газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Экология
25 Апрель , 10:45

Тыуған ҡалабыҙҙы күркәмерәк итергә!

Апрель - ҡыштан һуң тирә-яҡта таҙалыҡ һәм тәртип булдырыу ваҡыты, ә өмәләр - биләмәләрҙе төҙөкләндереү, йыйыштырыу маҡсатында барлыҡ кешеләрҙе берләштереүсе матур йола. Уҙған шәмбенең яҙғы ҡояшлы иртәһендә ҡалабыҙҙың бик күп кешеләре, хатта ҡайһы бер ойошмаларҙың тулы коллективтары менән йәмәғәт мөхитен генераль таҙартыу сараһына сыҡты. Был дөйөм хеҙмәттең һөҙөмтәһе - йылмайып торған күркәм биләмәләр.

Тыуған ҡалабыҙҙы күркәмерәк итергә!
Тыуған ҡалабыҙҙы күркәмерәк итергә!

Берҙәлектә көс, тиҙәр. Паркоменко һәм Революцион урамдар киҫелешендә шәмбе өмәһенә йыйылған халыҡ һанаулы ғына ваҡыт эсендә йәмәғәт биләмәһен таҙалап үтте. Бынан тыш, «Октябрь» кинотеатры, Космонавтар бульварындағы (Өфө урамынан алып Ленин урамына тиклем), Губкин урамындағы территорияларҙа йыйыштырыу эше ҡайнаны. Калинин урамындағы 79-сы ташландыҡ бина тирәһе бигерәк ҡатмарлы хәлдә булыуға ҡарамаҫтан, сарала ҡатнашыусылар юғалып ҡалманы, биләмәне сүп-сарҙан таҙартып сығарыу өсөн барлыҡ тырышлығын һалды. Бер нисә сәғәт эсендә ҡала буйынса күләмле генә эштәр атҡарылды: биләмәләр ҡоро үлән һәм япраҡтан арынды, пластик һауыт, ҡапсыҡ, төҙөлөш материалдары ҡалдыҡтары йыйылды, коммуналь хеҙмәттәр менән берлектә ағас үҫентеләре, ҡороғандары ҡырҡылды.


- Бөгөн күп кенә ҡала биләмәләрендә ҡороған ағастарҙы, ҡыуаҡтарҙы ҡырҡыу, ағас ботаҡтарын, ҡойолған япраҡтарҙы йыйыу буйынса экологик өмәләр бара. Уларҙа ҡала хакимиәте, үҙәкләштерелгән финанстар идаралығы, ресурс менән тәьмин итеү ойошмалары, китапханалар системаһы хеҙмәткәрҙәре, битараф булмаған кешеләр, хатта балалар ҡатнаша. Яҡынса өмәгә 500-700 кеше сыҡты. Пархоменко-Революцион урамдары киҫелешендә, кинотеатр янында, Космонавтар, Хмельницкий бульварҙарындағы, Губкин урамындағы аллеяларҙа, дөйөм алғанда, бөтә ҡала буйынса тиерлек йыйыштырыу эштәре бара, - тип һөйләй ҡала хужалығы идаралығы вазифаһын башҡарыусы Юрий Носенко һәм был көндө ҡала урамдарын таҙартыуға сығыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерә.


Әйткәндәй, был көндө Салауат ҡалаһына Башҡортостан Республикаһы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрының беренсе урынбаҫары Юрий Палтусов эшлекле сәфәр менән килгәйне. Ул өмәләр барған урындарҙы ҡараны һәм салауаттарҙың дөйөм өмәләрҙә актив ҡатнашыуына юғары баһа бирҙе.


Юрий Носенко билдәләүенсә, 27 апрелдә ҡалала ағас ултыртыу буйынса «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы ойошторола, шулай уҡ дөйөм ҡала йыйыштырыу өмәләре дауам итәсәк, Ағиҙел йылғаһы, Ялпый күле буйҙарын тәртипкә килтереү планлаштырыла.


- Һәр яҙ һайын республика етәкселеге тарафынан экологик өмәләр иғлан ителә. Беҙ, ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, һәр саҡ ҡатнашабыҙ. Был беҙҙең ҡала, бында йәшәйбеҙ, балаларыбыҙ үҫә, ата-әсәйҙәребеҙ донъя көтә, шулай булғас күркәмлектә йәшәргә тейешбеҙ. Беҙ шулай тәрбиәләнгән, ҡаланы йыйыштырыу өмөләрендә ҡатнашыу - ул гражданлыҡ бурысы. Шул уҡ ваҡытта һәр кеше подъезд алдын булһа ла таҙалау эштәренә бер-ике сәғәт бүлһә, ниндәй күркәмлек буласаҡ, балалар ҙа беҙҙән өлгө ала һәм таҙа ерҙе сүпләргә ынтылмаясаҡ, - тип бүлешә ҡала ахкимиәтенең кадрҙар менән эшләү буйынса бүлектең өлкән техник-программисы Ләйсән Рәхмәтуллина.


Архив бүлеге белгесе Альбина Кирәйева ла өмәгә яҡшы кәйеф менән сыҡҡан.
- Быйыл яҙ бик иртә килде, тәбиғәт йәшеллеккә күмелде, тик ҡала территорияһын ҡыштан һуң бер аҙ тәртипкә килтерергә кәрәк. Өмәгә дәртләнеп сыҡтыҡ, берҙәм генә эшләйбеҙ, бына бер тоҡто сүп-сар менән тултырып та өлгөрҙөк. Беҙ үҙебеҙҙең ҡаланы яратабыҙ, әйҙә беҙҙе ҡыуандырып сәскә атһын, ҡала ҡунаҡтары уға һоҡланһын, - ти ул.


- Беҙ бер ҙә экологик өмәләрҙән ситтә ҡалмайбыҙ. Бөгөн дә бына йәмәғәт биләмәләрен йыйыштырыуға ҡушылдыҡ. Шулай ҙа сүп-сарҙарҙы урамға ташламай, территорияларҙа таҙалыҡ һаҡлап булыр ине, кешеләр, ҡыйҙарҙы сүп-сар һауыттарына һалығыҙ, тип мөрәжәғәт итке килә. Өмәлә ҡатнашып, беҙ тыуған ҡалабыҙға ҡарата һөйөүебеҙҙе белдерәбеҙ, - тип һүҙгә ҡушылды Үҙәкләштерелгән финанс отчетлығы учреждениеһының әйҙәүсе иҡтисадсыһы Ләйсән Низаметдинова.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: