Сауҙаны иҡтисади үҫештең төп сығанаҡтарының береһе тик иҫәпләүҙәре хаҡлы. Төбәк бюджетына килгән һалым килеме буйынса сауҙа сәнәғәт секторынан һуң икенсе урынды алып тора, тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы сауҙа министрының беренсе урынбаҫары Василий Таболин. Республика хөкүмәте «Башҡортостан продукты» проекты ҡатнашыусыларына айырым ярҙам күрһәтә. 2024 йылдың башына унда 767 етештеүесе ингән, уларҙың 631-е аҙыҡ-түлек, ә 136-һы аҙыҡ булмаған тауарҙар етештерә. «Башҡортостан продукты» билдәһе менән 28 мең продукция маркалана.
- Салауаттың ҡулланыусылар баҙары республикалағы кеүек үк яҡшы темптар менән үҫешә, - тине Василий Таболин. - Башҡортостанда 300 меңдән ашыу кеше сауҙа өлкәһендә эшләй. Был эшкә һәләтле төбәк халҡының бишенсе өлөшө. Айырым һатыуҙағы тауар әйләнеше триллион һум, ә күмәртәләп һатыу триллион ярым һум тәшкил иткән. Был бик мөһим йүнәлеш, ул ҡулланыусы менән етештереүсе араһында бәйләнеш булдыра, производствоны дөрөҫ төҙөргә һәм халыҡ ихтыяжын тәьмин итергә ярҙам итә. Шуның өсөн сауҙа өлкәһенә ҡағылышлы кешеләрҙе ҡотларға, «Башҡортостан продукты» проекты дипломанттарының ҡаҙаныштары менән танышырға килдек. Кешеләрҙең эшләүен, үҫешеүен күреү ҡыуаныслы. Ә беҙ, Сауҙа министрылығы, уларға һәр яҡлап ярҙам итәсәкбеҙ.
Василий Таболинды эшлекле сәфәре барышында ҡала хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса урынбаҫары - бизнес-шериф Урал Мәғизов һәм ҡала хакимиәте эштәре менән идара итеүсе Семен Евграфов оҙатып йөрөнө.
Йыл һайын Сауҙа көнөндә Салауат эшҡыуарҙары һәм йүнселдәре генә түгел, республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән килгән ҡунаҡтар ҙа ҡатнаша, шуға күрә Урал Мәғизов беҙҙең ҡалалағы сараны республика байрамы итеү тәҡдиме менән сығыш яһаны.
- Беҙ бөгөн Ҡариҙел, Хәйбулла, Ғафури һәм Федоровка районы вәкилдәрен күрәбеҙ. Ошоға бәйле киләһе йылдан байрамды ике көн үткәрергә тәҡдим итәм, был байрамды киңәйтәсәкбеҙ, - тине Урал Мәғизов.
- Бөгөн илебеҙ еңел булмаған осор кисерә, беҙгә азатлыҡты һәм ирекле үҫеште яҡларға тура килә. Яугирҙар, шул иҫәптә Салауат егеттәре махсус хәрби операция зонаһында бурыстарҙы үтәй. Әлбиттә, халыҡ һәм эшҡыуарҙар гуманитар ярҙам ебәреүҙән ситтә ҡалмай. Һәр берегеҙгә ошо ярҙамығыҙ өсөн алғы һыҙыҡтағы хәрбиҙәр исеменән рәхмәт, - тине Семен Евграфов. - Сауҙа өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары, һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым. Һатып алыусылар ихлас, мәрхәмәтле булһын, ә эштәрегеҙҙә уңыштар, финанс үҫеш юлдаш булһын.
Төбәгебеҙҙең оҫталары
Республика кәсепселәре һәм тауар етештереүселәре йәрминкәлә үҙ компаниялары менән таныштырҙы һәм тауарҙарын тәҡдим итте. Уларҙың ҡайһы берҙәре ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторҙо, кемдер ҡала халҡына ҡыҙыҡһындырған һорауҙары буйынса консультация үткәрҙе. Дегустация уҙғарыусылар ҙа булды.
Мортаза Солтанғолов - үҙенсәлекле кеше, һирәк булған ике өлкәлә профессионал. Ул һарыҡ ҡырҡыу оҫтаһы, миҙгел ваҡытында Башҡортостан буйлап ҡына түгел, хатта сит өлкәләргә лә сығып китә. Әммә уның төп эше - умартасылыҡ.
- Мин Оло Сытырмандан. Умартасылыҡ нәҫелдән килә, ата-бабаларыбыҙ шуның менән шөғөлләнгән. Ағастан әйберҙәр, солоҡ, һуңыраҡ ҡурай эшләү менән мауығып киттем.Хәҙер миндә башлыса ҡалыплы һәм солоҡ балы. Был төрҙәрҙең тәме ысынлап та төрлөсә. Кемгә ниндәйе хуш килә, - тип һөйләй Мортаза Солтанғолов.
Уның ҡаршыһында Айгөл һәм Илдус Агишевтар үҙ стендтарын ҡуйғайны. Уларҙың ғаилә производствоһы - аҡ шыршы һыуын, майын, һурғыс кәнфиттәрен һәм крем-бальзамдарын яһайҙар. Салауатҡа улар шифалы эсемлек менән таныштырыу өсөн килгән.
- Аҡ шыршы һыуы совет заманында уҡ яҡшы итеп өйрәнелгән, - тип һөйләй Айгөл Агишева. - Ылыҫлы ағастар һәр ваҡыт кешеләргә ярҙам иткән, уларҙың ҡайнатмаларын,майҙарын ҡайһы бер сирҙәрҙе дауалау өсөн ҡулланғандар. Хәҙер күп продукттарҙы тәбиғи тип әйтеп булмай, уларҙа химик ҡушылмалар күп, уларҙы бөтөрөү, организмды балансҡа килтереү өсөн тәбиғи өҫтәлмәләрҙе файҙаланырға мөмкин. Был һыу ҡулланыу өсөн әҙер, тик һыуытҡыста һаҡлап эсергә генә кәрәк.
Үҙ производстволарын булдырыуға ғаилә шәхси тәжрибә аша килә. Киҙеү мәлендә аҡ шыршы һыуын эсеп ҡарайҙар, вирустар ситләп үтә башлай, энергия барлыҡҡа килә. Һөҙөмтәһе оҡшағас, ҡатынына производство асырға тәҡдим итә. Стажлы провизор булған тормош иптәше идеяны хуплай. Шулай 2021 йылда Агишевтар Белорет районында үҙ производствоһын аса.
Һылыу ҡыҙ Гөлнур Ғәббәсова Салауатҡа Сауҙа көнөнә үҙ ҡулдары менән этностилдәге биҙәүҙәр менән башҡарған эштәре менән таныштырыр өсөн махсус килгән.
- Был эш менән ете йыл элек, декретҡа сығырға йыйынғанда шөғөлләнә башлағайным. Мин икенсе кластан ижад менән мауығам, һөнәрем дә рәссам, художество мәктәбен, һуңынан Ҡ.Дәүләткилдиев исемендәге республика художество гимназия-интернатын, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ны бөтөрҙөм. Яйлап үҫешәм, - тип һөйләй ҡыҙ. - Ауырлы саҡта күҙ тейеүҙән, яман йәндәрҙән һаҡланыу өсөн биҙәүестәр яһай башланым, тәүҙә үҙем өсөн, һуңынан башҡаларға ла эшләнем.
Үҙенең бизнесын үҫтереү ваҡытында оҫта ҡуллы ҡыҙ «Аҫылташ» республика йәштәр форумында ҡатнаша, шулай уҡ грантҡа эйә булып үҫешкә юллай.
Күргәҙмәлә Гөлнур Ғәббәсова төрлө ҡоралдар ярҙамында үҙ ҡулы менән булдырған биҙәүестәрҙе тәҡдим итте.
- Мин илдең һәм республикабыҙҙың мәҙәни кодын һаҡлау яҡлы, шуның өсөн мираҫыбыҙҙы заманса модаға яраҡлаштырырға теләйем. Көстө үҙебеҙҙең тарихтан алам һәм килеп сыға шикелле, - ти ул. Ғәҙәттә көнөнә бер сигеүҙе башҡарып сығам. Йылына - 300-ҙән ашыу төрлө биҙәүес. Йылдан-йыл бындай продукцияға һорау артыуы ҡыуандыра.
Салауаттың тағы бер ҡунағы - Алина һәм Артур Насибуллиндар. Улар Ҡариҙел районынан килгән һәм үҙҙәренең лазер һәм гравировка киҫеү оҫтаханаһында сувенир һәм декоратив продукциялар яһау менән шөғөлләнә.
- Тәүҙә хобби ғына ине, һуңынан өҫтәмә ҡорамалдар алып эшебеҙҙе киңәйттек. Хәҙер инде заказдарҙы бөтә ил буйынса ебәрәбеҙ. Ошондай сараларҙа ҡатнашып хеҙмәт емештәребеҙ менән таныштырабыҙ, - ти Артур Насибуллин.
«Олимпия резервы»
Был тантаналы көндө ҡала паркында тағы ла бер ваҡиға - «Олимпия резервы» спорт конкурсы үтте. Унда ҡаланың сауҙа ойошмалары хеҙмәткәрҙәренән торған командалар спорт һәләттәрен күрһәтте.
- Конкурста сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларының һигеҙ командаһы ҡатнашты. Урындан тороп оҙонлоҡҡа һикереү, пресс, ергә ятып кәүҙәне күтәреү, арҡан тартышыу, дартс, эстафета кеүек ярыштарҙа мәрәйҙәр йыйҙы улар, - тип һөйләй физик культура һәм спорт идаралығы начальнигы урынбаҫары Александр Передунов.
Конкурс йомғаҡтары буйынса еңеүселәр иғлан ителә. Беренсе урынға «Каскад» йәмғиәтенең «Ҡымыҙ» командаһы лайыҡ була. Икенсе урынға «Дөйөм туҡланыу» ойошмаһы командаһы сыға. Өсөнсө урынды «Динамика» ала. Уларға дипломдар һәм бүләктәр тапшырыла.
Парктағы үҙәк сәхнәлә байрамдың тантаналы өлөшөндә намыҫлы хеҙмәт, профессионаллек һәм һөнәргә тоғролоҡ өсөн 37 кеше Башҡортостан Республикаһы Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының, ҡала хакимиәтенең почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Улар араһында директорҙар, идарасылар, ашнаҡсылар, кассирҙар, менеджерҙар, эшселәр, бухгалтерҙар, мастерҙар, ассистенттар һәм башҡалар бар.
Сауҙа көнө ҡаланың ижади коллективтары әҙерләгән байрам концерты менән тамамланды.
Алена Бизикина фотоһы.