газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
18 Февраль 2022, 13:00

Йүнсел йүнен таба

Республика үҫешендә бизнес алып барыу, эшҡыуарҙарға эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырыу өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе булып тора. Ошоға бәйле 2021 йылда Башҡортостан Республикаһының Финанс министрлығы төбәк бюджетынан, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстары” милли проекты сиктәрендә федераль аҡсаларҙы иҫәпкә алып, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы итеп 1,3 млрд һум аҡса йүнәлткән. Финанс ярҙам алыусылар араһында салауаттар ҙа бар.

Диана Дмитрушко декрет отпускаһынан һуң, почта һәм интернет селтәре ярҙамы менән берәмләп һатыу буйынса үҙ бизнесын ойошторорға ҡарар итә.
- Нисек шәхси эшҡыуар булып киттегеҙ?
- Ун йыл тирәһе элек Нефтеюганскта Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам фондында тәүҙә бухгалтер, һуңынан директор урынбаҫары булып эшләнем, шуға күрә граждандарға ярҙам итеү саралары тураһында яҡшы беләм. Минең эшем бизнес-пландар төҙөүҙән, төрлө субсидиялар биреүҙән ғибәрәт ине. Һуңынан декрет отпускаһына киттем, Салауатҡа күсендем. Уҙған йыл ярҙам төрҙәренән файҙаланып үҙ эшемде асырға ҡарар иттем. Бының өсөн Салауат ҡалаһының мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт иттем, унда барлыҡ һорауҙарыма яуап табырға ярҙам иттеләр. 2021 йылдың мартында шәхси эшҡыуар булыраҡ иҫәпкә торҙом.
- Эшмәкәрлек өлкәһен нисек һайланығыҙ?
- Бөтә донъялағы иҡтисади хәлгә анализ яһаным һәм онлайн һатып алыуҙар һаны артыуын аңланым. Быға пандемия ла булышлыҡ итте.
Һуңына һорауҙы ентекләп өйрәнә башалным, инернетта төрлө тауарҙар һатыу менән шөғөлләнгән Рәсәй компанияһы менән бәйләнешкә индем. Унда миңә шарттарҙы һәм тауарҙы биреү пункттарын асыу өсөн күпме аҡса кәрәклеген аңлаттылар. Артабан был пункттың урынлашыу урынын һайланым, компания менән килешкәс, бизнес-план төҙөнөм һәм уны яҡланым. Шулай итеп, мин финанс ярҙам күрһәтелеүселәр иҫәбенә индем.
- Финанс ярҙамдың файҙаһы тейҙеме?
- Алынған финанс ярҙамды һәм үҙемдең дә аҡсаны ҡушып ике айға алдан аренда өсөн түләп ҡуйҙым, йыһаз һатып алдым һәм ремонт эшләнем.
Бизнес менән шөғөлләнә башлауыма бер ҙә үкенмәйем. Әлбиттә, һәр эштәге кеүек үк, үҙ плюстары һәм минустары бар, шулай ҙа эшләүе ҡыыҙҡ. Шуның өсөн үҙемдең башланғысымды дауам итәсәкмен.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: