газета "Салауат"
+17 °С
Облачно
Экология
20 Мая 2025, 12:35

Салауаттар «Рәсәй һыуы» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә экологик өмәлә ҡатнашты

Һыу объекттарын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылырға теләгән һәр кем Ағиҙел буйына йыйылды. Экологик проект төрлө йәштәге һәм һөнәрле 400-ҙән ашыу кешене берләштерҙе. Улар: «Әйҙәгеҙ, бергәләп тәртип урынлаштырайыҡ һәм ҡалабыҙҙы тағы ла матурыраҡ итәйек!» - тигән кәйеф менән, ҡулдарына бирсәткә кейеп һәм тоҡ алып Ағиҙел йылғаһы һәм Ялпуй күле ярҙарын таҙартыуға юлланды.

Салауаттар «Рәсәй һыуы» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә экологик өмәлә ҡатнаштыСалауаттар «Рәсәй һыуы» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә экологик өмәлә ҡатнашты
Салауаттар «Рәсәй һыуы» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә экологик өмәлә ҡатнашты

- «Рәсәй һыуы. Таҙа ярҙар» акцияһы Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысындағы «Экология» милли проектының «Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау» федераль проектының бер өлөшө булып тора. Был сара ярҙарҙы сүп-сарҙан таҙартырға һәм халҡыбыҙҙың иғтибарын тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш булдырырға саҡыра, - тип билдәләй ҡала хужалығы идаралығы начальнигы Юлия Будаева. - Таҙартыу өмәһенә 400-гә яҡын кешенең сығыуы ҡыуаныслы. Ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар, хакимиәт, мәғариф учреждениелары, мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре һәм битараф булмаған граждандар ҡатнаша. Бөтә акцияларға ла «Көмөш ирекмәндәр» ҡушыла, улар беҙгә Салауатта матурлыҡ һәм таҙалыҡ булдырырға ярҙам итә.


Экологик өмәлә ҡатнашыусыларҙың тоҡтары йылға һәм күл буйында ял итеүселәр ҡалдырған пластик һәм быяла шешәләр, полиэтилен пакеттар һәм башҡа йәшәйеш ҡалдыҡтары менән тулды.


- Беҙ йыл һайын ярҙы ғына түгел, ҡаланы ла таҙартыу буйынса уҙғарылыусы акцияларҙа ҡатнашабыҙ. Тирә-яҡты тәртиптә тотоу кәрәклекте иҫбатлап үрнәк күрһәтәбеҙ. Салауатта шундай төҙөкләндерелгән, матур яр буйы бар, уны таҙа тотоу мөһим, ҡала таҙалығы менән айырылып торорға тейеш, - ти 55-се балалар баҡсаһы мөдире Гөлнара Исламова һәм «Газпром газ бүлеү Өфө»нөң Салауат филиалы хеҙмәткәре Элина Жаринова.


- Был акция беҙҙә йыл һайын үткәрелә һәм һәр ваҡыт Ағиҙел ярын таҙартыу өсөн сығабыҙ. Йылғаның, ярҙың, тәбиғәттең торошона битараф булмаған күп кешеләрҙең килеүе шатландыра, төрлө йәштәге һәм төрлө ойошма вәкилдәре бар. Яр, әлбиттә, сүп-сар менән тулған. Тәбиғәтебеҙҙе, экологиябыҙҙы балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә һаҡлап ҡалдырайыҡ, - ти ҡала хужалығы идаралығының баш белгестәре Гөлфара Насирова һәм Наталья Ғөбәйҙуллина.


- Беҙ коллектив менән килдек. Һауа торошо матур, шуға яҡшы кәйеф менән изге эштә ҡатнашыу ҙа шатлыҡлы. Тәбиғәт беҙгә көс, тормош бирә, беҙ уға ла рәхмәтле булырға, уны таҙа тоторға тейеш, - ти 32-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гөлнар Фәхретдинова.


Акцияла ҡатнашыусылар үҙҙәренең шәхси миҫалы менән һәр кешенең һыу ятҡылыҡтарының таҙалығын һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә алыуын күрһәтте.


- Салауат ҡалаһы халҡына мөрәжәғәт итергә теләйбеҙ: хәҙер беҙҙә йылы йәйге көндәр башлана, тәбиғәткә сыҡҡанда, үҙегеҙ менән тоҡсайҙар алып, бөтә сүп-сарҙы йыйып, яҡындағы контейнер майҙансығында ҡалдырыуығыҙҙы һорайбыҙ. Шул саҡта экологиябыҙ, тәбиғәтебеҙ беҙгә рәхмәт әйтер, - тип саҡыра ҡала хужалығы идаралығы начальнигы Юлия Будаева.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас