Ҡала урамдарын комплекслы ҡарҙан таҙартыу эштәре дауам итә. Тик был эштә юл ситенә ҡалдырылған, бигерәк тә оҙайлы ваҡыт йөрөлмәй урын биләп торған транспорт саралары ҡыйынлыҡ тыуҙыра. 14 февралдә ҡалабыҙҙың Космонавтар бульварында тәҙрәләре ватылып, тәгәрмәстәренең тындары сыҡҡан «Ока» автомобилен эвакуацияланылар.
- Бөгөн беҙ «Ока» автомобилен эвакуациялайбыҙ. Алдан комиссия менән сығып, транспорттың ташландыҡ хәлдә икәнен асыҡланыҡ. Белдереү ҡағыҙы элеп ҡалдырҙыҡ. Ун көн эсендә бер кем дә мөрәжәғәт итмәне, шуға күрә автомобилде эвакуацияларға ҡарар иттек, - тип аңлатма бирә ҡала хужалығы идаралығының юл хужалығы бүлеге начальнигы Антон Яковлев. - Ташландыҡ транспорт сараларын эвакуациялауҙың үҙ ҡағиҙәләре бар. Башта белдереү ҡағыҙы йәбештереп ҡалдырыла, әгәр 10 көн эсендә автомобиль алынмай икән, ул мәжбүри рәүештә эвакуациялана. Машина хужаһы беҙгә мөрәжәғәт итеп, әлегә автомобилен ала аламауын, кисектереүҙе һораһа, беҙ уға өҫтәмә ваҡыт бирәбеҙ.
Уның һүҙҙәренсә, был автомобиль уҙған йылдың көҙөнән бирле ҡулланылмайынса тора. Транспорт сараһын алып киткәндән һуң, уның хужаһының килеп алыуын көтәләр, берәү ҙә килеп алмаһа, ул хакимиәт балансына күсерелеп иҫәптән сығарыла.
- Хөрмәтле салауаттар, юл ситендә ташлындыҡ автомобилдәрҙе алыуығыҙҙы һорайбыҙ, сөнки улар транспорт хәрәкәтенә, ҡалалағы юлдарҙы таҙартыуға ҡамасаулай һәм ҡаланың йөҙөн боҙа, - тип мөрәжәғәт итте Антон Яковлев.