Күп йылдар дауамында Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында һәм уларға яҡын урынлашҡан ҡалалар, ауылдарҙа йәшәүселәр төбәктең эре предприятиелары сығарған насар еҫкә күпләп дәғүә белдерә.
17 февралдә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Виктория Абрамченко Салауатта һәм Стәрлетамаҡта атмосфера һауаһы сифаты буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Унда төбәк башлығы Радий Хәбиров, Тәбиғәт министрлығы, Роспотребнадзор, Росгидромет, шулай уҡ «Газпром нефтехим Салауат» һәм Башҡортостан сода компанияһы йәмғиәттәре вәкилдәре ҡатнашты.
Кәңәшмә һөҙөмтәһендә Виктория Абрамченко Тәбиғәт министрлығына һәм Роспотребнадзорға, шулай уҡ предприятиеларға һәм республикаға сәнәғәт ҡалдыҡтары сығарып ташлау кимәлен тикшерергә, атмосфера һауаһын бысратыусы матдәләрҙең ниндәй сығанаҡтан былыуын асыҡларға ҡушты. Бынан тыш, уның тәҡдиме буйынса «Таҙа һауа» проектының поспортына Салауат һәм Стерлетамаҡ өсөн айырым сараларҙы индереү һорауы өҫтөндә эш алып барылды.
«Таҙа һауа» федераль проект етәкселәре «Газпром нефтехим Салауат» йәмғитендә экология һәм тирә-яҡ мөхит тураһында нисек хәстәрлек күреүҙәрен тикшерҙеләр.
11 апрелдә «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенә эшлекле сәфәр менән Рәсәй Федерацияһы Тәбиғәт ресурстары һәм экология минитсрлығының «Таҙа һауа» федераль проекты офисы делегацияһы килде. Уның составына «Таҙа һауа» проекты етәксеһе Максим Корольков, ошо проекттың мониторинг һәм контроль бүлеге проекты етәксеһе Вячеслав Гусев, «Экология» тирә-яҡ мөхитте һаҡлау фәнни-тикшеренеү институтының экологик моделләү, прогнозлау һәм баһалауҙың фәнни-методик үҙәге етәксеһе Михаил Оводков, Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре инде. Белгестәр предприятиела ҡалдыҡтарҙың сығарылып ташланыуын кәметеү буйынса бурыстарҙың нисек хәл ителеүен, нимәләр эшләнеүен һәм киләсәккә ниндәй пландар ҡуйылыуы менән танышыу өсөн килде.
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Виктория Абрамченко ҡарары буйынса Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары «Таҙа һауа» федераль проектына индерелә. 12 апрелдән 14-нә тиклем Өфөлә уҙыусы экологик форумда был ҡалаларҙың эре предприятиелары менән дүрт яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ, унда һауаға сығарып ташланыусы ҡалдыҡтарҙы кәметеү буйынса саралар билдәләнәсәк. Тәү сиратта беҙ халыҡты борсоған һорауҙарҙы хәл итеүҙе күҙ уңында тотабыҙ, улар - насар еҫле матдәләрҙең сығарылып ташланыуын кәметеү, мониторинг системаһын үҫтереү, торбаларҙы һауаға бүленеп сығыусы матдәләрҙе автоматик контролләү системаһы менән йыһазландырыу һәм, әлбиттә, халыҡҡа мәғлүмәт биреү кимәлен һәм предприятиеларҙың асыҡлығын күтәреү. Был саралар тормошҡа ашырылып ҡалыу ғына түгел, шулай уҡ уларҙың кешеләргә аңлайышлы булыун тәьмин итеү өсөн кәрәк, - тине «Таҙа һауа» федераль проект офисы етәксеһе Максим Корольков.
«Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһында масштаблы инвестицон программалар тормошҡа ашырыла, улар сиктәрендә заманса регламенттар һәм закондар талаптарына ярашлы иҫке ҡорамалдар урынына яңылары барлыҡҡа килә.
- Етәкселек тарафынан шундай бурыс ҡуйылды - экологик йүнәлештәге сараларҙы әҙерләргә. Был эште беҙ ике йыл элек башланыҡ. Был ваҡыт эсендә бик күп нәмә эшләнде: таҙартыу ҡорамалдарын төҙөкләндерәбеҙ, яңы техник көкөрт производствоһын төҙөү һәм резервуар паркты яңыртыу менән шөғөлләнәбеҙ. Әйткәндәй, был оҙайлы программа, ул 2012 йылдан 2030 йылға тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Унда яҡшыртылған конструкциялар, һаҡлау технологиялары, улар һауаға бысратыусы матдәләр бүлеп сығарыуҙы кәметеүгә килтерәсәк, - тип һөйләне экологик хәлде һәйбәтләүгә йүнәлтелгән эштәр хаҡында «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәте генераль директорының производство буйынса беренсе урынбаҫары Азамат Хәбибуллин.
Делегация булған тәүге пункт - таҙартыу ҡоролмалары. Бында Салауат ҡалаһының һәм Салауат, Ишембай ҡалаларының сәнәғәт предприятиеларының көнкүреш ағым һыуҙары таҙартыла. Әлеге ваҡытта бында ете этапты яңыртыуҙы күҙ уңында тотҡан төҙөкләндереү бара.
«Сәнәғәт һыу каналы» йәмғиәте директоры Сергей Гавилюк әйтеүенсә, проект дәүләт экспертизаһын үткән һәм әлеге ваҡытта тәүге ике этапты төҙөкләндереү бара.
- Төҙөкләндереү производство һыуҙарын нефть продукттарынан, углеводородтарҙан һәм ҡатнашмаларҙан таҙартыу өсөн башҡарыла. Төҙөкләндереү барған арала иҫкеләрендә эшләйбеҙ. Шуны аңларға кәрәк, төҙөкләндереү ғәмәлдәге таҙартыу ҡоролмаларында бара, сөнки уларҙы туҡтатыу мөмкин түгел. Шулай булғас, беҙ эшләйбеҙ, таҙартабыҙ һәм төҙөкләндерәбеҙ, - тип билдәләй Сергей Гаврилюк. - Төҙөкләндереү барышында һауаға бүленеп сығыусы бысраҡ матдәләрҙе кәметергә тырышабыҙ.
Таҙартыу ҡоролмаларын төҙөкләндереү юғары етештереү ҡоролмаларын индереүгә, технологик процестарҙы автоматлаштырыуға, таҙартылған һыуҙың максималь күләмен ҡабаттан файҙаланыуға ҡайтарыуға, таҙартыу ҡоролмалары ҡалдыҡтарын үтилләштереүгә, һауаға бысратыусы матдәләр бүлеп сығарыуҙы кәметеүгә йүнәлтелгән. Проекттың техник ҡарарҙарының береһе бөтә асыҡ һыйҙырышлыҡтарҙы ябыуҙы күҙ уңында тота.
- Бынан һуң етенсе этапты төҙөкләндереүгә тотонасаҡбыҙ, Ул тәбиғи ресурстарҙы ҡулланыуҙы ҡыҫҡартыу бурысын хәл итеүе менән мөһим. Әлеге ваҡытта «Газпром нефтехим Салауат» технологик ихтыяждар өсөн Ағиҙел йылғаһы һыуын ҡуллана. Ә бына етенсе этап йомоҡ циклы һорауын хәл итәсәк һәм бөтә таҙартылған ағым һыуҙары предприятиеның техник ихтыяждары өсөн ҡабат ҡайтарыласаҡ. Был йылғанан һыу алыуҙы бөтөрәсәк, - тип өҫтәне Сергей Гаврюлюк.
- Мине таҙалыҡ һәм тәртип ғәжәпләндерҙе. Әйтерһең дә бында көн һайын йыйыштырып торалар. Икенсенән, территорияла ниндәйҙер ҡалдыҡтар юҡ, тимәк бөтә система теүәл эшләй. Продукция сифаты, шулай булғас, ҡалдыҡтар ҙа яҡшыра. Таҙартыу ҡоролмаларында Ағиҙел йылғаһына ҡалдыҡтарҙы кәметеүсе яңы технологиялар ҡуйылыуы ҡыҙыҡһындырҙы. Шулай уҡ улар һыуҙы ла 10 тапҡырға әҙерәк аласаҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, тәьҫораттар сит ил производствоһына килгән кеүек. Беҙҙең кешеләр эшләй белә, - тип баһаланы башҡарылыусы эштәрҙе Стәрлетамаҡ ҡала Советы депутаты, ҡала төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комиссия рәйесе Александр Бабнищев.
Икенсе пункт - нефть эшкәртеү заводы 10-сы цехының резервуар паркы, унда ҡунаҡтар һауаға углеводоровтың сығарылып ташланыуын кәметеү өсөн резервуар парктарын яңыртыу программаһы менән танышты.
2016-2020 йылдарҙа 16 яңы резервуар сафҡа индерелгән. Бөгөн программа сиктәрендә тағы ла дүрт резервуарҙы монтажлау бара, улар ҙурыраҡ күләмле һәм экологик, сәнәғәт хәүефһеҙлеге нормаларын үтәү күҙлегенән замансараҡ буласаҡ.
Өсөнсө объект - каталитик крекинг комплексы, унда делегация ағзалары технологик процесс барышы һәм операторҙар бүлмәһендәге факел системаһы эше менән танышты.
- Каталитик крекинг комплексы проекты 2021 йылда тормошҡа ашырыла башлай. Проект автомобиль бензиндары һәм башҡа нефть химияһы продукттарын етештереүҙе үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк. Иң мөһим экологик һөҙөмтә вакуумлы газойльде гидротаҙартыу. Аңлатам: каталитик крекинг процесы атмосфераға ҡалдыҡтар сығарылып ташланыуын күҙ уңында тота, сөнки уның технологияһы шулай. Унда катализаторҙар һәм регенерация системалары аша атмосфера менән бәйләнеш бар. Ошоға ярашлы вакуумлы газойлде эшкәрткәндә һауаға бүленеп сығыусы көкөрт ангидридтар кәмей, - тип һөйләй «Газпром нефтехим Салауат»тың генераль директорының производство буйынса беренсе урынбаҫары Азамат Хәбибуллин.
- «Газпром нефтехим Салауат» - максималь асыҡ предприятие. Эштең башында уҡ бында атмосфера һауаһына көсөргәнеште кәметеү өсөн производстволарҙы модернизациялау йүнәлешендәге саралар планы һәм инвестициялар күләме менән таныштырҙылар, - тип билдәләй Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов. - Дөйөм алғанда, республика атмосфера һауаһы сифатын күҙәтеүҙең автоматлаштырылған системаһына актив инвестициялай. Әлеге ваҡытта ҙур инвестицион проекты тормошҡа ашырыуға әҙерләнә, ул - Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары предприятиеларның санитар-һаҡ зонаһы сиктәрендә атмосфера һауаһы бысраныуын контролдә тотоуҙың автоматлаштырылған станцияларҙы ҡуйыу.
Дүртенсе урын - йылына ҡеүәте 60 000 тонналыҡ яңы техник көкөрт производствоһын төҙөү. Ул да сәнәғәт производствоһының тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон кәметеүгә мөмкинлек бирергә тейеш. Был проект Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестицон проекттары исемлегенә индерелгән.
- «Газпром нефтехим Салауат»тың үҙ үҫешендә туҡтамауы шатландыра һәм был ҡоролманы сафҡа индереү конверсия дәрәжәһен арттыра, күптән планлаштырылған төп экологик сараларҙың береһен хәл итә. Яңы ҡоролманы файҙаланыуға индереү 1967 йылдан эшләп килгән ҡоролманы сафтан сығарыуҙы күҙ уңында тота. Яңы ҡоролманы ҡулланыуға тапшырыу менән атмосфераға бысратыусы матдәләрҙең бүленеп сығыуын күпкә кәметеүгә ирешеп буласаҡ, - тип һөйләй производство начальнигы Дмитрий Сорокин. - Ҡоролмаға камиллаштырылған технологиялар индерелеүе һөҙөмтә бирергә тейеш. Әлеге ваҡытҡа бөтә ҡоролмалар - 76 аппарат, 123 технологик торба үткәргес, 190 энергетика торба үткәргесе монтажланған. Шулай уҡ 500 км кабель продукцияһы һәм 63 берәмек динамик ҡоролма монтажланған. Әлеге ваҡытта контроль-үлсәү приборҙары тоташтырыла, программаларға ярашлы эшләүе тикшерелә. Динамик ҡоролмаларҙы эшләтеп ҡарау, элемтә, иҫкәртеү, сигнализация системаларын көйләү, программа тәьминәтен автономлы тикшереү көтә. Бөтәһе лә дөйөмләштерелеп берләштерелгәс, комплекслы һынауға сығасаҡбыҙ. Бынан тыш, ҡоролманы сафҡа индереү 53 квалификациялы хеҙмәткәрҙе эш урыны менән тәьмин итәсәк. «Газпром нефтехим Салауат»тың социаль ышаныслылыҡ йүнәлешендә позициялары нығыныр һәм ошоноң менән производствоның экологик күрһәткестәре күтәрелер, тип ышанабыҙ, - тип өҫтәй ул.
- Беҙ иң эре сараларҙың береһе тамамланырға торған майҙансыҡтабыҙ, уның һөҙөмтәһендә 4 500 тонна көкөрт диоксидына тиклем кәмеү көтөлә. Был ярайһы уҡ яҡшы күрһәткес. Күреүебеҙсә, төҙөлөш-монтажлау эштәре тамам. Коллегалар 2023 йылдың өсөнсө кварталында объектты сафҡа индерергә әҙер булыун белдерә. Һауа сифаты буйынса һөҙөмтә шунда уҡ беленер, тип ышанам. Бынан тыш, беҙ төрлө кимәлдәге әҙерлекле майҙансыҡтарҙа булдыҡ, пландар буйынса фекер алыштыҡ, йыл һайын ике ҡаланың да һауа сифатында һиҙелерлек ыңғай һөҙөмтә алыу өсөн төрлө объекттарҙы ниндәй этапта сафҡа индереүҙе ҡараныҡ, - тип баһаланы предприятиеның экологик кимәлен яҡшыртыу буйынса эшен Максим Корольков.
Алена Бизикина фотоһы.