

Уларҙы Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡтың Волга-Кама территориаль идаралығы етәксеһе урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһы буйынса дәүләт контроле, һыу биологик ресурстарын һаҡлау бүлеге начальнигы Дамир Ишморатов сығарҙы.
- Йылғаларға балыҡ ебәреү республика предприятиеларының береһе тарафынан һыу мөхитенә килтерелгән зыянды бөтөрөү маҡсатынан эшләнә. Шуға беҙ Салауатҡа Сыбаркүл балыҡ заводынан 5 124 селбәрә алып килдек. Юл туғыҙ сәғәт дауам итте, - тине ул.
- Киләһе йылда улар яҡынса 300 граммға етәсәк. Ә өс йылдан һуң, аҙыҡ базаһы яҡшы булһа, ике килограмға тиклем артыуҙары ла мөмкин, - тине Балыҡсылыҡ федераль агентлығының Волга Кама территориаль идаралығының Башҡортостан Республикаһы буйынса дәүләт контроле, һыу биологик ресурстарын һаҡлау бүлеге дәүләт инспекторы Андрей Костьянов. - Бөгөн сығарылған селбәрәләрҙең 10 проценты план буйынса иҫән ҡалырға тейеш. Дөйөм алғанда был яҡшы күрһәткес. 5 процент ҡына ҡалһа, насар була.
- Быны ғилми-тикшеренеү институты белгестәре күҙәтәсәк, улар йыл һайын урындарға килеп, контроль үлсәү үткәрәсәктәр,- тип өҫтәне Дамир Ишморатов. Уҡбалыҡ, башылса, төптә ята, шуға уҡбалыҡтарға аҙыҡ базаһы етерлек.
Төбәктә биш йыл үткәрелгән экологик акцияның инициаторы - Башҡортостандың Ирҙәр ҡоро. Был көндө Ағиҙел ярына ойошманың урындағы бүлексәһе етәксеһе Алик Хәбибуллин да килде:
- Был акция тәбиғәтте тергеҙеүгә тос өлөш индерә. Уҡбалыҡ Ҡыҙыл китапҡа индерелгән, һәр селбәрә - был балыҡты йылға һыуҙарына ҡайтарыу мөмкинлеге. Уның артында ҙур эш тора: махсус шарттарҙа уларҙы үҫтереү, һыу сифатын тикшереү, килешеү һәм логистика. Проект командаһына һәм вайымһыҙ булмағандарға рәхмәт. Бәләкәй балыҡтар яраҡлашып китһен һәм сәләмәт экосистеманың бер өлөшө булһын.
- Беҙ беренсегә уҡбалыҡтарҙы йылғаға ебәрәбеҙ. Был балыҡ өсөн беҙҙә йәшәү шарттары яҡшы - ул ҙур булып үҫәсәк. Шуға күрә ике-өс йылдан ҡала халҡы уҡбалыҡ тота алыр, тип уйлайым. Әле беҙ был идеяны тәүге тапҡыр тормошҡа ашырҙыҡ, әммә был йүнәлештә эш дауам ителәсәк. Яҡын киләсәктә йылғаға башҡа төр балыҡтарҙы ла ебәрәсәкбеҙ, - тине ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин.
«Ҡала көсө» һәм «Тормош ритмы» берекмәләре ирекмәндәре, Салауат индустриаль колледжы студенттары, «Йәш гвардия» вәкилдәре экологик акцияла әүҙем ҡатнашты. Акция барышында хәүефһеҙлекте Салауат ҡалаһының Авария-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре күҙәтте.