газета "Салауат"
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Экология
28 Июнь 2022, 12:05

Нимә менән тын алабыҙ?

Биналағы һауа урамдағы һауаға ҡарағанда уртаса биш тапҡырға бысрағыраҡ һәм ун тапҡыр ағыулыраҡ. Шул уҡ ваҡытта күпселек кеше 90 процент ваҡытын бина эсендә уҙғара. Тотороҡланған һауала бик күп микроорганизмдар һаҡлана, улар кеше һаулығына зыян килтереүе лә мөмкин. Был хаҡта уйланырға урын бар. “Башҡортостан Республикаһында гигиена һәм эпидемиология үҙәге”нең Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы филиалының санитар-гигиена лаборатория мөдире Валентина Федорова был хәлгә бер аҙ асыҡлыҡ индерергә ярҙам итер.

Нимә менән тын алабыҙ?
Нимә менән тын алабыҙ?

Биналағы һауа урамдағы һауаға ҡарағанда уртаса биш тапҡырға бысрағыраҡ һәм ун тапҡыр ағыулыраҡ. Шул уҡ ваҡытта күпселек кеше 90 процент ваҡытын бина эсендә уҙғара. Тотороҡланған һауала бик күп микроорганизмдар һаҡлана, улар кеше һаулығына зыян килтереүе лә мөмкин. Был хаҡта уйланырға урын бар. “Башҡортостан Республикаһында гигиена һәм эпидемиология үҙәге”нең Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы филиалының санитар-гигиена лаборатория мөдире Валентина Федорова был хәлгә бер аҙ асыҡлыҡ индерергә ярҙам итер.

Белгес билдәләүенсә, фатирҙарҙа һәм офистарҙа патоген микроорганизмдарҙың барлыҡҡа килеүе кондиционерҙарҙың, көнкүреш һауа таҙартыу ҡорамалдарының һирәк йәки сифатһыҙ хеҙмәтләндереүенә бәйле. Мәҫәлән, кондиционерҙағы фильтрҙы алыштырмаһаң, легионеллездың таралыуына булышлыҡ итеүе, ә ул кешелә ауыр пневмония формаһын дусар итеүе бар. Легионеллезға ҡаршы традицион дезинфекциялау саралары менән көрәшеү файҙаһыҙ. Бактерияның үрсеүен климат техникаһын ваҡытында таҙартып туҡтатып була.
Фатирҙағы һауаның бысраныуының бер төрө - ул стеналарҙағы күк. Стена һәм түшәмдәрҙән (бигерәк тә ванна бүлмәләрендә) һауаға үңәҙ бәшмәктәренең споралары эләгеүе ихтимал. Улар астма, хроник респиратор ауырыуҙарҙың ҡуҙғыуына алып килеүе мөмкин.
Саң ни тиклем хәүефле һуң? Саңда туҙан талпаны үрсей, улар үҙҙәре кеше өсөн хәүефле түгел, әммә уларҙың йәшәйеш продукттары аллергия реакциялары, бронхиаль астма булдырырға мөмкин. Гел саңлы һауа менән тын алһаң, танау, тамаҡ, үпкә, тын алыу системаһы, баш, күҙ сирҙәре ҡуҙғыуы ихтимал.
Автомобилдән сыҡҡан газ һәм сәнәғәт предприятиелары торбаларынан сыҡҡан продукттар ҙа тәҙрә аша инеп, кеше һаулығы өсөн хәүеф тыуҙыра. Бындай газдарҙа азот оксидтары, углерод, көкөрт диоксиды, хуш еҫле углеводородтар, ҡурғаш берләшмәләре бар. Улар тын алыу, нервы системалары, тире сирҙәрен үҫтереүе мөмкин.
Тәмәке төтөнө уны тартҡанда ғына түгел, һуңынан да зарарлы булыуын дауам итә. Тәмәке кейемгә, мебелгә, балаҫтарға, шаршауҙарға һеңә. Тәмәке ыҫмалаһы һәм никотин үпкәгә йыйылып, уның сирләүенә, аллергия реакцияларының көсәйеүенә һәм йөрәк ауырыуҙары барлыҡҡа килтерә. Тәмәке еҫен бөтөрөү өсөн бинаны һәр ваҡыт елләтеп торорға, туҡымалы әйберҙәрҙе йыуырға, обойҙарҙы һөртәргә, фильтрлы, тәмәке төтөнөн тотоп ҡалыусы һауаны таҙартыусы ҡоролма алыу талап ителә.
Ағас-юнысҡы һәм ағас-сүсле плиталар - ул пресланған үҙағас ҡатламдары һәм үҙ-ара улар елем һәм төрлө ыҫмала менән тоташтырылған. Был материалдарҙан яһалған мебель формальдегид һәм фенол бүлеп сығара, яман шеш менән ауырыу ихтималлығын арттыра. Ламинат, линолеум, декоратив пластик һәм арзан төҙөлөш материалдары концероген сығанаҡтары булыуы мөмкин. Шул уҡ ваҡытта канцероген сығанағы изоляцияланған икән, мәҫәлән, ДСП ламинациялана йәки шпон менән ҡаплана икән, уның зарары әҙ, әммә уның өҫтө зыян күрһә, ул формальдегид сығыу урынына әйләнәсәк.
Ишек алдындағы бәләкәй балаҫта ла беҙ урамдан аяҡ кейеменә эйәртеп алып ҡайтҡан микроорганизмдар күп. 2008 йылда Аризона университеты тикшереү уҙғара һәм аяҡ кейеме аҫтында 400 мең төрлө бактерияны асыҡлай.
Фатирҙағы һауаны нисек яҡшыртырға һуң?
Йорт яны биләмәһен йәшәлләндереү мөһим. Ағастарҙың япраҡтары саңды тотоп ҡала һәм зарарлы газдарҙың концентрацияһын кәметә. Йәйен ағас бер тәүлек эсендә өс кешегә тын алыу өсөн кәрәкле кислородты эшкәртеп сығара, ә йорт янындағы парк йәки ағаслыҡ һауаның 45 метрға тиклемге (15 ҡат йорт) ҡатламын углекислоталы газдан таҙарта. Иң яҡшыһы каштан, тирәк, ҡарама, ҡарағас ағастары, ә ҡыуаҡлыҡтарҙан сирень, акация, гөлйемеш ултыртырға.
Бүлмә гөлдәрен үҫтереү ҙә файҙалы. Ябыҡ бинала угликислоталы газды йотоп, кислород эшкәртеп сығарыуға, атмосферанан зыянлы матдәләрҙе юҡ итеүгә ярҙам итеүсе үҫемлектәрҙе тикшереү һөҙөмтәләре буйынса NASA исемлеген ҡулланыу кәңәш ителә. Унда барлығы 30-лап үҫемлек, иң һөҙөмтәлеләре - үрмәле гөл, спатифиллум, бамбук пальмаһы, сансевиерия, драцена һәм баҡса хризантемаһы.
Даими рәүештә бүлмәләрҙәге саңды еүеш сепрәк менән таҙартып торорға кәрәк. Елләтеү тын алғанда бүленеп сыҡҡан углекислоталы газды юҡҡа сығарырға ярҙам итә. Күберәк ваҡытығыҙҙы тәбиғәттә үҙғарығыҙ. Танау аша тын алыу ҙа мөһим. Ул кешенең тәненә ингән һауаны дымландырыу һәм таҙартыу сифатына эйә. Әгәр бина эсендә күк бар икән, уның сығанағын асыҡлап, бөтөрөргә кәрәк. Әйберҙәрҙе һаҡлауҙы системалаштырыу ҙа мөһим роль уйнай. Кейемдәрҙе, һауыт-һабаны ябыҡ шкафтарға ҡуйырға тырышығыҙ, был уларға саң ултырыуҙан һаҡлаясаҡ. Фатирға ремонт яһағанда, экологик яҡтан сифатлы материалдар һайларға тырышығыҙ. Ультратауышлы һауа дымландырыусы алыу тураһында лә хәстәрлек күрегеҙ. Таҙартыуҙан тыш, һауаның дымлы булыуы ла мөһим, сөнки ул ваҡытта саң тын юлдарына түгел, иҙәнгә ултырасаҡ, бынан тыш, дымлылыҡтың яҡшы кимәле тын алыу юлдары һәм тиренең торошо өсөн файҙалы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: