газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Экология
6 Октябрь 2023, 13:15

Көҙҙән таҙа инәйек ҡышҡа

Салауатта сираттағы экологик өмә уҙҙы һәм ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре Желанный ҡасабаһындағы урамдарҙың береһен тәртипкә килтерҙе.

Көҙҙән таҙа инәйек ҡышҡа
Көҙҙән таҙа инәйек ҡышҡа

Көҙ - йола буйынса ҡойолған япраҡтарҙы, йәй буйына йыйылған сүп-сарҙы йыйыштырыу осоро. Уҙған йома ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре көндәлек эштәрен ҡалдырып тороп, тәбиғәттең таҙалығына әҙ булһа ла үҙ өлөшөн индереү теләге менән өмәгә сыҡты. Улар йыйыштыра торған ерҙе намыҫһыҙ кешеләр сүп-сар йыйыу урынына әйләндергән тип әйтһәң дә артыҡ булмаҫ, бында төҙөлөш ҡалдыҡтары, төрлө ҡаптар, машинаның резина тәгәрмәстәре һәм башҡа ҡый өйөп-өйөп ҡалдырылған.
Өмәне ойоштороусылар ҡатнашыусыларға барыһына ла бирсәткәләр, сүп-сар йыйыу өсөн ҡапсыҡтар таратты. Шулай уҡ йыйылған ҡыйҙы сығарыу өсөн «Флора» предприятиеһы махсус техника ла ебәргәйне.
Ҡала хужалығы идаралығының баш белгесе Юрий Носенко билдәләүенсә, ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре шәмбе өмәләрендә актив ҡатнаша.
- Бөгөн ҡала урамдарында предприятиелар, ойошмалар, белем учреждениелары ҡатнашлығында йыйыштырыу өмөләре үтә. Ә был участкалаға ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре сыҡты. Ҡала халҡынан ошо биләмәлә күп сүп-сар йыйылыуы хаҡында мөрәжәғәт иттеләр. Ғәмһеҙ кешеләр был ерҙе ысынлап та ҡый ташлау урынына әйләндергән. Юл йөрөү өсөн тәйенләнмәгән, шуға күрә йыйыштырып бөткәс уны ике яҡтан ябып ҡуясаҡбыҙ, был осраҡта сүп-сар ташлау мөмкинлеге булмаясаҡ, - ти ул.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, йәмәғәт биләмәләрен матур, уңайлы һәм таҙа итеү - дөйөм бурыс. Шуға күрә битараф булмаған һәр кеше экологик өмәләрҙә ҡатнаша ала, улар 1 ноябргә тиклем дауам итәсәк.
Как отмечает главный специалист управления городского хозяйства Юрий Носенко, сотрудники администрации активно принимают участие в субботниках.
- Сегодня здесь, на улице Старечной проводится городской субботник. Она у нас проводится и на городских улицах предприятиями, организациями, учебными заведениями. На данном участке производят уборку сотрудники администрации города. Поступило обращение от жителей города по скоплению мусора, в том числе бытового, строительного мусора на данном участке. Участок у нас не проездной, тупиковый и людям здесь удобно было так скажем не вывозить, а складировать. Сейчас этот участок от мусора очистим, и с двух сторон заблокируем, потому что он не проездной, и тогда возможности у недобросовестных перевозчиков и других людей выбрасывать мусор не будет, - рассказывает Юрий Носенко.
Хочется отметить, что общая задача - сделать общественные территории не только красивыми и комфортными, но и чистыми. В субботниках, которые продлятся до 1 ноября, может принять участие каждый.
- Беҙҙә ике ҡала акцияһы бара: 25 сентябрҙән 31 октябргә тиклем «Экология» милли проекты сиктәрендә халыҡтың экологик грамоталылығын арттырыу, йәмәғәтселектең һыу ресурстарының сифатын яҡшыртыу һәм һаҡлауға йүнәлтелгән «Таҙа ярҙар - таҙа һыу» һәм «Макулатура тапшыр - ағасты һаҡла» эко-марофон. Бырыһын да уларҙа ҡатнашырға саҡырабыҙ, - ти Юрий Носенко.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: