

Өмәлә ҡатнашыусылар Юлдаш ҡасабаһындағы күл тирәһен йыйыштырҙы. Был шәхси төҙөлөш биләмәһе булһа ла, ә күл үҙе юлдан алыҫ урынлашһа ла, пластик һәм быяла шешәләр, ҡалай банкалар һәм автомобиль тәгәрмәстәре дөйөм ҡулланылыш урынындағы сүп-сар күләменән бер ҙә кәм түгел ине.
- Бөгөн «Рәсәй Һыуы» акцияһында ҡала хужалығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре генә ҡатнаша. Беҙ ҡалабыҙҙың шәхси секторында урынлашҡан ҙур булмаған һыу ятҡылығы ярын таҙартабыҙ. Ошо биҫтәлә йәшәүселәрҙең үҙ биләмәләренә ҡарата һаҡсыл ҡарашта булыуҙарын теләр инек, - ти ҡала хужалығы идаралығы начальнигы урынбаҫары Марина Барышева.
Экологик өмәлә ҡатнашыусыларҙың икенсе төркөмө Күл буйы бульварындағы ағастарҙы һәм үҫентеләрҙе таҙартты.
- Был район халҡы юл буйында ныҡ үҫкән ағастарға ялыуҙар менән мөрәжәғәт итте. Шуға күрә бөгөн беҙ водителдәргә юлды ҡаплап торған ағастарҙың ботаҡтарын киҫәбеҙ. Эштәрҙе «Салауат һыу каналы» һәм «Газпром газ бүлеү»хеҙмәткәрҙәре башҡара. Был ойошмалар һәр ваҡыт беҙҙең үтенестәребеҙҙе үтәй һәм ярҙам итә, - тип билдәләне ҡала хакимиәте ҡала хужалығы идаралығының баш белгесе Светлана Шәрипова.
Экологик өмәләр йәй аҙағына тиклем дауам итә. Ә көҙөн салауаттар ҡойолған япраҡтарҙы йыйып, ҡаланы ҡышҡа әҙерләй башлаясаҡ
Ольга ИСАКОВА фотолары.