газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Экология
28 Сентябрь 2022, 16:40

Салауатта - илһөйәрҙәр аллеяһы

24 сентябрҙә “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһы сиктәрендә күп кенә ҡалаларҙа һәм район-ауылдарҙа ағастар ултыртылды. Салауаттың төньяҡтан инеү урынын хәҙер былтыр ултыртылған шыршыҡайҙар ғына түгел, ике төрлө сағандар ҙа биҙәй. Беренсе май урамында барлыҡҡа килгән аллея Патриоттар исемен алды.

Салауатта - илһөйәрҙәр аллеяһы
Салауатта - илһөйәрҙәр аллеяһы

24 сентябрҙә “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһы сиктәрендә күп кенә ҡалаларҙа һәм район-ауылдарҙа ағастар ултыртылды. Салауаттың төньяҡтан инеү урынын хәҙер былтыр ултыртылған шыршыҡайҙар ғына түгел, ике төрлө сағандар ҙа биҙәй. Беренсе май урамында барлыҡҡа килгән аллея Патриоттар исемен алды.

- Ҡалала тауыш биреү уҙҙы һәм был яңы ағас ултыртылған аллеяны Патриоттар аллеяһы тип атау тураһында ҡарар ҡабул ителде. Беҙҙең ҡалала 30 саған ултыртып ҡына ҡалмайбыҙ, бынан тыш, идара итеүсе компаниялар кешеләр менән берлектә йорт яндарында 100-ҙән ашыу үҫенте ултыртты. Ағиҙел буйы төҙөкләндерелә һәм уның өсөнсө этабы сиктәрендә шулай уҡ 100-ләп ағас-ҡыуаҡ ултыртыу ҡаралған. Шуның өсөн ҡаланы йәшелерәк һәм экологик яҡтан таҙараҡ итәйек, - тине ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Рәжәпов.
Ағас ултыртыу акцияһы кесеһен дә, олоһон да, төрлө һөнәр эйәләрен берләштерҙе. Сараға ҡала хакимиәте, мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, спорт өлкәләре хеҙмәткәрҙәре, ветерандар, йәмәғәт ойошмаларының актив йәштәре ҡушылды. Йәшелләндереү акцияһында Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығы ҡарамағындағы финанс тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Евгений Декатов ҡатнашты.
Эшкә тотонор алдынан белгестәр ағасты дөрөҫ ултыртыу буйынса аңлатма бирҙе. Көрәк һәм башҡа кәрәк-яраҡ, соҡорҙар алдан ҡаҙып әҙерләп ҡуйылғайны.
Акцияла ҡатнашыусыларҙың береһе, “Полушка” магазины директоры Татьяна Дашкова ағас ултыртыу ҡаланы матурлауы һәм һауаны таҙартыуы менән әһәмиәтле тип иҫәпләй.
- Мин хәҙер ҡаланы йәшәлләндереүгә үҙ өлөшөмдө индереүемде беләм, уның янынан үткән һайын шатланып, күҙәтеп торасаҡсын. Быға тиклем 28-се балалар баҡсаһында ағас ултырттыҡ. “Йәшел Башҡортостан” акцияһында йәштәрҙең ҡатнашыуы мөһим, сөнки улар үҙҙәренең ҡулы менән ағас ултыртып, тәбиғәт, ҡала тураһында хәстәрлек күрергә кәрәклеген аңлаясаҡ, - ти ул.
18-се балалар баҡсаһы мөдире Елена Бичерова ағас ултыртырға үҙенең бәләкәй ҡыҙы менән килгән.
- Патриоттар аллеяһында сағандар ултыртыуҙа ҡатнашырға саҡырыуҙыра беҙҙең өсөн көтөлмәгән булды. Иң мөһиме улар ерегеп үҫеп китһен, ә беҙ һау-сәләмәт булып, тыныс, аяҙ күк аҫтында йәшәйек, - тип билдәләй мөдир.
- Хәтер, Тыуған ил менән бәйле булған барлыҡ нимә ҡәҙерле һәм иҫтәлекле, шуға күрә бындай акцияла ҡатнашыу мәртәбәле, - тигән фекерҙә муниципаль янғын һағының бүлек командиры Сергей Бирюков. - Аллеяның Патриоттар аллеяһы тип атауҙарын да хуплайым, сөнки бөгөн халыҡта илһөйәрлек рухын күтәреү мөһим.
Төҙөкләндереү буйынса белгес Виктория Сорокина һүҙҙәренсә, Патриоттар аллеяһында ике төрлө саған, Роял ред һәм Шәкәрле тигән сорттар ултыртылған.
- Был ике сорт, береһе киң йәйелеп үҫә, икенсеһе пирамидаль формала. Улар аралаштырылып ултыртылды һәм бик матур күренәсәк. Ултыртҡанда мотлаҡ микроэлементтар ҡушылды, был уларға тамырланыу һәм яҙын нығынып китеү өсөн ярҙам буласаҡ. Был сағандар артыҡ ҡарауҙы талап итмәй, иң мөһиме һыу һибеү һәм көслө ел ваҡытында һынмаһындар өсөн бәйләп ҡуйыу, - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала белгес һәм ай дауамында көн һайын, һуңынан аҙнаһына ике тапҡыр һыу һибелесәк тип белдерҙе.
Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ, һәр ултыртылған ағасҡа саған япрағы рәүешендә билдә эленгән һәм унда махсус QR-код бирелгән. Уны смартфон ярҙамында сканерлаһаң, ошо ағасты кем ултыртыуы тураһында мәғлүмәтте белеп була.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: