газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
6 Сентябрь 2022, 16:35

Сит ил баҙарҙарын да яуларға кәрәк

Башҡортостанда “Ашығыс экспорт ярҙамы” эшләй. Яңыраҡ уның бригадаһы Салауат ҡалаһында етештерелгән тауарҙарҙы халыҡ-ара баҙарға сығарыуҙа, шулай уҡ һатыу географияһын киңәйтеүҙә ярҙам итеү өсөн дүрт производствола булды.

Сит ил баҙарҙарын да яуларға кәрәк
Сит ил баҙарҙарын да яуларға кәрәк

Башҡортостанда “Ашығыс экспорт ярҙамы” эшләй. Яңыраҡ уның бригадаһы Салауат ҡалаһында етештерелгән тауарҙарҙы халыҡ-ара баҙарға сығарыуҙа, шулай уҡ һатыу географияһын киңәйтеүҙә ярҙам итеү өсөн дүрт производствола булды.

“Ашығыс экспорт ярҙамы” - 2021 йылдың февраленән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә барлыҡҡа килгән. Ул урындағы етештереүселәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнеш һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса министрлыҡ, Рәсәй экспорт үҙәге, Башҡортостан Республикаһының экспортҡа ярҙам итеү үҙәге һәм Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы белгестәре предприятиела экспортҡа ярҙам итеү һәм уны үҫтереү буйынса консультациялар уҙғара, продукцияға ихтыяж булған сит ил баҙарҙарын асыҡлай.
Башҡортостандың тышҡы иҡтисад һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева билдәләүенсә, быйыл Экспортҡа ярҙам итеү үҙәгенә 80 кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ объекттары мөрәжәғәт иткән һәм 450 төрлө хеҙмәт алған. Уларҙың 18-е үҙ тауарын экспортҡа ебәрә башлаған, ә ҡайһы берҙәре продукцияны таратыу географияһын киңәйткән. Ярҙам күрһәтелгән экспорттың дөйөм күләме 3 млн долларҙан ашҡан.
Салауат ҡалаһына килгән “Ашығыс экспорт ярҙамы” бригадаһына тышҡы иҡтисад һәм конгресс эшмәкрәлеге министры урынбаҫары Лена Изотова, “Башҡортостан Республикаһы экспортына ярҙам итеү үҙәге” күргәҙмә-йәрминкә эшмәкәрлеге департаменты етәксеһе Лилиә Зөлҡәрнәйева һәм департаменттың баш белгесе Регина Собханғолова инде. Улар ҡала хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса урынбаҫары - бизнес-шериф Урал Мағизов һәм эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса идаралыҡ начальнигы вазифаһын башҡарыусы Алина Рәхмәтуллина менән бергә Салауаттың дүрт поизводствоһына барҙы.
- Беҙ предприятиеларға тышҡы баҙарға сығырға ярҙам итәбеҙ. Экспортҡа ярҙам үҙәге хеҙмәттәре уларға тауарҙарын экспортлай башлауға һәм һатыу баҙарын киңәйтергә мөмкинлек бирә, - тип аңлатма бирә Лена Изотова һәм һуңынан эшҡыуарҙар өсөн ҡаралған ярҙам төрҙәре, улар өсөн Иран, Төркиә, Ҡырғыҙстан, Абхазия һәм башҡа илдәргә әҙер тауарҙы оҙатыу мөмкинлектәре менән таныштырыусы күргәҙмәләр уҙғарыласағы хаҡында һөйләне.
Делегация килгән тәүге объект - “Оптима Эксперт” йәмғиәте. Әлеге ваҡытта ул Рәсәйҙә мискәле һәм “Викинг” мунсаларын етештереү буйынса иң ҙур компанияларҙың береһе булып иҫәпләнә. Ойошманың бөтә ил буйынса 50-нән ашыу партнеры бар һәм тауар Ҡаҙағстан, Үзбәкстанға ла оҙатыла.
- Беҙҙең предприятие мискәле мунсалар етештереп, бөтә Рәсәй буйлап һата, шулай уҡ каркаслы бәләкәй йорттар, ҡоролмалар һәм үҙебеҙ уйлап сығарған мунсалар яһай, - тип һөйләй компанияның етәксеһе Алексей Новиньков, ә һуңынан “Ашығыс экспорт ярҙамы” бригадаһы эшенең мөһимлеген һәм кәрәклеген билдәләй. - Экспорттар төркөмө беҙгә һәм башҡа предприятиеларға сит ил менән эш алып барыу өсөн экспортҡа сығырға ярҙам итә. Артабан да эшләйәсәкбеҙ һәм беҙ ҙә сит ил баҙарына сыға алырбыҙ, ти ышанам.
Киләсәктә компания экспорт географияһын киңәйтергә ниәт итә, торлаҡ майҙаны 9-ҙан алып 40 квадрат метрға тиклем булған еңел йыйыла торған йылытылыусы бәләкәй йорттар оҙатырға әҙер. “Ашығыс экспорт ярҙамы” бригадаһы тарафынан предприятиеға Белоруссияла һатып алыусыларҙы эҙләүҙә булышлыҡ ителәсәк.
Икенсе пункт - ағас эшкәртеү һәм ыҫлағыстар етештереү менән шөғөлләнеүсе шәхси эшҡыуар Роман Максимовтың компанияһы. Ул тауарҙарын Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Белоруссияға оҙата, шулай ҙа экспортлауҙы киңәйтергә планлаштыра. Үҙенең пландары менә йүнсел “Ашығыс экспорт ярҙамы” бригадаһы менән дә бүлеште, белгестәр уға был йүнәлештә ярҙам күрһәтеләсәк тип ышандырҙы.
Өсөнсө объект - шәхси эшҡыуар Эрик Рәхимҡолов шөғөлләнгән метал конструкцияларҙан изделиялар производствоһы. Бизнесмен тауарҙарын Белоруссияға һәм Абхазияға оҙатыуҙы көйләгән, шуға ҡарамаҫтан ул башҡа илдәрҙәге һатып алыусыларға ла 100 төр продукция тәҡдим итергә әҙер, мәҫәлән, мангал зоналары, беседкалар, бәүелсәктәр, эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары, шезлонгтар, усаҡ туҫтаҡтары.
Эш сәфәре һуңында бригада шәхси эшҡыуар Олег Субботиндың фирмаһында булды. Унда өҫтәлдәр һәм ултырғыстар етештереү менән шөғөлләнәләр. Компания элек үҙ тауарҙарын сит илгә сығарған булған, әммә әлеге ваҡытта эске баҙарҙа ғына эшләй. Йүнсел экспорт һатыуҙы тергеҙергә ниәт итә, ошоға бәйле “Ашығыс экспорт ярҙамы” бригадаһы уға Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренә сығыуға ярҙам итәсәген белдерҙе.
- Етештереүселәр ғәмәлдәге экспортерҙар булып торғанға күрә, уларға презентацияларҙы күсереү һәм булдырыу, уларҙың тауарҙарын электрон сауҙа майҙансыҡтарына урынлаштырыу хеҙмәттәре күрһәтелә. Бынан тыш, предприятиелар вәкилдәре министрлыҡ һәм экспортҡа ярҙам итеү үҙәге һыҙаты буйынса ҡаралған халыҡ-ара бизнес-миссияларҙа һәм күргәҙмәләрҙә ҡатнашыуға саҡырылды. Шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙар транспорт сығымдарын финаслау һәм ҡайтарыу ҡыҙыҡһындырҙы, - тип билдәләнде “Ашығыс экспорт ярҙамы” бригадаһын Салауат ҡалаһындағы сәфәре йомғаҡтары буйынса.

Фото Салауат ҡалаһының мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: