23 апрелдә һәм 10 майҙа Салауатта ағас ултыртыу буйынса “Йәшел Башҡортостан” экологик акция уҙасаҡ. Ул салауаттарға һәм ҡала ҡунаҡтарына үҫентене үҙ аҡсаһына һатып алып, уны артабан да ҡарауҙы үҙ өҫтөнә алып исемле ағас ултыртыу мөмкинлеге бирә. Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов хәбәр итте.
“Йәшел Башҡортостан” экологик проектының яҙғы этабы 23 апрелдә – Берҙәм акция көнөндә башлана һәм 2022 йылдың 10 майында тамамлана. Был хаҡта Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
Акцияны үткәреү барышында төбәк биләмәһендә 38 тематик аллея ултыртыу күҙаллана. Йәшелләндереү өсөн 49 мең ағас һәм ҡыуаҡлыҡ, шул иҫәптән 16 мең эре ағас әҙерләнгән. – Бынан тыш, Еңеү көнөн байрам итеүгә әҙерлек сиктәрендә ауыл биләмәләрендә Бөйөк Ватан һуғышына арналған 1 900 һәйкәл, стела һәм обелиск биләмәһе таҙартыласаҡ, – тип өҫтәне Алан Марзаев. Быйыл 1 апрелдән республикала иҫке резина покрышкаларҙы утилләштереү буйынса “Шина” тигән яңы акция башланды. Улар балалар майҙансыҡтарының йомшаҡ япмаһын эшләү өсөн эшкәртеүгә ебәреләсәк. Акция 31 авгусҡа тиклем дауам итәсәк. Шиналар йыйыу нөктәләре тураһында мәғлүмәт ҡала хакимиәттәре сайттарында урынлаштырылған.
Салауаттағы “Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһы сиктәрендә кемдә кем исемле ағас ултыртыу эшендә ҡатнашырға теләй, улар ағастарҙы ултыртыуҙан өс көн алда бөтә нескәлектәрҙе ҡала хужалығы идаралығында (Салауат ҡалаһы, К.Маркс урамы, 22) яраҡлаштырырға кәрәк.
Шулай уҡ ҡалала 23 апрелдә Бөтә Рәсәй экологик өмә лә үтәсәк. Ағиҙел йылғаһы буйы территорияһы һәм Бекетова урамынан алып Калинин урамы буйынса йәйәүлеләр юлы ситтәрендәге урман массивы таҙартыласаҡ. Өмә иртәнге сәғәт 10-да башлана, йыйылышыу урыны Калинин урамы, 102а адресы буйынса майҙансыҡ. Сүп-сар йыйыу өсөн бирсәткәләр һәм тоҡтар урында биреләсәк.
Акция һөҙөмтәләре буйынса “Муниципаль янғын һағы” янындағы майҙанда концерт программаһы күрһәтеләсәк, ялан кухняһы ойоштороласаҡ.