газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
8 Июнь 2022, 10:10

Ҡанат ҡуя үҙ эшең

Башҡортостанда республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов “Эшҡыуарлыҡ аҙнаһы”на старт биргәйне һәм бөтә республика буйынса, шул иҫәптә Салауатта кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү һорауҙарына арналған, төбәктең эшлекле берләшмәләре менән семинарҙар, “түңәрәк өҫтәл”дәр һәм форумдар уҙҙы. Аҙналыҡты “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгендә Салауат һәм уға яҡын ҡалаларҙың йүнселдәренең ҙур күргәҙмәһе тамамланы.

Ҡанат ҡуя үҙ эшең
Ҡанат ҡуя үҙ эшең

Башҡортостанда республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов “Эшҡыуарлыҡ аҙнаһы”на старт биргәйне һәм бөтә республика буйынса, шул иҫәптә Салауатта кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү һорауҙарына арналған, төбәктең эшлекле берләшмәләре менән семинарҙар, “түңәрәк өҫтәл”дәр һәм форумдар уҙҙы. Аҙналыҡты “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгендә Салауат һәм уға яҡын ҡалаларҙың йүнселдәренең ҙур күргәҙмәһе тамамланы.

Алдан уҡ шуны билдәләп үтергә кәрәк, күргәҙмәлә күрһәтелгән хеҙмәттәр һәм тауарҙар төрө бик киң ине: аҙыҡ-түлек етештереү, медицина хеҙмәттәре, күсемһеҙ милек менән операциялар, матурлыҡ өлкәһендәге хеҙмәттәр һәм башҡалар. Урындағы бизнесмандарҙың хеҙмәт емештәре менән ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов та танышты.
- Беҙҙең ҡалала шундай креатив, семле, ҡыйыу, заман саҡырыуҙарына ҡаршы тора алырлыҡ кешеләрҙең булыуы шәп. Йыл башынан алып беҙҙә шәхси эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәр һаны артыуы ла шатландыра. Был Салауаттың алға үҫешеүе тураһында һөйләй. Ҡаланың потенциалы ҙур, бынан файҙаланырға кәрәк. Бизнесығыҙҙың һөҙөмтәле эшләүен, уйлаған ниәттәрегеҙҙе тормошҡа ашырыуҙа уңыштар теләйем, - тип мөрәжәғәт итте ул сарала ҡатнашыусыларға.
Кесе һәм урта йүнселлек вәкилдәре нисек үҙ эше менән шөғөлләнә башлаауҙары хаҡында ихлас бүлеште.
Салауатта йәшәүсе Рөстәм Байсурин ҡалала туризмды үҫтерергә булған.
- Мин һәм минең командам sup-бордта йылға буйлап йөҙөү һәм мотоциклдарҙа йөрөү ойошторабыҙ. Идея 2020 йылда Өфөлә йылға буйлап йөрөгәндә башҡа килгәйне. Ул көндө Ағиҙел буйлап күп кешеләрҙең таҡталарҙа йөҙөп барыуын күрҙем. Ҡыҙыҡһындырҙы, таныштарҙан был хаҡта һораштым. Бер ни ваҡыттан һуң мин Салауатҡа әйләнеп ҡайттым. Иң тәүҙә ябай резина кәмәлә Ағиҙел йылғаһы буйлап йөҙөп төштөм һәм ҡала кешеләренә һәм ҡунаҡтарына күрһәтерлек бихисап урындар булыуын күрҙем. Бынан һуң sup-бордтар һәм туристар өсөн һаҡланыу ҡоролмалары һатып алдыҡ. Ҡала беҙҙең тәҡдимгә яҡшы баһа бирҙе, проект килеп сыҡты. Былтыр сентябрь аҙағында мотоциклда ла ял итеп йөрөүҙе лә ойоштороу мөмкин тип ҡарар иттем һәм уны тормошҡа ашырҙым. Һәр ваҡыт үҙем үҙемә эшләгем килде. Беҙҙең хеҙмәттә иң мөһиме - һәр клиенттың хәүефһеҙлеге, - тип билдәләй йәш эшҡыуар.
Эрик Рәхимҡолов үҙенең хеҙмәт юлын 14 йәштә үк башлаған, ә 17 йәштә металл конструкциялары етештереү буйынса үҙ бизнесын асып ебәрә һәм бөгөнгө көнгә тиклем уның хеҙмәте ҙур һорау менән ҡуллана.
- Үҫмер генә көйө бер ойошмаға эшкә урынлаштым, йыйыштыра, һеперә инем. Һуңынан миңә производствола етдиерәк бурыстарҙы ышанып тапшыра башланылар. Тап шунда мин эшҡыуар булырға өйрәндем. 3 йыл эшләгәндән һуң, 17 йәштә мин үҙ эшемде астым. 2007 йыл ине, ул ваҡытта тимер ишектәр, тәҙрә рәшәткәләре яһау популяр булды. Артабан беҙҙең ассортимент киңәйҙе, түбәлектәр, гараж ҡапҡалары, эскәмйәләр эшләй башланыҡ. Әлеге ваҡытта минең производствола 7 хеҙмәткәр эшләй. Етәксе булараҡ минең өсөн кешеләрҙә яуаплылыҡ, эшләү теләге һәм һөнәри оҫталыҡ мөһим, - тип билдәләй ул .
Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар араһында ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле бизнес-проекттарын ғәмәлгә ашырыусы күрше Стәрлетамаҡ ҡалаһы вәкилдәре лә булды. Мәҫәлән, Никита Вотяков һөнәрселек икмәкханаға нигеҙ һалған һәм уның төп ашнаҡсыһы булып тора.
- 15 йыл элек магазин икмәгенең зыяны тураһында белем ҡалдым. Шул ваҡыт минең өсөн этикеткала бирелгән состав ҡына түгел, уларҙың килеп сығышы ла ҡыҙыҡһындыра башланы. Тәүҙә, әлбиттә, икмәк һалыу бик килеп сыҡманы, шулай ҙа тәжрибә эшләй-эшләй килә, тиҙәр, өләсәйҙәрҙең дә икмәкте мейестә бешергән ваҡыттары иҫкә төштө, оҫталыҡ та яйлап артты, туғандар, дуҫтар, уларҙың дуҫтары сүпрәле икмәк бешереп биреүҙе һорай башланы. Барыһы ла шулай башланып китте, - тип һөйләй икмәк бешереүсе.
Икмәк Стәрлетамаҡта бешерелһә лә, уны Салауатҡа ла, Ишембайға ла, хатта Өфөгә лә алып баралар.
Күргәҙмәне Салауат ҡалаһының иң яҡшы эшҡыуарҙарын фиҙаҡәр хеҙмәттәре һәм ҡала тормошонда актив ҡатнашыуҙары өсөн бүләкләү, байрам концерты менән ҡотлау тамамланы.

Эльвира Рәхимова фотолары.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: