газета "Салауат"
+17 °С
Облачно
Экология
30 Апреля 2025, 04:15

Аллеяла - йүкәләр, скверҙа - ҡарағайҙар

Салауат ҡалаһы йәнә «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ҡушылды. Теләгән һәр кем тыуған ҡалаһын йәшелләндереүгә үҙ өлөшөн индерә алды. Был юлы ағас ултыртыу эше ике майҙансыҡта - Нефтселәр проспектындағы аллеяла һәм Вокзал урамындағы скверҙа барҙы.

Аллеяла - йүкәләр, скверҙа - ҡарағайҙарАллеяла - йүкәләр, скверҙа - ҡарағайҙар
Аллеяла - йүкәләр, скверҙа - ҡарағайҙар

Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Азамат Хәсәнов экологик хәлде һаҡлау һәм ҡаланың йөҙөн яҡшыртыу өсөн ошондай сараларҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, ҡалабыҙ көндән-көн сағыуыраҡ, матурыраҡ, уңайлыраҡ була бара, тине ул.


Акцияла ҡатнашыусылар Нефтселәр проспектында быға тиклем киҫеп алынған иҫке ҡайындар урынына 30 йәш йүкә үҫентеһе ултыртты.


21-се мәктәптә уҡыусылары Максим Соболев Һәм Матвей Трунов ата-әсәләре менән мөһим акцияла ҡатнашырға килгән.
- Бөгөн ағастар ултыртыуыбыҙ бик яҡшы эш, тип иҫәпләйбеҙ. 20 йылдан һуң килеп, йүкәләрәбеҙҙе күреп ғорурланырбыҙ әле, - тип билдәләй егеттәр.


Баҡсаларында ла күп ағастар үҫтергән Салауат химия заводы пенсионерҙары Фәнил Зәйнетдинов һәм Риф Вәлиев ҡаланы йәшелләндереүгә лә үҙ өлөштәрен индерергә ҡарар иткән.
- Уҙған аҙнала Островский урамында ла ағас ултыртыуҙа ҡатнаштыҡ. Бөгөн дә шатланып килдек. Ҡырҡ йылдан ашыу баҡса үҫтерәбеҙ. Бала саҡтан ағас ултыртабыҙ, хәҙер беҙ ултыртҡан урмандар эргәһенән үткәндә унда беҙҙең дә өлөш булыуынан ғорурлыҡ тойғоһо барлыҡҡа килә. Йүкә матур ағас, хәҙер өфөләр генә түгел, салауаттар ҙа йүкәләр хаҡында ла йырлар, - ти ағайҙар.


Вокзал урамындағы сиркәү янында үҙенең файҙаһы менән дан тотҡан ҡарағайҙар аллея барлыҡҡа килә.
- Ҡарағайҙарға 12 йәш, улар Ейәнсура һәм Ауырғазы райондарынан килтерелгән ныҡ ағастар. Ни өсөн беҙ тап ошо урынды һайланыҡ? Элек бында тирәктәр үҫте, улар ҡартайғас ҡырҡылды, улар урынына файҙа килтереүсе ағастар ултыртыу идеяһы булды. Ғөмүмән, ҡарағайҙың, уның эфир майҙарының кеше организмы өсөн һауыҡтырыу эффекты бар. Бында йөрөп, организмды кислород менән байыҡтырыу бер сәғәт ваҡыт етә, - тип һөйләй йәшелләндереү буйынса белгес Виктория Сорокина.


«Йәшел Башҡортостан» акцияһында ҡала Советы депутаттары, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре, ҡала халҡы, йәкшәмбе мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты.
- Барыһын да күреүемә бик шатмын. Бөгөн беҙ 80 ағас ултырттыҡ, сиркәү янында ысын ылыҫлы парк барлыҡҡа килә. Дөйөм алғанда ике йөҙҙән ашыу ағас урын аласаҡ. Яҡшы эш эшләнек, бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәт. Салауат ҡалаһы, моғайын, Башҡортостандың иң йәшел ҡалаһылыр, - тип билдәләне ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау.


Ҡалабыҙҙа ағас ултыртыуҙа Республика дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин да ҡатнашты.
- Кешеләр тәбиғәттән бик күп нәмә ала: нефть, газ һәм башҡаһы. Уларҙы кире ҡайтарыу мөмкинлеге юҡ, әммә ағас ултыртып Башҡортостанды, шул иҫәптә Салауатты йәшелләндереү мөмкинлеге бар. Минеңсә, был бик файҙалы эш, сөнки балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ бының өсөн рәхмәт әйтер, тип уйлайым, - тине ул.


Акция аҙағында бөтә ҡатнашыусыларҙы музыкаль программа, ҡайнар сәй һәм бутҡа менән ялан кухняһы көтә ине.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас