Ҡалабыҙҙың Нефтселәр проспектында ҡайын һәм Обелиск янындағы майҙанда ағастар ҡырҡып алыныуын аңлатыуҙы һорап мөрәжәғәт итеүселәр күп. Был мәсьәләгә ҡала хужалығы идаралығы белгестәре менән асыҡлыҡ индерәбеҙ.
Ҡалабыҙҙың Обелиск һәм Ҡаруанһарай араһындағы майҙанда тағы ла бер тиҙ туҡланыу рестораны барлыҡҡа киләсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың октябрендә Салауатта «Бургер Кинг» рестораны төҙөү тураһында тәҡдимде республика Башлығы Радий Хәбировҡа инвестиция сәғәте барышында «ТөҙөлөшЗаказ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Евгений Пчелкин тәҡдим иткәйне. Был проект хуплана һәм төҙөләсәк объекттар исемлегенә индерелә.
Әммә эшкә тотонор алдынан белгестәргә иҫке ағастарҙы ҡырҡып ташларға тура килә.
Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, объектты реконструкциялауға йәки төҙөкләндереүгә эләккән ағастарҙы һәм ҡыуаҡтарҙы ҡырҡырға мәжбүр булған осраҡта, төҙөүселәр зыянды ҡапларға тейеш.
Төҙөүсе был бурысты үтәй һәм ҡалаға 30 йәш йүкә үҫентеһе бирә.
Ултыртыу урыны итеп Нефтселәр проспектындағы аллея һайланған, унда күптән түгел ҡала хужалығы идаралығы белгестәре авария хәлендәге ҡайындарҙы алып ташлағайны.
Нефтселәр проспектында ағастарҙы ҡырҡыу сәбәбен ҡала хужалығы идаралығының төҙөкләндереү бүлеге начальнигы Лилиә Кубицкая аңлата.
- Салауатта даими нигеҙҙә иҫке авария хәлендәге ағастарҙы ҡырҡыу башҡарыла. Ҡоро ботаҡлы, олоно 30 градустан ашыу ауыш булған ағастар авария хәлендә тип таныла. Быйыл беҙ Нефтселәр проспектындағы иҫке авария ағастарын ҡырҡып алдыҡ. Ҡала хакимиәте адресына ҡоро ботаҡтарҙың парковкаланған машиналарға һәм йәйәүлеләр юлдарына төшөүе тураһында күп ялыуҙар алдыҡ.
Был урында яҙғыһын йүкәләр ултыртыу ҡаралған. Ни өсөн ҡайын түгел, ә йүкә ултырталар?
- Ҡайын һеркәһе иммун системаһының гиперреактивлығын тыуҙырыусы иң киң таралған аллерген. Хакимиәткә киләсәктә ҡайын ултыртмау үтенесе менән бик күп мөрәжәғәттәр килә, - тип аңлата Салауат хакимиәтенең ҡала хужалығы идаралығы начальнигы Юлиә Будаева.
Сөмбөл Шәйәхмәтова.