килеүселәр мебель һәм техника менән йыһазландырылған биналарҙы льготалы шарттарҙа ҡуртымға ала ала. Әлеге ваҡытта бизнес-инкубаторҙа 13 бәләкәй һәм өс үҙмәшғүл субъект резидент булып тора, - тип хәбәр итте бизнес-шериф.
Салауатта бизнесты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә: семинарҙар, курстар, тренингтар, оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡалар үткәрелә.
- Эшҡыуарҙарыбыҙ был инструменттар тураһында белә һәм улар менән әүҙем файҙалана, - тип билдәләне бизнес-шериф. - 2024 йылда улар Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталы аша ҡала хакимиәте башлығы үткәргән «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматындағы кәңәшмәләргә әүҙем яҙылды. 54 кәңәшмә үткәрелде.
Хоҡуҡтар боҙолоуға юл ҡуймайыҡ
Осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Ирина Абрамова эшҡыуарҙар өсөн булған файҙалы мәғлүмәттәр тураһында һөйләне.
- Беҙ эшҡыуарҙарҙы хоҡуҡи яҡтан яҡлайбыҙ һәм ярҙам күрһәтәбеҙ. Законға ярашлы эшкә ҡушылабыҙ, - тине Ирина Абрамова. - Һеҙгә һәр мәсьәлә буйынса хоҡуҡи яҡтан яҡлаулы булырға кәрәк, сөнки эшҡыуар булып киткәс, дәүләт менән үҙ-ара мөнәсәбәттәргә инәһегеҙ. Һеҙҙең хоҡуғығыҙ - табыш алыу. Әммә иҫегеҙҙә тотоғоҙ, һеҙҙең бурыстарығыҙ ҙа бик күп. Яҡшы юристар һәм хисапсылар менән эш итегеҙ. Шул саҡта барыһы ла һеҙҙең бизнес мәнфәғәтенә йүнәлтеләсәк. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, һәр ваҡыт бәләкәй бизнестың законлы хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлаясаҡбыҙ.
Ирекле аралашыу
Осрашыуҙа Салауат бизнес берләшмәһе вәкилдәре вәкилгә үҙҙәре өсөн көнүҙәк һорауҙарҙы бирҙе.
Шәхси эшҡыуар Роман Максимов 15 йылдан ашыу бизнес менән шөғөлләнә, «Ит Балыҡ» производствоһын ойошторған. Йыл ярым элек колбаса цехы аса һәм проблемаларға юлыға.
- Конференцияларҙа проблемаларҙы хәл итеү өсөн берҙәм тәҙрә булдырыу тураһында йыш ишетәм. Ниңә һәр министрлыҡта шундай уҡ берәй нимә булдырмаҫҡа? Ниндәй хәлдә нисек эш итергә кәрәклеге тураһында аныҡ күрһәтмә буйынса эш итеү барыһына ла еңелерәк булыр ине, - тип тәҡдим итте ул.
- Мин һеҙҙе хуплайым, - тип яуапланы Ирина Абрамова. - “Намыҫлы билдә” системаһын өлгө итеп алырға була. Минеңсә, һанлаштырыу ярҙамында эш ошоға бара. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Салауатта «Минең бизнесым» үҙәге бар, унда мөрәжәғәт итергә мөмкин, һәм бизнес-шериф эшләй, ул проблемалы мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә ала. Шулай уҡ ҙур юридик белемдәре булған хисапсылар бар.
Марина Серегина «Благосыр» сыр ҡайнатыу цехы хужаһы.
- Беҙ үҙебеҙҙең продукцияны Башҡортостанда һәм унан ситтә һатабыҙ, хәҙер Ырымбурҙа ла эшләйбеҙ. Маркировка буйынса һорауҙар бар, әммә «Намыҫлы билдә» ҡыҙыу линияһында уларға яуап бирә алманылар. Уларҙың хатаһы арҡаһында беҙ бер ай буйына йөк ташый алманыҡ һәм сырҙы ташланыҡ, минусҡа киттек. Был мәсьәләне минең менеджер ғына хәл итте, - тип зарланды ул системаның камил булмауына.